Фәрештәләр, һуңынан табиптар.
Сәхнәлә ярым ҡараңғы. Булаттың фатиры. Ул диванда борғаланып ята. Сәриә икенсе диванда йоҡлай. Бер аҙҙан фатир эсендә нурҙар уйнай. Аҡ кейемдәге фәрештәләр күренә.
Булат, ҡобараһы осоп, тороп ултыра.
Булат. Ке-ке... Кем?.. Кем бар бында?..
1-се фәрештә. Беҙ — фәрештәләр.
Булат. Фә-фә... Фә-реш-тәләр?!.
2-се фәрештә. Һинең ҡылған гонаһтарыңды Ғәмәл дәфтәренә теркәп барыусы фәрештәләр.
1-се фәрештә. Сауаптарыңды ла...
2-се фәрештә. Беҙ һиңә Аллаһы Тәғәләнең фарманын еткерәбеҙ.
1-се фәрештә. Ғәмәл дәфтәреңә ҡул ҡуйылған инде.
Булат. Бер нәмә лә аңламайым.
2-се фәрештә. Беҙ һиңә шуны еткерәбеҙ: фани донъя менән бәхилләшергә ваҡыт етте һиңә.
2-се фәрештә. Шулай. Ер йөҙө әҙәм балаһына имтихан тотоу мәктәбе. Баҡыйлыҡ тегендә...
Булат. Тимәк... Тимәк, миңә... үлергә?!.
1-се фәрештә. Үлем — шул уҡ тыуым ул. Фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсә кеше.
2-се фәрештә. Ә-ә!.. Аллаһы Тәғәлә иҫеңә төштөмө?!.
1-се фәрештә. Һиңә Аллаһы Тәғәлә өс көн ваҡыт бирҙе.
2-се фәрештә. Өс көндән Ғазраил фәрештә киләсәк.
1-се фәрештә. Һуңғы юлға әҙерлән. Бәхил бул!
Булат. Туҡ... Туҡтағыҙ әле... Бәлки... Бәлки...
1-се фәрештә. Нимә бәлки?
Булат. Бәлки, һөйләшеп булыр...
2-се фәрештә. Тегендә һөйләшерҙәр... Хуш, бисара йән!
1-се фәрештә. Бәхил бул!..
Булат. Өс көн!.. Өс көн!.. Өс көн!..
Сәриә (уянып). Әллә һаташаһың инде, Булат?
Булат. Өс көн!.. Өс көн!.. Өс көн!..
Сәриә (тороп утты ҡабыҙа). Бәй, нишләп ултыраһың, Булат?
Булат. Өс көн!.. Өс көн!.. Өс көн!..
Сәриә. Булат, һаташаһың бит.
Булат. Уяндым инде... Уяттылар... Бөтә ғүмерем һаташыу булған...
Булат. Мин уяндым... Бына һеҙ йоҡлайһығыҙ...
Сәриә. Йоҡлайбыҙ?!. Ул ҡайтты... Әллә ни һөйләйһең... Насар төш күрҙеңме?
Булат. Бар үткәнем төш булған... Быныһы — өн... Эй, Аллам!.. Өс көн!.. Өс көн!..
Сәриә. Әллә башың ауыртамы? Кисә артығыраҡ булғандыр. Марат Ғәлиевич күпме эсһә лә иҫермәй бит ул... (Араҡы ҡойоп Булатҡа һуҙа). Мә, башыңды йүнәт.
Булат. Күҙемә күрһәтмә ул шайтан һыуын. Башым ауыртмай минең (Йөрәгенә күрһәтеп). Бына, бында һыҙлай...
Сәриә. Йөрәгең ауыртамы? Валидол бирәйемме?
Булат. Уға хәҙер бер нәмә лә ярҙам итмәйәсәк. Дауа юҡ ул сирҙән...
Сәриә. Ана, Марат Ғәлиевич ашап эскәс, бирешмәй. Һин дә мин. Башы ла, башҡаһы ла эшләп тора. Егеттәр һымаҡ...
Булат. Етәр! Һөйләмә шул Марат Ғәлиевичыңды. Туйҙырҙы!..
Сәриә. Бәй, һинең начальнигың булғас...
Булат. Юҡ минең начальнигым.
Сәриә. Сеү, ишетеп ҡалмаһындар. Үрләтәм тип торғанда...
Булат. Төкөрәм ул Маратыңа! Төкөрәм!..
Сәриә. Сеү, тим. Стеналарҙың да ҡолағы бар...
Булат. Стеналарҙың барҙыр, ә бына беҙҙеке?.. Беҙҙеке бармы һуң? Ҡолағыбыҙ ҙа, күҙебеҙ ҙә юҡ бит беҙҙең... Юҡ!.. Зәғифтәр беҙ! Зәғифтәр!..
Сәриә. Әллә нимә һөйләйһең. Аңламайым.
Сәриә. Ни булды һиңә, Булат?
Булат. Өс көн!.. Өс көн!.. Өс көн!..
Сәриә. Әстәғәфирулла... Әллә аҡылдан яҙған инде...
Булат. Үләм мин, Сәриә! Үләм!..
Сәриә. Үлмәй тор, Булатҡайым! Үрләтәбеҙ тип торғанда... Скорый саҡыртайыммы?
Булат. Ах, скорый менән генә ҡотолоп булһа икән!..
Сәриә. Ҡайһы ерең ауырта һуң, Булатҡайым?
Булат. Кит бынан! Юхаланма!
Сәриә. Бәй, бәй, ни һөйләүең?
Сәриә. Ниндәй өс көн һуң ул?
Булат (үҙ алдына). Исмаһам, һуңғы өс көндә кешесә йәшәргә...
Булат. Намыҫ менән. Бөтә ғүмерем иҫәп-хисап менән үтте. Башҡаларҙың тапҡан мөлкәтен иҫәпләнеп, хәҙер үҙемә отчет бирергә ваҡыт етте...
Сәриә. Отчет? Ревизиямы әллә?
Булат. Эйе, ревизия. Ғүмеремә ревизия...
Сәриә. Уф!.. Үрләтәбеҙ тип торғанда... Кисә Марат Ғәлиевич өндәшмәне бит.
Булат. Марат Ғәлиевичың үҙе лә отчет бирәсәк... Унан бер кем дә азат түгел...
Сәриә. Бәй, начальниктар нишләп отчет бирһен ти.
Булат. Уның алдында барыһы ла тигеҙ...
Сәриә. Уф, ҡурҡыттың. Эшеңә комиссия киләме тип торам. Үрләтәбеҙ тип торғанда...
Булат. Үрләтәбеҙ, имеш...
Сәриә. Ғүмер буйы бухгалтер булып ултырмаҫһың инде. Бисәләр эше бит ул. Исеме лә бюстгалтер тигән һымаҡ... Кешенең ире, ана, начальник булғас, иномаркаларҙа ғына теттерә.
Булат (бүлмәгә ишаралап). Ошо нәмәләрҙе йыйыр өсөн күпме кешенең кеҫәһенә керҙем, күпме кешене рәнйеттем...
Сәриә. Кешенән кәм-хур булып йәшәмәбеҙ инде. Ана, Марат Ғәлиевичтар...
Булат. Етәр!.. Барыһын да аҡылға ултыртам...
Марат. Бәй... Һин... Эштә түгелме ни?.. Мин... Эшкә китешләй... Баш төҙәтеп сығайым тигәйнем...
Марат. Беҙҙә ни, баш берәү.
