Алберт күҙҙәрен асып ятҡан килеш кирелде-һуҙылды ла, ҡапсығын үрелеп алды. Гәзит киҫәге өҫтөнә быҡтырылған тауыҡ, сусҡа майы, икмәк ҡуйҙы, араҡы шешәһе ултыртты. Һы, эстәкән алырға онотҡан даһа… Ярай инде, шешә морононан ғына эсәр әле. Тамағы ла кипкән, башта һыра йотоп, эс-ҡарынды уятырға кәрәк… Ашауға шәп ул. Уның ашҡаҙаны тирмән кеүек, һаҫып ятҡан үләкһәне лә аш итер. Шуға ла ул, тоҡом үгеҙе һымаҡ көр, елле. Иллә мәгәр ҡатын-ҡыҙға әүәҫ Альберт. Шуларҙан ғына был тормошта йәм, тәм таба. Тик ул, ҡайһы бер иҫәүәндәр һымаҡ, сәскәләр ҡосаҡлап, шиғырҙар уҡып, йырҙар йырлап йөрөмәй. Уның ҡатын-ҡыҙ күңеленә илткән әмәле бер генә. Ул һөңгөләй төҙ һәм суҡмарҙай тос…
Уның тәүге «мөхәббәте» ҡалалағы һөнәрселек мәктәбе ятағындағы кастелянша ҡатын булды. Маңҡаһы ла кипмәйенсә, балта оҫтаһына уҡып йөрөгән сағы ине. Бер көн шул алды-арты матур ғына мәрйә уны коридорҙа тотоп алды ла ярҙамға саҡырҙы. Бысраҡ түшәк-юрғандар күбәйеп киткән, шуларҙы тоҡтарға тултырырға булыш әле, йыуырға алып китергә кәрәк, йәнәһе. Уны-быны тоймаған үҫмер эйәрҙе тегегә. Ә теге кәнтәй сепрәк-сапраҡ тулы бүлмәгә кергәс, күҙ-ҡарашын томанландырып, ҡыҫҡа итәкле халаты аҫтынан һөттәй аҡ боттарын ялтыратып, эш араһында һырынды ла һырпаланды йәш егеткә! Билдәле, салбар эсендәге теге нәмә утта ҡыҙған тимер таяҡтай булып, ҡыбырҙаған һайын кейем-ҡайышҡа эләгеп, тамам тәҡәтен ҡоротто Альберттың. Бер мәлдә ул, башы шаулап китеп, түҙмәне, ҡатынҡайҙың артынан ғына килеп итәк аҫтына ҡулын тыҡты. Башына йүгән кейҙергән бейә һымаҡ булды ла ҡуйҙы шунда теге...
Йыш ҡына шулайтып «ярҙамлашыр» ине Альберт ул мәрйәгә һуңынан да. Шул саҡтан бирле күҙенә эләккән бер сибәркәйҙе буш ҡалдырмаҫҡа тырыша ул. Мәрәкә кешеләр имеш ул ҡатын-ҡыҙҙар! Хатта хан ҡыҙылай маһайып, яҡын ебәрмәҫтәй тәкәберләнеп йөрөгәндәренең дә булған теләк-хыялы, бары тик арт һандарын ир-ат ҡото менән «туйындырыуға» ҡайтып ҡала, дөрөҫөн генә әйткәндә. Шулай булмаһа, кәрәккән-кәрәкмәгәндә лә боттарын асып, түшен ҡабартып йөрөмәҫтәр ине бит урамда! Яйын тура килтереп «тапағанды» үҙҙәре үк көтөп йөрөйҙәр! Һәм, был изге эште ипле генә итеп атҡарған «әтәскә» мөккибән булалар улар аҙаҡтан. Шунан башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй ҡатын-ҡыҙ күңеленә. Уның Миңлебай олатаһы мең ҡат хаҡ булған имеш! Аллы-гөллө мөхәббәт ул, егет менән ҡыҙ араһына кереп, мишәйт итеп ятҡан серек бүрәнәләй генә, тигән сағында. Анауы Ришатты ғына күр, мәҫәлән, хи-хи… Зөлфиә, тип тамам мәжнүнләнгән, бахыр, ха-ха! Шулай ҡара көйөп, шөмтөрәп йөрөгәнсе, берәй урында яйын тура килтереп, ҡыуаҡ аҫтына ғына һөйрәкләп керетһә, күптән мораҙына ирешер ине ләһә! Егетмен тигән егеттең эше шул был, Ришат һымаҡ ҡалтырауыҡтыҡы түгел, тьфү!.. Ярай, Ришат, һинең булдыра алмағанды мин үҙем тормошҡа атҡарырмын бөгөн. Ух, кинәнермен! Зөлфиә һылыуҡайҙың быға ҡәҙәре бикле торған ишеген асып, уға яңы тормош кинәнестәрен күрһәтәсәкмен!