"Ағиҙел" журналының беренсе һанында XIX быуаттың икенсе яртыһы башҡорт рухи-мәҙәни тормошонда шағир, ғалим, педагог булараҡ шаҡтай эҙ ҡалдырған Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Кейеков) хаҡында күренекле ғалим Ғиниәт Ҡунафиндың бик тә ҡыҙыҡлы мәҡәләһе донъя күрәсәк. Шунан бер өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
“Беҙ урман башҡорто булабыҙ”
(Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына – 195 йыл)
Ғ.Соҡоройҙоң әҫәрҙәре араһында Башҡортостанда кантонлыҡ системаһы бөтөрөлөү уңайы менән яҙылған бер нисә шиғыры ла бар. Улар шулай уҡ шағирҙың туған халҡы, тыуған ере яҙмышына битараф булмауы, заманы проблемаларынан ситләшмәүе тураһында һөйләй. Быны уның халыҡты ағартыу, уның дөйөм аң-белемен күтәреү ниәте менән төҙөлгән, дингә генә түгел, бәлки тарих, әҙәбиәт, география һәм башҡа күп төрлө фән тармаҡтарына ла бәйле бай мәғлүмәттәр туплаған «Ғөррәи ғалийә вә миръат әл-әһеллә» («Бөйөк календарь һәм халыҡтың көҙгөһө») тигән календарь китабы һәм башҡа тарихи-әҙәби яҙмалары ла раҫлай. Ғ.Соҡорой туған халҡының килеп сығышы, этник составы, үткән тарихи юлы, ғилми һәм әҙәби мираҫы менән етди ҡыҙыҡһына, бик күп ерле тарихи-әҙәби сығанаҡтарҙы өйрәнә, ҡайһы берҙәрен күсереп яҙа, үҙенсә тулыландыра, үҫтерә йәки шәрехләй, авторҙары хаҡында мәғлүмәттәр бирә. Мәҫәлән, Т.Ялсығоловтың ҡулъяҙма рәүешендә йөрөгән «Тарихнамәи болғар» әҫәренә яһаған шәрех-аңлатмаһының аҙағында ул авторҙың тормошо һәм ижады хаҡында бай материал бирә, уға арналған мәрҫиәһен урынлаштыра. 1853 йылда ул, Болғар ғалим-яҙыусыһы Яҡуп ибн Ноғман ижадынан юл алған һәм артабан Хисаметдин Мөслими, Тажетдин Ялсығолов кеүек башҡорт әҙиптәре тарафынан дауам иттерелгән тәуарих һәм шәжәрә төҙөү
традицияһына тоғро ҡалып, урта быуаттарҙа классик Көнсығыш һәм Урал–Волга буйы төрки поэзияһында киң таралған дүртәр юллы строфалы мөрәббә тип йөрөтөлгән поэтик ҡалып менән (шағирҙың бик күп поэтик әҫәрҙәре шиғыр юлдары а-а-а-б, в-в-в-б, г-г-г-б... рәүешендә рифмалашҡан мөрәббә ҡалыбында яҙылған) Ирәкте (Ҡара Табын) ырыуы башҡорттарының шәжәрәһен яҙа. Был әҫәр, бер яҡтан, Үҫәргән ырыуының шиғри шәжәрәһе менән бер ҡатарҙан элек башҡорттарҙа шәжәрәне теҙмә формала ижад итеү традицияһының да булыуын йәнә бер дәлилләүе, икенсе яҡтан, конкрет бер ырыуҙың тарихи яҙмышын һүрәтләү аша башҡорт халҡының тарихындағы һынылышлы һәм ҡатмарлы мәлдәрҙе шаҡтай тулы күҙалларға булышлыҡ итеүе менән әһәмиәтле. Соҡорой уның бер нисә сәсмә вариантын да төҙөй. Уларҙың береһе 1885 йылда Ш.Мәржәниҙең “Мөстәфад әл-әхбар фи әхүәли Ҡаҙан вә Болғар” (“Ҡаҙан һәм Болғар хәлдәре тураһында төрлө сығанаҡтарҙан алынған хәбәрҙәр”) исемле китабында донъя күрә. Был шәжәрәләрҙә ҡара табындарҙың (ирәктеләрҙең) элегерәк Көнбайыш Себерҙә, Тобол һәм Иртыш, һуңғараҡ Миәс йылғалары буйҙарында көн итеүҙәре, артабан донъя көтөү өсөн уңайлыраҡ ерҙәр эҙләп хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле, Яңауыл, Асҡын һәм Балтас, Татарстандың Минзәлә һәм Аҡтаныш, Пермь өлкәһенең Барҙы райондары биләгән территорияларға килеп төпләнеүҙәре, боронғо башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, көнкүреше, Ҡаҙан ханлығы менән мөнәсәбәте, үҙ иректәре менән Урыҫ дәүләтенә ҡушылыуы, крайҙа батша хөкүмәте үткәргән колониаль сәйәсәттең, социаль ғәҙелһеҙлектәрҙең ауыр эҙемтәләре иҫтә ҡалырлыҡ реаль картиналарҙа сағылдырыла.