Булат. Ирҙәрҙең башы икәү ул... Күберәк икенсеһенә бойһонаһың...
Сәриә. Үт... Үтегеҙ, Марат Ғәлиевич! Килеп һәйбәт иттегеҙ.
Булат. Һине генә көтә инек...
Марат. Һине?!. Һе!.. Шулай тиһең инде...
Сәриә. Эйе, эйе. Әйҙә, үтегеҙ. Мин хәҙер өҫтәл әҙерләйем.
Марат. Йә, Булат ҡусты, баш ауыртамы?
Булат. Ауыртыр көнө алда...
Марат. Дөрөҫ әйтәһең, ҡустым. Юғарыға үрмәләгән һайын башҡа тондоралар. Ни хәл итәһең, ирҙәр — баш менән үрләй, ҡатындар... Өҫтән һуғып тороусы бөтмәй тороп, баш сиренән ҡотолоп булмай. Әйткәндәй, һиңә лә башыңды һаҡларға кәрәк. Тиҙҙән минең урын бушарға тора. Һинең кандидатураң юғарыға китте.
Булат. Минең кандидатураны (күккә күрһәтеп) тегендә көтәләр инде... Ҡул ҡуйылған...
Марат. Ҡул ҡуйылған тиһеңме? Уже. Ә мин белмәй йөрөйөм. Ҡотлайым! Ҡотлайым!
Булат. Һине лә өҙөлөп көтәләр унда...
Марат. Ҡарале, мин белмәгәнде беләһең һин. Таныштарың бармы?
Булат. Унда танышлыҡ кәрәкмәй... Ләкин беҙҙе беләләр...
Булат. Беләләр... Барыһын да...
Марат. Барыһын да?.. Нисек инде? Туҡтале, ҡустым, берәй шымсы-фәлән бармы әллә?
Сәриә (өҫтәл әҙерләп). Рәхим ит, Марат... Итегеҙ, Марат Ғәлиевич.
Марат. Рәхмәт, Сәриә... килен... Нимә, Булат ҡусты, беләләр тиһең инде?
Марат. Слушай, һин минән йәшермә, асығын әйт. Кем?
Марат. Ха-ха... Ну, юмор бар үҙеңдә. Күктәгеһе белһә лә зыян юҡ. Ерҙәгеһе... Тегендә ултырғаны белеп ҡалмаһын... Ни тиһәң дә, ҡолдар беҙ... Ҡолбиләүселек дәүере үтмәгән әле, ҡустым. Үтмәйәсәк тә... Кешелек бары тик уның икенсе формаһына күскән...
Сәриә. Ҡапҡылап ултырығыҙ, Марат... Ғәлиевич.
Марат. Йәғни көсләп ҡол итеү юҡ хәҙер. Кешегә тик мохтажлыҡ тыуҙырырға ғына кәрәк, үҙе теләп ҡол була. Өҙөлә торған сылбыр түгел был. Сөнки кеше һәр саҡ нимәгәлер мохтаж. Хатта тегендә ултырғандар ҙа...
Сәриә. Улар нимәгә мохтаж булһын, Марат Ғәлиевич?
Марат. Беҙгә... Ҡолдарға... Тфю!.. Эскән баш менән әллә нимә һөйләп ташланым. Йә, тотайыҡ, ҡустым.
Булат. Эйе, ҡолдар беҙ... Ҡолдар...
Марат. Тик дәрәжәле ҡолдар. Беҙҙең бығау оҙонораҡ, йәғни хоҡуғыбыҙ күберәк. Бына тиҙҙән минең дә, һинең дә бығау тағы ла оҙонаясаҡ. Бығау оҙон булғанда, уның бығау икәнлеге тойолмай. Хәрәкәтең иркенәйә. Әйҙә, шул хөрмәткә (эсә).
Сәриә. Һинең... Һеҙҙең һаулыҡҡа (эсә).
Булат. Кеше нәфсе ҡоло түгел, Алла ҡоло булырға тейеш.
Марат. Беҙҙең динебеҙ ҙә, Аллабыҙ ҙа тегендә...
Булат. Ә тамуҡ?.. Гонаһтарың өсөн яуап бирергә тура киләсәк бит.
Марат. Алла... Гонаһ... Юҡ менән баш бутама, ҡустым. Кем барып ҡайтҡан унда?! Ә бына ерҙәге тамуҡтан, ерҙәге Алланан ҡурҡ.
Марат. Кемде? Алланымы? Ха-ха-ха...
Марат. Фәрештәләрҙе мин көн дә күрәм. Бына, береһе эргәбеҙҙә ултыра...
Булат. Мин... Мин ысынлап әйтәм.
Марат. Күберәк эсһәң, Алланы ла күрерһең... (Сәлимә инә. Марат уны шәйләй). Әллә... Әллә минең дә күҙемә күренә башланымы?.. Собханалла!..
Сәлимә. Ниңәлер... Күңелем бында тартты... Һағындым... (Булатҡа ҡарап ала). Һеҙҙе...
Булат. Әйҙә, үт, Сәлимә! Мин дә... Беҙ ҙә һағындыҡ һине, балдыҙ.
Марат. Ҡара һин уны, шундай балдыҙы барлығын йәшереп йөрөгән был. Ну, мут.
Сәриә. Таныш бул, Сәлимә. Был – Марат Ғәлиевич. Еҙнәңдең генеральный директоры. Ә Сәлимә минең һеңлем.
Марат. Шатмын...Шатмын, Сәлимә һылыу.
Сәриә. Марат Ғәлиевич буласаҡ министр. Бөтә завод-фабрикалар уның ҡулында тигән һүҙ. Так что...
Марат. Улай тимә, Сәриә... килен. Сәлимә кеүек һылыуҙар өсөн дәрәжәләр юҡ. Матурлыҡ – батшалар ҙа баш эйә торған иң бөйөк тәхет ул.
Сәлимә. Йылы һүҙегеҙ өсөн рәхмәт!
Марат. Әйткәндәй, эшләйһеңме, уҡыйһыңмы?
Сәриә. Университетта уҡый. 5-се курста. Филфакта.
Марат. Уҡытыусы, тимәк. Бик хуп. Проблемалар булһа, ярҙам итербеҙ. Бына, минең визитка. Теләгән ваҡытта, рәхим ит.
Сәриә. Тик ултыр. Әйҙәгеҙ, Марат... Ғәлиевич, һеҙҙең һаулыҡҡа!
Марат. Сәлимә һылыу менән танышыу хөрмәтенә. Булат!..
Сәриә. Ниңә, башыңды төҙәт...
Булат. Минең башымды төҙәттеләр...
Марат. Карапта бунт... (кеҫә телефоны шылтырай). Эйе. Договормы? Эйе. Була. Хәҙер барып етермен... Бына шулай, күңел асырлыҡ та форсат юҡ. Тә-әк... Булат ҡустым, теге договор әҙерме?
Марат. Нисек инде юҡ? Мин бит һиңә ҡултамғаңды ҡуй ҙа тапшыр тинем. Унда...
Булат. Ул договорға ҡул ҡуя алмайым...
Марат. Нимә? Шаяртаһыңмы?
Булат. Ялғанға ҡул ҡуя алмайым.
Марат. Һин... Һин нимә?..
Сәриә. Булат, телеңде тый! Ҡуя ул, ҡуя, Марат Ғәлиевич.
Марат. Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә.
Сәриә. Булат тим!.. Марат... Ғәлиевич... Ул сирләй... Ул үҙ аҡылында түгел... Зинһар, тыңламағыҙ!..
