Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ғинуар 2021, 14:35

Тамара ҒӘНИЕВА

Тамара ҒӘНИЕВАЯҢЫ ЙЫЛЯңы йылда нимә яңырыр һуң?Минең менән ҡала шул уҡ яра.Сикте үтәм. Яраға тоҙ һалырШул уҡ тоҙ һауыты тора ана.

Тамара ҒӘНИЕВА
ЯҢЫ ЙЫЛ
Яңы йылда нимә яңырыр һуң?
Минең менән ҡала шул уҡ яра.
Сикте үтәм. Яраға тоҙ һалыр
Шул уҡ тоҙ һауыты тора ана.

Декабрҙән ғинуар яҡтарына
Хәсрәттәрем яйлап үтеп бара.
Үҙгәрергә донъя уйламай ҙа,
Мәкер генә яңы төҫтәр ала.

Тәбиғәттең хозур мәле лә бит,
Матурлыҡтар һатыла аҡсаға.
Фатир һатыла,
Матур ҡыҙҙар һатыла,
Дан һатыла,
Әҙәп тарҡала.

Йыл яңы ла, йәшәү яңы түгел,
Ҡыл өҫтөндә ғүмере кешенең.
Уйҙарымдан уйылып тетрәндем мин,
Утҡа баҫтым, йәки өшөнөм.

Яңы йылда нимә яңырыр һуң?
Ғүмер үтә.
(Уныһы ла көйөк).
Яңырмайса кешелектең аңы
Камиллыҡ был ергә ҡайтмаҫ кеүек.
Читайте нас: