Ҡырыҫ ҡыштың тыны яман икән –
Ҡар ҡаплаған, ана, ағасты.
Ҡайындар ҙа башын аҫҡа эйгән,
Һыуыҡ ҡурған алмағасты.
Тын торһа ла улар бирешкәнме?
Бирешкәнме ҡарлы буранға?
Таң ҡалғандыр, бәлки, донъяларға
Һалҡын аҡыл хаким булғанға?
Булыр әле – һутлы ергә баҫыр
Яҙҙы көтә улар – һереләр!
...Һуңғы япраҡ өҙөлөп осҡанда ла –
Тере ҡала кескәй бөрөләр.