Марат. Ярар, минең ваҡытым тығыҙ. Хәлең шәптән түгел, ҡустым. Ләкин договорҙы һуҙмаҫҡа кәрәк. Аңланыңмы?
Сәриә. Аңланы... Аңланы, Марат Ғәлиевич.
Марат. Тә-әк... Тимәк, карапта — бунт. Тик, ҡустым, шуны иҫеңдә тот: мин — ҡарт диңгеҙсе, йөҙә беләм. Ҡотҡарыу түңәрәге һиңә кәрәк буласаҡ.
Булат. Ул диңгеҙҙә намыҫ ҡына ҡотҡарыу түңәрәге.
Марат. Намыҫ — муйынға бәйләнгән таш ул. Так что, уйла. Киҫер алдынан, ете ҡат үлсә. Эштә һөйләшербеҙ. Мин ашығам.
Сәриә. Зинһар, борсолмағыҙ, Марат Ғәлиевич! Ул бит иҫерек... Ул бөтәһен дә эшләйәсәк... Эшләтербеҙ... Зинһар, борсолмағыҙ!..
Марат. Ҡара һин уны... Договор бөгөн үк минең өҫтәлдә ятһын! Һимергән эт эйәһен тешләй, ти. Шашма, тиҙ ябыҡтырырмын. (Сыға. Сәриә һөйләнә-һөйләнә уның артынан эйәрә).
Булат. Сәлимә!.. Барыһы ла селпәрәмә килде... Емерелде бөтәһе лә...
Булат. Юҡ, юҡ... Апайың бер ни ҙә белмәй.
Сәлимә. Ә барыбер беләсәк...
Булат. Уныһы мөһим түгел... Миңә... Һинең өсөн ҡурҡам... Сәлимә. Ни булды, Булат?
Булат. Хәйер, һин... Һин үҙ тиңеңде табырһың...
Сәлимә. Ни һөйләйһең, Булат? Мин бит... Мин бит һинең өсөн... Һине һағынып...
Булат. Беләм, Сәлимә. Тик...
Булат. Хәйер, өс көндән барыһын да аңларһың...
Булат. Эйе... Мин... Мин һине бәхетле итә алманым, Сәлимә...
Булат. Юҡ, Сәлимә, мин — айыҡ. Быға тиклем минең айыҡ көнөм булмаған... Бөгөн айныным... Айныным да, әйләнә-тирәмә үҙ күҙҙәрем менән ҡараным. Һәм... Ҡот осто!..
Сәлимә. Сәйер һөйләйһең, Булат. Ҡурҡытма мине!..
Булат. Юҡ, һин ҡурҡма!.. Һин — гонаһһыҙ!.. Һинең әле барыһы ла алда... Бәхетең дә...
Сәлимә. Аңлай башланым, шикелле. Тимәк, мин артыҡ?!.. Булат. Юҡ, Сәлимә! Эш һиндә түгел, миндә...
Булат. Эйе, барыһына ла үҙем ғәйепле. Бөтә ҡылған гонаһтары өсөн һәр кем үҙе яуап бирә.
Сәлимә. Гонаһтары өсөн? Тимәк... Тимәк, һин мине алдағанһың... Һин...
Булат. Юҡ, юҡ, Сәлимә! Һин аңламаның. Мин һиңә бары тик изгелек кенә теләйем. Тик...
Булат. Тик... Өс көндән белерһең...
Сәлимә. Ә һин беләһеңме? Мин...
Сәриә. Һин нимә һөйләйһең, ә?!
Сәриә. Кем булһын, һинең еҙнәң. (Булатҡа) Һин Марат Ғәлиевкә нимә һөйләгәнеңде беләһеңме, юҡмы?
Сәлимә. Баш-лан-ды... Мин больницаға... Әй, университетҡа киттем (сыға).
Сәриә. Уҡыйым тип йөрөйһөң инде шунда. Уҡып кем байыған!.. (Булатҡа) Ә һин нишләп тораһың, бар эшеңә. Тиҙ бул! Нимә тине һиңә Марат Ғәлиевич!
Булат. Ә... Эйе, эйе. Тиҙ булырға кәрәк... Тиҙ булырға... Өс кенә көн... (Тартмаларҙы аҡтара). Ҡайҙа ҡуйҙым һуң әле мин уларҙы...
Сәриә. Ғәмәл дәфтәре?! Тағы захмәтең ҡуптымы?
Булат. Ғәмәл дәфтәре!.. Был ҡағыҙҙарға оло гонаһтар теркәлгән...
Булат. Бында заводтан елгә осҡан миллиондар... Министр булмай тор әле, Марат Ғәлиевич! Башта ҡылған енәйәттәрең өсөн яуап тоторға тура киләсәк.
Сәриә. Һин... Һин нимә һөйләйһең?! Ниндәй миллиондар, ниндәй енәйәт?
Булат. Маратыңдың заводтан урлаған миллиондары. Аферист ул һинең Маратың!
Сәриә. Һин... Һин аҡылдан яҙғанһың!.. Бының өсөн... Үлтерәсәк бит ул һине...
Булат. Ул мине күптән үлтерҙе... Хәҙер енәйәттәре өсөн яуап бирһен. (Сығырға бара).
Сәриә (Булаттың юлына ҡаршы төшә). Туҡта!.. Туҡта, тим, хәҙер үк!..
Сәриә. Үтенәм, Булатҡайым, аҡылыңа кил! Минең хаҡҡа!..
Сәриә. Зинһар, бәғеркәйем, тыңла мине! Бир ҡағыҙҙарыңды!
Булат. Шулаймы ни... Юҡ инде, гонаһ хөкөмһөҙ ҡалырға тейеш түгел.
Сәриә. Яндырайыҡ уларҙы, Булатҡайым! Үтенәм, яндырайыҡ!..
Булат. Гонаһтарҙы тамуҡ утында ғына яндыралар... Тамуҡ утында ғына... (Сыға).
Шул уҡ фатир. Сәриә ары-бире йөрөй.
Ҡулына эләккән әйберҙәрҙе атып бәрә.
Сәриә (сәғәтенә ҡарап). Ниңә оҙаҡлай икән?.. Тиҙерәк килһә ярар ине...
Марат (Сәриәне ҡосаҡлап ала). Килдем, бәғеркәйем, килдем. Теге ҡайҙа?
Сәриә. Ул... Туҡтап тор, Марат!..
Марат. Ҡоралайға ташланған арыҫланды туҡтатып буламы ни, бәғеркәйем! Ашайым мин һине! Тереләй йотам!..
Сәриә. Туҡтап тор, Марат! Түҙ! Ни бит...
Марат. Юҡ, түҙемлегем ҡалманы башҡа. Кисәге табында саҡ сыҙап ултырҙым. Сабырлыҡтың да сиге бар (Сәриәне күтәреп диванға һала).
Сәриә. Марат, мөһим һүҙ бар...
Марат. Мөхәббәттән мөһим нәмә юҡ, Сәриәкәй!
Булат инә. Үбешкәндәрен күреп тора.
Марат (һиҫкәнеп). Һин?! Ни... (Сәриә иҫен юғалтҡан булып ҡылана). Бына, ни, ҡатының аңын юғалтҡан... Нимә әшләттең һин уны, ҡустым?
Булат. Аңын күптән юғалтҡан ул...
Марат. Тын өрөп ҡараным мин уға.
Булат. Итәген яп, исмаһам. Аҫтан да тын өрмәгәнһеңдер бит...
