Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ғинуар 2021, 12:57

Ҡыш күберәк түләйбеҙ, ә йәй - бушлай.

"БашРТС" директоры Тимофей Дубровский әйтеүенсә, йылылыҡ өсөн дөйөм хаҡ әллә ни артмаған, ҡайһы бер йорттарҙа хатта түбәнәйгән, тик хәҙер уны тигеҙ булмаған өлөштәр менән түләргә тура килә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#БашРТС

"Беҙ осраҡлы рәүештә Өфөләге ике йортто һайлап, унда йәшәгәндәрҙең йыл буйы йылылыҡ өсөн күпме түләгәнен иҫәпләп сығарҙыҡ. 2018 һәм 2019 йылғы хисаптар йыллыҡ корректировкалауҙы иҫәпкә алып башҡарылған (хәтерегеҙҙәлер, элегерәк йылылыҡ менән тәьмин итеүселәр аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтара торғайны йәки, киреһенсә, өҫтәп түләргә тура килә ине), 2020 йылда беҙ йылыны күпме тотонғанбыҙ, шуның хаҡын түләйбеҙ, ҡайтанан иҫәп-хисап яһалмай", – тине Тимофей Дубровский.
Тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, баш ҡаланың Дмитрий Донской урамындағы 40-сы йортта 32,4 квадрат метрлыҡ бер бүлмәле фатирҙа йәшәгәндәр 2018 йылда йылылыҡ өсөн – 12696 һум, 2019 йылда – 14232, ә 2020 йылда 14384 һум түләгән. Хаҡ яҡынса бер процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта 2019 йылдың декабре менән 2020 йылдың декабре өсөн түләнгән аҡсаны сағыштырһаҡ, артым 35 процент самаһы. Был һауа торошона бәйле – 2020 йылда уртаса һауа температураһы 2019 йылдың декабре менән сағыштырғанда һигеҙ градусҡа түбәнерәк булған.
Өфөнөң Ҡулса урамындағы 197-се йортта 62,9 квадрат метрлыҡ өс бүлмәле фатир хужалары һуңғы өс йылда 21205, 20793 һәм 20108 һум түләгән. 2020 йылдың декабрендә хаҡ 2019 йылдың декабрендәгегә ҡарағанда 28 процентҡа юғарыраҡ, әммә 2019 йылда дөйөм хаҡ өс процентҡа аҙыраҡ.
Мәғлүм булыуынса, 2019 йылдың октябренән Башҡортостан йылылыҡ өсөн түләүҙең яңы алымына күскәйне. Хәҙер беҙ 12 ай буйы түгел, ә һигеҙ ай өсөн (йылыны күпме ҡулланғанбыҙ, шул тиклем) түләйбеҙ: ҡыш, торбалар йылы саҡта – күберәк, ә йәй бөтөнләй түләмәйбеҙ.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас: