Конференция барышында Башҡортостан Башлығына журналистарҙың эш хаҡы буйынса ла мөрәжәғәт иттеләр.
– Һис шикһеҙ, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ярҙамға мохтаж, күп категорияларҙың эш хаҡы бик бәләкәй. Шул уҡ ваҡытта журналист һөнәре хәүефле лә. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәргә “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә эшләргә тура килә, – тине Радий Хәбиров “Нефтекама-24” телекомпанияһы хәбәрсеһе Зөлфиә Әмирова ковид-госпиталдәрҙең “ҡыҙыл зона”һында эшләгән хәбәрселәргә өҫтәмә түләүҙәр хаҡындағы һорауына.
Республика Башлығы Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларының эше мөһим икәнен аңлай һәм хеҙмәте түбән баһаланыуын да белә. Был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ, тип вәғәҙәләне.
– