БАШҠОРТ ЮМОРЫ НИСЕК?
Ысынлап та, башҡорт юморы нисек була? Ҡайһы бер халыҡтарға хас иҫерек кеше логикаһы, билдән түбән яҡ, баҙарҙағы мутлыҡтар, кейәү менән ҡәйнә антагонизмы, һөйәр менән һөйәркәләр мажаралары беҙгә хас түгел. Һе, улайһа башҡорт юморына тема ҡалманы, тиер берәү. Бындай ҡарар сығарырға ашыҡмағыҙ. Һеҙҙең иғтибарға ике башҡорт лаҡабы килтерәм.
1.
--Ҡотла мине: балабыҙ бар!
--Малаймы?
--Түгел.
--Ҡыҙмы?
--Ҡайҙан белдең?
2.
--Ғәфү итегеҙ, һеҙ Алабайтал ауылыныҡымы?
--Юҡ.
--Улайһа, яҡташтар икәнбеҙ ҙе баһа.
--Нисек?
--Мин лә Алабайталдыҡы түгел.
Атымды һеҙҙең ихатаға туғарам, дуҫтар! Башҡортса лаҡап яҙығыҙ әле?
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
385-се күҙәтеү