Зөлфиә Миндибай ҡыҙы
Башҡортостандың Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында 1970 йылдың 1 ғинуарында тыуған.
1991 йылда
Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас,
Белорет районы мәктәптәрендә балалар уҡыта. Аҙаҡтан Өфөгә күсеп килеп,
«Шоңҡар» журналында бүлек мөдире,
Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлек етәксеһе булып эшләй. Бөгөнгө көндә Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығында Телдәр сәйәсәте бүлеген етәкләй.
Зөлфиә Ханнанова әҙәбиәткә Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында килә, филология факультетының башҡорт-рус бүлегендәге «
Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, әҙиптең шиғырҙарына эскерһеҙлек, ихласлыҡ һәм саф күңеллелек, шулай уҡ романтик йүнәлеш хас. Улар
рус,
татар,
сыуаш,
төрөк,
инглиз һәм
ҡазаҡ телдәренә тәржемә ителгән.
Шағирә башҡорт шиғриәте вәкиле булараҡ
Мәскәү,
Ҡаҙан,
Чебоксар, шулай уҡ
Төркиәнең Бафр һәм Самсун ҡалаларында уҙғарылған әҙәби йыйындарҙа ҡатнашты.
Уның “Мин – башҡорт, тип танышығыҙ!”, “Килен тәңкәһе” кеүек китаптарын шиғриәт һөйөүселәр һоҡланып ҡабул итте.
Хәтерегеҙҙәлер,
2017 йылда Өфөлә башҡорт телен яҡлап үҙенсәлекле һәм сағыу «Йөрәк һүҙе» проекты ойошторолдо.
28 ноябрҙә үткән шиғри алыш финалында 12 пар ҡатнашты, улар араһында башҡорт телендә иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр билдәләнде. Көсөргәнешле шиғри алыштың йомғаҡтары буйынса танылған башҡорт шағирәһе Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы Гүзәл Әлибаева иң яҡшы һүҙ оҫталары тип танылды. Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы төп бүләк – «Лада Гранта» автомобилен отто.
Ҡәләмдәшебеҙҙе күркәм ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлап, ижади ҡыуаныстар, ғаилә именлеге, сәләмәтлек теләйбеҙ!
Яулыҡ
Их, яулыҡһыҙ йөрөйбөҙ шул, ҡыҙҙар,
Бар ирҙәрен илдең аҙҙырып,
Бар ирҙәрен илдең меҫкен итеп,
Ә бит ниндәй ирҙәр булған элек
(Мин ишетеп беләм йырҙарҙан)!
Ил терәге ирҙәр тыуыр микән
Ярым-шәрә ҡатын-ҡыҙҙарҙан?!
Илдә мәшхәр хәҙер, шул мәшхәрҙең
Булыр микән берәй туҡтары?!
Яулыҡ ябынмаған ҡатындарҙың
Ҡарашында – иблес уҡтары.
Яулыҡ ябынмаған ҡыҙ-ҡырҡынды
Шулмы инде илдең күрәсәге,
Шулмы хәҙер беҙгә яҙғаны...
Яулыҡ ябынмаған ҡатын-ҡыҙҙар –
Мәсекәйме ул беҙ, убырмы...
Яулыҡ ябынмаған инәйҙәрҙең
Ә бит бар ғәмебеҙ һыйған уға,
Ябай әйбер түгел ул яулыҡ,
Йәһәннәмдән ҡалҡан булырлыҡ!
Аҡ яулыҡлы инәй доға ҡылһа,
Фәрештәләр баҫыр күс һырып...
Ҡуй, яулыҡһыҙ йөрөмәйек, ҡыҙҙар,
Илдең бәрәкәтен осороп!...