Марат. Килешмәгәнде һөйләмә, Булат туған. Аңына килтерергә уйлағайным...
Булат. Хәҙер аңына килер (өҫтәлдәге графиндан Сәриәнең башына һыу ҡоя).
Сәриә (һикереп тора). Ай, нимә ҡыланаһың!
Булат. Ха-ха-ха! Аңыңа килдеңме ни, кәнтәй! Юҡ, юҡ!.. Ғүмерең буйына аңыңа килмәйәсәкһең, ул сиреңде күптәргрә йоҡторасаҡһың әле һин, зараза!
Марат. Ә?! Ниндәй сир? Кем сирләй?
Булат. Барыбыҙ ҙа сирләй...
Марат. Сәриә, СПИД түгелме?
Булат. Һин, йоҡторған эпидемия...
Сәриә. Ул үҙе сирләй, Марат. Ул — аҡылдан яҙған...
Марат. Кит, булмаҫ. Аҡылдан яҙыр өсөн — аҡыл кәрәк...
Сәриә. Психбольницаға ебәрергә кәрәк уны.
Сәриә. Һин белмәйһең әле, Марат, аҡылдан яҙған бит ул. Иртәнән бирле өс көн, тип һаташа. Синдром башланмаҫ элек, психбольницаға ебәрергә кәрәк.
Булат. Мин үҙ аҡылымда...
Марат. Һәр кем үҙен аҡыллы тип уйлай. Йоғошло вирус был. Аҡылынан яҙмаған кеше юҡ. Ер шары — үҙе психиатрик клиника. Так что, борсолма, Сәриә килен. Бына (коньяк ҡоя) ошо инде уның "тынысландырыу күлдәге".
Булат. Эйе, бөтә кешелеккә кейҙерелгән ул "күлдәк". Хәлемдән килһә, ер шарына карантин иғлан итер инем...
Сәриә. Ана бит, нимә һөйләгәнен дә белмәй.
Марат. Аҡса араһында эшләгәс, мейеһенә наргузка булғандыр. Нисауа, үтә ул.
Сәриә. Ул бит... Ул һеҙҙең өҫтән ҡағыҙҙар йыйған.
Марат. Нимә? Ниндәй ҡағыҙ?
Марат. Нимә һөйләй ул, Булат?
Сәриә. Заводтан юғалған миллиондар...
Марат. Ә?! Слушай, уҫал шаярыу был!.. Ауыҙығыҙҙы ипләп асығыҙ! Юҡһа!..
Сәриә. Әйтәм бит, бер ниндәй ҙә шаярыу түгел, ул аҡылдан яҙған. Барлыҡ документтар – унда.
Марат. Тәк... тәк... Ҡайҙа инде ул документтар?
Шул уҡ фатир. Сәлимә яңғыҙы. Бойоҡ. Һағышлы көй ағыла. Йырлай.
Бәхет микән һине яратыуым,
Бәхетһеҙлек микән һөйөүем?!
Йөрәгемде ялҡындарға һалды,
Һинһеҙ саҡта көнөм төндәй ҡара,
Һинһеҙ миңә төшмәй яҡтылыҡ.
Тик бер генә ҡара, мин килермен
Яҡты йондоҙ булып атылып.
Әгәр ул белһә? Нимә тиер икән? Барыбер беләсәк... Әллә әйтергә лә ҡуйырғамы?
Марат. Донъя боларҙы. Элек подчиненныйҙар начальник артынан саба ине, хәҙер улар артынан начальник йүгерә. Әҙәп юҡ кешелә. (Сәлимәне күреп) Сәлимә һылыу! Һин?! Тегеләр ҡайҙа булған?
Марат. Берәү белмәй. Ер йотмағандыр бит. Хәйер, йотһа, һәйбәтерәк булыр ине. Юҡһа, гонаһһыҙ кешене тереләй ер тишегенә тығырға йөрөйҙәр.
Сәлимә. Ултырығыҙ, Марат Ғәлиевич.
Марат. Күп ултырттылар... (Ҡуйынынан коньяк сығара). Уҡыуың һәйбәт, шикелле.
Марат. Яҡшы... Беҙгә сибәр... э-э... белемле кадрҙар кәрәк, Сәлимәкәй. Әйҙә, үҙең дә ултыр әле. (Коньяк ҡоя). Берәрҙе тотоп ебәрәйек.
Марат. Үҙем генә эсеп ултырырға, алкаш түгел мин. Еҙнәң һымаҡ... Уның белая горячкаһы башланған ана... Йә, йә,
тартынма, ултыр. һөйләшәһе һүҙ бар. Бына шулай. Тыңлап ҡына торһаң... Йәле, берәрҙе сәкәштереп кенә...
Марат. Атаҡ, бала-саға түгелһең бит. Хәҙер бала-саға ла ҡуй тип тормай. Йә, йә, тот!
Сәлимә. Әйттем бит, эсмәйем.
Марат. Ярай, ярай, көсләмәйем. Кеше көсләй торған ғәҙәтем юҡ минең (эсә). Тә-әк... Сәлимәкәй, бына нимә: мин һине үҙемә эшкә алырға уйлап йөрөй инем.
Сәлимә. Эшкә? Мин бит — педагог, заводта эшләй алмам.
Марат. Мине тәрбиәләрһең... Хе-хе-хе...
Сәлимә. Тәрбиәләрлектән үткәнһегеҙ...
Марат. Йөрәгем йәш минең, Сәлимәкәй! (Ҡосаҡларға уҡтала). Йөрәгем йәш!
Марат. Сәлимәкәй, мин һине үҙемә эшкә алам. Министр секретаршаһы булырһың.
Марат. Алтынға күмәм мин һине... Фатир алып бирәм...
Сәлимә. Китегеҙ! (Сәлимә уны этеп ебәрә һәм икенсе бүлмәгә инеп бикләнә).
Марат. Туҡта! Сәлимәкәй! Мин бит яратып ҡына... Изгелек теләп кенә... (Үҙ алдына). Йүгән күрмәгән тайға оҡшай был. Ну, ничего, ағайың баш бирмәҫ тайҙарҙы ауыҙлыҡлаған кеше. Шулай ҙа һағыраҡ тотонорға кәрәк, сығынлауы бар.
Марат. Әү! Ә, һин, имеш. Теге ҡайҙа?
Марат. Вәт, ҡыҙыҡ, үҙ иренең ҡайҙа икәнен дә белмәй. Былай ирһеҙ ҡалыуың да ихтимал.
Сәриә. Мир бөтмәһә, ир бөтмәҫ. Ир түгел, сир булды башҡа.
Марат. Сирҙе дауалайҙар...
Сәриә. Дауалап булмай торған сирҙәр ҙә була. Ҡайтһын ғына әле! Ҡайтһын ғына! Ну, мин уны!
Ҡайттыңмы, бәғеркәйем... Ҡайҙа йөрөнөң? һинең өсөн борсолоуҙарым...
Марат. Мал ашаған еренә ҡайта ул...
Булат өндәшмәй, сумаҙан тултыра башлай.
Булат. Ҡайтам... Әсәйгә...
Марат. Тәк, тәк... Ҡойроҡто һыртҡа һалырға булдың инде?
Сәриә. Ун йыл күрмәгән әсәйең иҫеңә төштөмө? Әллә иҫән, әллә...
Марат. Булат ҡустым, һәр эштең үҙ ваҡыты. Ҡайтырһың. Завод директоры булғас, рәхәтләнеп ҡайтырһың.
