Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2021, 19:35

Әхмәр

Әхмәр Ғүмәр-ҮтәбайҠАЙҺЫ ЯҠ АРЪЯҠ?Бала саҡта ауылда "Аръяҡ-биръяҡ" уйнай торғайныҡ. Һәр осраҡта ла был яҡтағылар йылға ашаһындағы яҡты "аръяҡ" тип атап, үҙҙәренең бирге яҡта, йәки булмаһа "дөрөҫ яҡта" йәшәүҙәрен билдәләргә ынтыла торғайны. Ҡайһы ваҡыт "Һин аръяҡ та, һин аръяҡ", тигән көсөргәнеш уҫмаҡлашыуға ла барып етер ине.Ярай, был хәлдәр бала саҡтың шуҡлығы менән генә тамамланһа. Республикабыҙҙың Урал аръяғында йәшәүселәр, мәҫәлән, үҙҙәренең шул "аръяҡ"та йәшәүе менән һис тә риза түгел.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
ҠАЙҺЫ ЯҠ АРЪЯҠ?

Бала саҡта ауылда "Аръяҡ-биръяҡ" уйнай торғайныҡ. Һәр осраҡта ла был яҡтағылар йылға ашаһындағы яҡты "аръяҡ" тип атап, үҙҙәренең бирге яҡта, йәки булмаһа "дөрөҫ яҡта" йәшәүҙәрен билдәләргә ынтыла торғайны. Ҡайһы ваҡыт "Һин аръяҡ та, һин аръяҡ", тигән көсөргәнеш уҫмаҡлашыуға ла барып етер ине.
Ярай, был хәлдәр бала саҡтың шуҡлығы менән генә тамамланһа. Республикабыҙҙың Урал аръяғында йәшәүселәр, мәҫәлән, үҙҙәренең шул "аръяҡ"та йәшәүе менән һис тә риза түгел. Өфө, Мәскәү күҙлегенән сығып ҡарағанда, улар, ысынлап та, Урал аръяғында йәшәйҙәр шигетте.Әммә ҡояш ҡалҡҡан көнсығыштан, ҡибла яҡлап ҡараһаң, бер ҙә улай түгел һымаҡ. Кисә, йәғни 8 ғинуарҙа Хәйбулла районының Ырымбур далаларына туғарылған ергә ҡарағанда бөгөн Өфөлә 40 минутҡа һуңлап яҡтырҙы. Көндәр болотло тороу сәбәпле ҡояшты тегендә лә, бында ла күрмәнем, әммә аръяҡ менән биръяҡты ғына айырырлыҡ ине.

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
386-сы күҙәтеү
Читайте нас в