Булат. Миңә бер ни ҙә кәрәкмәй.
Марат. Ярар, ярар, ҡыҙма, ҡустым. Әсәй — иң изге зат ул. Ҡайтырға кәрәк, әлбиттә. Дөрөҫ эшләйһең... Тик...
Сәриә. Ә эш? Ә директорлыҡ?
Марат. Эш — бүре түгел, урманға ҡасмаҫ. Тик тегене...
Булат. Ул договорға ҡул ҡуймайым тинем бит мин.
Марат. Юҡ, юҡ, кәрәкмәй. Ҡуйма. Уныһы мөһим түгел. Тик һин теге ҡағыҙҙарыңды бир миңә, ҡустым.
Булат. Миндә бер ниндәй ҙә ҡағыҙ юҡ.
Сәриә. Ҡайҙа ҡуйҙың уларҙы?
Марат. Ҡыҙма, Сәриә. Булат ҡустым, әйҙә, ултырайыҡ. Тыныс ҡына һөйләшәйек әле.
Марат. Хватит! Нимә, һин мине малай-шалай тип беләһеңме?! Давай, ҡағыҙҙарҙы сығарып һал.
Марат. Ҡара һин уны. Ут менән шаяраһың, слушай.
Булат. Бөтә кеше лә ут менән шаяра... Йәһәннәм уты менән...
Сәриә. Психбольницаға оҙатайыҡ, Марат.
Марат. Ә документтар? Документтар ҡайҙа һуң?
Сәриә. Ҡайҙа ҡуйҙың ҡағыҙҙарҙы?
Булат. Китегеҙ бынан! Күҙемә күренмәгеҙ!
Марат. Слушай, терһәгеңде тешләй алмаҫһың! Ундағы гонаһтар бергә эшләнгән. Баш китһә, ҡойроҡ та китә...
Булат. Һинең алдыңда етерлек ҡалтыранып йәшәнем. Етте! Күҙемдән юғал!
Марат. Тәк, тәк... Ярар, был һүҙҙәрең өсөн яуап бирерһең. Ул ҡағыҙҙарыңды үҙең артымдан тотоп йүгерерһең. Понял!
Булат. Юғал күҙ алдымдан! Юҡһа...
Марат. Былай ғына ҡалдырмаҫмын! Молокосос!
Булат. Во-он! (Маратты ҡыуып сығара. Сәриә Мараттың артынан эйәрә).
Булат сумаҙанын тотоп сығырға бара. Икенсе бүлмәнән Сәлимә сыға.
Булат. Сәлимә?! Һин бындамы ни? Мин...
Булат. Кисер мине, Сәлимә! Мин...
Булат. Мин ҡайтырға тейеш, Сәлимә.
Сәлимә. Һиңә ни булды, Булат?
Булат. Китәм мин, Сәлимә...
Булат. Юҡ, белмәйһең шул...
Сәлимә. Һин нимәлер йәшерәһең.
Булат. Миңә был һүҙҙе әйтеүе ауыр! Бик ауыр, Сәлимә! Мин...
Булат. Бәхил бул, Сәлимә!
Сәлимә. Һин нимә һөйләйһең, Булат?
Булат. Мин... Китәм мин, Сәлимә! Китәм! Бергә була алманыҡ беҙ... Бәхил бул!
Сәлимә. Нимә һөйләйһең, Булат? Тәүбә, тиң!
Булат. Тәүбәгә һуңлап киләбеҙ шул... Һуңлап киләбеҙ...
Сәриә инә. Уны күрмәйҙәр.
Сәлимә. Булат... Мин... Мин бит... Беҙ өсәү булабыҙ...
Сәлимә. Мин — йөклө... Беҙҙең балабыҙ була...
Шул уҡ фатир. Булат баш баҫып, уйланып ултыра. Сәриә үрле-ҡырлы йөрөй.
Сәриә. Оятһыҙ! Бәхетемде үлтерҙең. Миңә нисек йәшәргә хәҙер, ә? Нисек итеп кеше күҙенә күренәйем?
Сәриә. Һиңә түгел инде. Аҡылдан яҙған кешегә рәхәт ул, бер нәмәгә лә иҫе китмәй – донъяһы түңәрәк. Ә бына мин нимә эшләргә тейеш?
Булат. Башың бар бит, уйла. Хоҙай башты уйлар өсөн биргән.
Сәриә. Һин бутаның башты. Өҫтөмдән йөрөүең етмәгән...
Сәриә. Тана алмаҫһың, гонаһың ҡабара башлаған инде.
Булат. Гонаһым?! Бәлки, ул минең берҙән-бер сауабымдыр. Мөхәббәт емешенең гонаһ булыуы мөмкин түгел.
Сәриә. Тфю! Хәстрүш! Мөхәббәт имеш. Мөхәббәт тигәнең — мираж, сүллектә сарсаған кеше күҙенә күренгән ҡоҙоҡ ул. Унан һыуһынын ҡандырған кеше юҡ әле.
Булат (кейенә). Һинең менән үткән ғүмерем — мираж.
Булат. Үҙем беләм. Һәр баҫҡан аҙымымды тикшереп торҙоғоҙ. Етте!
Сәриә. Мине уйламаһаң, балаңды уйла... Мин дә ауырлы...
Сәриә. Минең дә балам була.
Сәриә. Кемдән булһын, һинән.
Булат. Ха-ха-ха... Заочно бала тапмайҙар (сыға).
Сәриә. Хайуан! Һинән бала табырға... Тфю! Үҙең кеүек бер эт булыр. Туҡтале! Туҡта! Бала... Бала... Әһә! Күрһәтермен мин һиңә баланы.
Ҡайҙа ҡундың? Ҡайҙа йөрөйһөң, туғаным? Һине уйлап, төнө буйы йоҡлай алмай сыҡтым.
Сәлимә. Мин әйберҙәрҙе алырға...
Сәлимә. Ятаҡҡа күсәм, апай.
Сәриә. Һин нимә һөйләйһең, туғанҡайым? Ошондай фатирыбыҙ була тороп, һине ятаҡта йәшәтә булабыҙмы һуң. Ауыҙыңды ла асма. Тем более әле...
Сәлимә. Юҡ, апай. Шулай һәйбәтерәк булыр.
Сәриә. Үҙеңде уйламаһаң, балаңды уйла. Ә теге хайуан бының өсөн яуап бирер.
Сәриә. Еҙнәң. Көсләгән икән, яуап бирһен.
Сәлимә. Мине ул көсләмәне, апай.
Сәриә. Көсләгән! Көсләгән! Хәҙер үк милицияға ғариза яҙабыҙ.
Сәлимә. Ғариза? Юҡ, апай, мине ул көсләмәне. Мин бер нәмә лә яҙмайым.
Сәриә. Үҙем яҙам. Ҡулыңды ҡуйырһың.
Сәлимә. Юҡ! Бер нәмәгә лә ҡул ҡуймайым. Мине ул көсләмәне.
Сәриә. Нисек йәшәргә уйлайһың? Был заманда бала менән... Ужас!
Сәлимә. Борсолма, апай, йәшәрбеҙ. Илдә сәпсек үлмәй.
Сәриә. Был заманда сәпсек түгел, бөркөттәр үлә. Давай, ғариза яҙ!
Сәлимә. Бер нәмә лә яҙмайым тинем бит. Әйберҙәрҙе генә алам да...
Сәриә (үҙ алдына). Ух, быныһы ла бер йылан... Нишләргә һуң? Нишләргә? Ҡарале, туғаным, донъя булғас, төрлө хәл була инде. Ярай, ятаҡҡа күсеүеңә лә, бала табыуыңа ла ҡаршы түгелмен. Тик... Тик ни бит әле, һиңә бер үтенесем бар.
Сәлимә. Миңә?! Ниндәй үтенес һуң ул?
Сәриә. Теге... Еҙнәң хәҙер һине тыңлаясаҡ. Шулай бит. Ҡарале, туғанҡайым, һин унан теге ҡағыҙҙарҙы ғына алып бир беҙгә.
Сәлимә. Ни һөйләйһең, апай?! Юҡ, юҡ! Мин кеше эшенә ҡыҫыла алмайым.
Сәриә. Ниндәй кеше ти ул... Һинең ирең бит ул хәҙер. Аңлайһыңмы, ирең! Баштан уҡ алдынан алмаһаң, аҙаҡ үкенерһең. Минең һымаҡ... Ирҙе тота белһәң генә ир ул.
Сәлимә. Юҡ, апай, өгөтләмә.
Сәриә. Атаҡ-атаҡ, ниндәй өгөтләү ти ул. Аҡыл өйрәтәм һиңә. Башың йәш әле. Минең кеүек донъяның үтен татыһаң, белерһең. Алып бир миңә шул ҡәһәр һуҡҡан ҡағыҙҙарҙы.
Сәлимә. Юҡ, апай (әйберҙәрен сумаҙанға тултыра).
Сәриә. Ул һине тыңлаһа, ярата, тимәк. Тыңламаһа, тыңлат. Алып бир шул ҡағыҙҙарҙы. Зинһар, туғанҡайым, алып бир! Әгәр ярҙам итһәң, Марат Ғәлиевич министр буласаҡ, ә мин — секретарша. Үҙеңә фатир алырға ярҙам итербеҙ.
Сәриә. Туҡтап тор! Һиңә үтенгәнем булманы. Бына, оло башымды кесе итеп ялбарам. Алып бир, туғанҡайым!
Сәриә. Шулаймы ни!? Улай икән, ярты йыл буйы миндә йәшәнең. Майыңа сыҙай алмаһаң, түлә фатир хаҡын.
Сәлимә (аҡса сығарып). Мә!
Сәриә. Ошо ғынамы? Кешеләр айына күпме түләп тора, беләһеңме?
Сәлимә. Барын бирҙем, әле аҡсам юҡ.
Сәриә. Тап. Һине бушҡа йәшәтеп ятҡырырға миндә әндәрәй ҡаҙнаһы түгел. Тап, давай! Бөгөн үк килтер. Юғиһә... (Сәлимәнең сумаҙанын тартып ала). Аҡса килтергәс алырһың.
Сәриә. Ух, йылан! Ух, эт! Бар, бар! Теләһәң нишлә... Аръяғына кит. Суҡын! Балаңды күтәреп, апай тип килеп етерһең, паразит. Тфю! Артыңа ҡарама көлө. Ят әйҙә ятағыңда һаҫып. Оятһыҙ! Күрмәгәнеңде күрерһең. Тапҡан ир ишаратын. Ул нәмә эшһеҙ ҡайҙа барыр икән әле. Минең арҡала ғына кеше булып йөрөнө бит ул хайуан.
Сәриә. Ҡайттыңмы, Булатҡайым. Хәҙер өҫтәл әҙерләйем.
Сәриә. Эйе шул. Йә, өҫтөңдө һал. Арығанһыңдыр, ял ит. (Өҫтәлгә коньяк ҡуя). Бына, һинең өсөн тип кенә һаҡлағайным. Йә, йә, ултыр әле, ултыр, бәғеркәйем.
Булат. Һиңә ҡарап-ҡарап торам да, элек нисек шәйләмәгәнмен икән тим...
Сәриә. Айныҡ сағың булдымы ни. Ҡәҙеремде белмәнең, изгелегемде күрмәнең шул.
Булат. Эйе, күрмәгәнмен... Күрһәм дә күрмәмеш булғанмындыр...
Сәриә. Күрмәнең шул. Айнығас, күҙеңә салынамдыр хәҙер. Шулаймы?
Сәриә. Ярай, хаталанғанһың, Булатҡайым. Дүрт аяҡлы ат та абына. Ғәфү итәм. Әйҙә, ултыр әле, ултыр.
Сәриә. Ә?! Нисә миллион тиһең?
Сәриә. Аһ, аһ! Ит изгелек, көт яуызлыҡ. Нимә тиһәң дә ризамын. Әрлә, һүк... Тик...
Сәриә. Анау документтарҙы ғына бир. Нимәгә ул һиңә? Кеше бәхетен емереп, бәхетле булырмын тиһеңме!
Булат. Миндә түгел ул документтар.
Сәриә. Ҡайҙа? Ҡайҙа иттең?
Сәриә. Үлтерҙең! Тереләй һуйҙың, былай булғас. Ахмаҡ! Нимә эшләнең һин, ә!? Нимә эшләнең!? Үҙеңдең башыңды ашауың етмәгән, минекен дә ашаның бит. Ләғнәт төшһөн һиңә! Ҡәһәр һуҡһын! Еңел ҡотолормон тиһеңме? Юҡ, былай ғына ҡалдырмабыҙ (кейенә). Марат сара күрер. Донъяға тыуғаныңа үкенерһең! (Ҡабаланып сыға).
Шул уҡ фатир. Булат яңғыҙы.
Булат. Бер генә көн ҡалды. Бер генә көн... Эх!.. Әсәйгә лә ҡайта алмайым һаман. Юҡ, юҡ, бөгөн үк ҡайтырға. Хәҙер үк. Хәҙер үк...
Булат. Сәлимә! Һин ҡайҙа булдың, Сәлимә? Мин бит һине эҙләнем. Телефоның да яуап бирмәй.
Сәлимә. Ғәфү ит, телефонды һатырға тура килде.
Сәлимә. Апайыма түләргә аҡса кәрәк булды.
Булат. Түләргә? Нимә өсөн?
Булат. Аңламайым. Нисек инде фатир өсөн?
Сәлимә. Бына ошонда йәшәгән өсөн.
Булат. Йәшәгән өсөн хаҡ һоранымы шул? Ну, ҡәбәхәт! Мин уны!..
Сәлимә. Юҡ, Булат. Һин ҡыҫылма, йәме. Түләрлек аҡса таптым инде. Ятаҡҡа ла урынлаштым.
Булат. Нисек инде ятаҡҡа?
Сәлимә. Шулай кәрәк, Булат. Мин бында йәшәй алмайым.
Булат. Мин дә... Йәшәй алмайым шул... Йәшәй алмайым, Сәлимә!.. Ғүмер шул тиклем ҡыҫҡа...
Сәлимә. Юҡ, Булат, ғүмер — оҙон ул. Ләкин уны кеше үҙе ҡыҫҡарта.
Булат. Бәлки... Бәлки, шулайҙыр. Кейемдең дә ҡәҙерен белмәһәң, тиҙ туҙа. Эх, кеше ыңғайына йәшәп булманы...
Сәлимә. Ағым ыңғайына йөҙгән кеше бер ваҡытта ла сығанаҡҡа етә алмай...
Булат. Мин йөҙгән йылғаның ағымы көслө ине шул, Сәлимә. Ул йылғала ағым ыңғайына ла йөҙөүе ҡурҡыныс, сөңгөлдәр күп. Күптәр батып ҡала. Минең, сылтырап аҡҡан саф сығанағым ошо даръяла буталып, юҡҡа сыҡты.
Сәлимә. Ҡайт сығанағыңа, Булат. Һин ебеп төшә торған түгел инең бит. Йәшһең, көслөһөң.
Булат. Белмәйем, ҡәҙерлем. Ағымға ҡаршы йөҙә алмам хәҙер... Һуңланым...
Сәлимә. Унда ҡайтыр өсөн бер ваҡыт та һуң түгел.
Булат. Минең өсөн... Һуңланым шикелле... Үҙем дә аңламайым, әллә һаташам... Буталдым мин, Сәлимә. Үрмәксе ауына эләккән себен кеүек сәбәләнәм.
Сәлимә. Иҫләйһеңме, Булат, Еҙем буйын?
Булат. Онота буламмы һуң! Беҙҙең тәүге кис ине ул. Күктә тулған ай... Ҡоштар моңо... Беҙҙең йыр... Эх, шул саҡтарҙы ҡайтарып булһа икән!
Сәлимә. Ул кис беҙҙең менән, Булат. Беҙҙең йөрәктә (йырлай).
Тәүге тапҡыр һинең менән бергә
Беләһеңме икән һиңә булған
Йөрәгемдә ташҡан хистәрҙе?
Һинһеҙ донъя төҫһөҙ тойола.
Тик бер генә тапҡыр һине күрһәм,
Ниңә һуңлап килде икән һөйөү?
Ниңә йәндәр һуңлап ҡауышты?
Йөрәк телә Саҡ, Суҡ тауышы.
Булат. Рәхмәт, Сәлимә! Рәхмәт, ҡәҙерлем! Һин мине сафлығыма, сығанағыма алып ҡайттың. Һуңғы юлға ошо йыр менән...
Шаулашып Марат менән Сәриә инә.
Сәриә. Абау!.. Ҡарағыҙ әле бынау икәүгә.
Сәриә. Шымдым, Марат, шымдым.
Марат. Һауғынамы, ҡустым (күрешергә ҡул һуҙа. Булат күрешмәй). Аңлайым, аңлайым. Үпкәләгәнһеңдер миңә. Ни хәл итәһең, ҡатыраҡ та бәрелгән саҡтарым булғандыр. Ғәфү ит, ҡустым. Эш кешеһе бит беҙ. Эш, тип яҡындарҙы ла рәнйеткән саҡ була шул.
Булат. Йә, нимә кәрәк булды?
Сәлимә. Апай, мә! Фатир хаҡы.
Сәриә (аҡсаларҙы алып, күкрәксәһенә тығып ҡуя). Ирле булдым тип ҡыуанаһыңмы? Ҡыуан, ҡыуан. Илар көнөң алда әле. Ана тора сумаҙаның, ана тора ишек...
Марат. Сәриә тим... килен... улай һөйләшмәнек...
Сәриә. Шымдым, Марат, шымдым.
Марат. Аңлашайыҡ әле, ҡустым.
Булат. Барыһы ла аңлашылды. Тағы нимәһен аңлашаһың?
Марат. Ҡустым! Булат, ҡуй, бер-беребеҙгә үс тотмайыҡ. Былай ҙа дошмандар күп. Беҙгә бергә булырға кәрәк. Бына ошо йоҙороҡтағы бармаҡтар кеүек. Үҙебеҙ донъяны һығып тотмаһаҡ, донъя үҙебеҙҙе һығасаҡ.
Булат. Күп һыҡтыҡ. Етте!..
Марат (дипломатын асып). Бында, ҡустым, бер миллион. Тәүге көндәрҙә һиңә ярап торор.
Сәриә. Уға?! Бер миллион?!
Марат. Тик кенә тор, Сәриә!
Марат. Һуңынан тағы өҫтәрмен, ҡустым. Килештекме? Бир миңә теге документтарҙы.
Булат. Миндә бер ниндәй ҙә документ юҡ. Ал аҡсаңды.
Сәриә. Ахмаҡ, үҙе кергән малдан баш тартамы кеше. Биргән саҡта алып ҡал.
Сәлимә сумаҙанын алып, сығырға бара.
Булат. Сәлимә, һин ҡайҙа?..
Булат. Көт мине. Мин хәҙер.
Марат. Туҡтап тор, ҡустым. Бир шул документтарҙы. Мә, ал аҡсаны. Әсеңде тишмәҫ.
Марат. Туҡтап тор. Теләйһеңме, бына, алдыңа тубыҡланам. Бир шул ҡағыҙҙарҙы. Зинһар, бир! (Булаттың алдына тубыҡлана) Бир, ҡустым! Бир!.. Үтенәм!..
Сәриә. Бир, Булат. Ниңә ыҙалатаһың кешене!
Марат. Үтенәм! Үтенәм, Булат ҡустым! Үлтермә мине! Зинһар, бир!.. Яҙмышым һинең ҡулыңда...
Булат. Миндә юҡ ул документтар.
Марат. Ҡайҙа һуң? Ҡайҙа иттең?
Булат. Прокуратуранан барып һора.
Сәриә. Прокуратуранан?! Ух, эт!..
Марат. Ә?! Прокуратуранан тиһеңме?
Марат (тороп өҫтөн ҡаға). Мин уйлағайным... Һе, прокуратуранан тиһең инде... Тәк, тәк... (Кеҫә телефонынан һандар йыя). Сәриә, һөйләшкәнсә... Биклә ишекте! Тиҙ бул! Шылтырат тегендә!..
Сәриә йүгереп барып ишекте бикләй. Телефондан шылтырата.
Сәриә. Мин һиңә апай түгел.
Сәлимә. Ас ишекте. Беҙгә китергә кәрәк.
Сәриә. Китмәй тороғоҙ әле. Китмәй тороғоҙ...
Булат. Һин нимә ҡыланаһың, ә! Ас тиҙәр һиңә!
Марат. Алло... Һеңлем, миңә Хәйҙәр Вафич кәрәк ине. Марат Ғәлиевич тиң. Үҙе белә. Алло... Слушай, Вафич... Әйе. Мин,
мин... Һаулыҡ нисек? Ҡарттарса? Яҡшы, яҡшы. Слушай, һинең биләмәгә минең хаҡта... Беләһеңме? Һиндәме? Эйе, минең элекке главбух ебәргән. Оятһыҙ инде, оятһыҙ... Ҡуйынымда йылан аҫырағанмын. Слушай, шуны кәрзингә... Аңланым, аңланым... Рәхмәт! Рәхмәт, Вафич! Булды... Ә, улмы? Уволен ул, уволен... Буш итмәм... Пока (шашып көлә). Вот так! Ағайыңа күҫәк күтәрһәң, шулай була. Шылтыраттыңмы, Сәриә?
Сәриә. Булды. Хәҙер килеп етәләр.
Булат (Сәриәгә). Ас ишекте! Һиңә әйтәм...
Марат. Ха-ха-ха... Шулай ул, донъя. Миңә ишек бикләргә самалағайның, үҙең килеп ҡаптың. Унан сыға алмаҫһың... Асҡысы юҡ ул ишектең... Ул ишектең асҡысы бына ошондай ҡулдарҙа...
Булат (йөрәгенә күрһәтеп). Асҡыс бына бында ул... Аңларһың, ләкин һуң булыр.
Сәриә (ишекте аса). Әйҙәгеҙ. Һаҡ булығыҙ. Ана тора.
Ах халатта ике табип инә.
Булат. Һеҙ?! Килдегеҙҙәме ни?!.. Мин бит әсәйҙе лә күреп өлгөрмәнем. Һеҙ бит өс көн...
Сәриә. Икенсе көн инде өс көн тип һаташа. Псих.
Булат. Алып китегеҙ һеҙ уны психбольницаға. Кеше булырлыҡ түгел.
Сәлимә. Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ? Ул бит...
Сәриә. Һин ҡыҫылмай ғына тор. Һиңә лә сират етер.
Сәриә. Айыҡ көнө юҡ. Эштән айыҡ ҡайтҡаны юҡ.
Сәлимә. Һеҙ... Һеҙ бит үҙегеҙ эсерҙегеҙ уны. Ҡол итергә теләнегеҙ. Эскән менән идара итеүе еңел, бөтә ғәйепте уға япһарып була. Һеҙ... Һеҙ...
Булат. Сәлимә, һүҙеңде әрәм итмә шуларға.
Марат. Синдром башланмаҫ элек алып китегеҙ. Ана, ҡатынын ниндәй хәлгә төшөргән.
Сәриә. Үлтерә яҙҙы ул мине.
Сәриә. Мин тип... Бергә йәшәгән булғайныҡ.
Сәлимә. Уның ҡатыны — мин.
Сәриә. Эйе, ул. Икеһе лә аҡылдан яҙған. Икеһен дә алығыҙ.
Сәлимә. Һеҙ үҙегеҙ аҡылдан яҙғанһығыҙ. Аңығыҙҙы аҡса томалаған.
Марат. Табип әфәнде, был бәндә минең ҡул аҫтында эшләне. Бухгалтер... Бывший. Так что, аҡса араһында эшләгәс, нервыһы ҡаҡшағандыр. Ене ҡупмаҫ элек...
Булат. Ҡәбәхәт!.. Ну, ҡәбәхәт!..
Табип. Тыныслан. Кем тип әйтәйем...
Сәриә. Булат. Исеме — Булат.
Табип. Тыныслан, Булат, тыныслан!
Булат. Мин үҙ аҡылымда. Киттек, Сәлимә.
Сәриә. Сығармағыҙ. Кеше үлтерәсәк бит ул.
Табип. Туҡтап тор, Булат.
Булат. Һеҙгә нимә кәрәк минән? Китегеҙ юлдан.
Сәлимә. Һеҙ кемде тыңлайһығыҙ! Булат сирле түгел.
Табип. Уныһын тикшерербеҙ.
Сәриә. Тиҙерәк алып китегеҙ.
Табип. Булат, һин тыныс бул. Беҙҙең менән барырһың...
Булат. Нимә? Һеҙҙең менән? Юҡ, юҡ!.. Мин бер ҡайҙа ла бармайым. Китегеҙ бынан! Китегеҙ!..
Табип (икенсе табипҡа ымлай). Давай...
Булатҡа тынысландырыу күлдәге кейҙерәләр.
Булат. Ебәрегеҙ!.. Ебәрегеҙ мине!..
Сәлимә. Һеҙ нимә эшләйһегеҙ! Теймәгеҙ уға!.. Теймәгеҙ!..
Марат (уларға ярҙамлаша). Бына шулай. Нығыраҡ бәйләгеҙ! Нығыраҡ!.. Ысҡынырлыҡ булмаһын!.. Ҡаптыңмы, сволочь!..
Булат. Сисегеҙ!.. Сисегеҙ был күлдәкте!.. Мин үҙ аҡылымда.
Сәлимә. Туҡтағыҙ!.. Ул сирле түгел...
Марат. Һин ҡыҫылма. Юҡһа, үҙеңде лә...
Табип. Тыныслан, Булат. Ҡыҙма. Тикшерерҙәр. Дауаларҙар.
Булат. Мин сирле түгел!.. Аңлайһығыҙмы, мин сирле түгел! Сисегеҙ был күлдәкте!..
Сәриә. Яҡлама шул психты.
Табип. Әйҙә. Атла, Булат. Беҙҙе көс ҡулланырға мәжбүр итмә. Үҙеңә лә ҡыйын буласаҡ. Атла, давай...
Булат. Ах, ҡәбәхәттәр!.. (Марат менән Сәриәгә). Ә һеҙ миңә бығау һалдыҡ, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, ҡотолдом мин бығауҙан. Ишетәһегеҙме, ҡотолдом! Ул бығау, ана, һеҙҙә. Күңелегеҙ, йөрәгегеҙ, аңығыҙ бығаулы һеҙҙең. Ул бығау аҡса сыңы булып шалтырай. Ишетәһегеҙме?! Юҡ, ишетмәйһегеҙ! Сөнки һеҙ һаңғырауҙар! Күрмәйһегеҙ, сөнки һеҙ һуҡырҙар!.. Зәғифтәр... Мин ул бығауҙан азат. Бөгөн беренсе тапҡыр үҙемде азат тоям. Ә был күлдәк... Был күлдәкте һеҙ кешелеккә кейҙерергә тырышаһығыҙ. Килеп сыҡмаҫ! Бығаулылар ағымға ҡаршы йөҙә алмай. Халыҡ ағымына ҡаршы...
Сәлимә. Булат, мин һинең менән. Беҙ бергә.
Булатты алып сығалар. Сәлимә уларға эйәрә.
Сәриә. Ҡотолдоҡ!.. Ҡотолдоҡ, Марат!..
Марат. Уф, ҡотолдом. Дә-ә... Ҡотто алды был. Башымды ашай яҙҙығыҙ.
Марат. Башыма етә яҙҙығыҙ, тим.
Сәриә. Беҙ. Миңә әйтәһеңме ул, Марат?
Марат. Һеҙ инде, һеҙ. Кем булһын...
Сәриә. Һин нимә һөйләйһең, Марат? Мин бит һинең менән...
Марат. Ярай, аҡланма. Бер ҡаҙанда ҡайнайһығыҙ.
Сәриә. Атаҡ, атаҡ!.. Һиңә нимә булды?
Марат. Миңә бер ни ҙә булманы, слушай. Ярай, хуш...
Сәриә (Маратҡа һыйына). Берәү ҙә ҡамасауламай, Марат...
Марат. Ҡуй әле... Бутама башты. Һинән башҡа ла... (сығырға бара).
Сәриә. Ташлама мине, Марат! Ҡалдырма мине!
Марат. Ай, йәбештең дәһә дегәнәк һымаҡ.
Сәриә. Үтенәм, ташлама мине! Ташлама!..
Марат. Етте, слушай. Уйын күп булмай...
Сәриә (Мараттың аяғына йығыла). Марат, ҡалдырма мине. Зинһар! (Илай) Ҡалдырма!..
Марат. Кит әле!.. Бына тигән фатир бирҙем. Артығы менән түләнем. Һиңә бурысым юҡ. Бөттө!..
Сәриә. Марат!.. Маратҡайым!.. Үтенәм!..
Марат. Туйҙырҙың. Миңә ассортимент кәрәк. Ебәр аяҡты!.. (Кеҫә телефоны шылтырай). Алло!.. Хәйҙәр Вафич. Эйе, мин. Ә?! Туҡтале, слушай. Нимә? Хөрт? Эш хөрт тиһеңме? Нисек инде улай? Юғарынан шылтыраттылар? Кем? Үҙеме? Уға ла ебәргәнме? Ах!.. (Телефонын бәрә. Бөгөлөп төшә). А-а-а! Сволочь!.. Сволочь!.. Бөтөрҙө!..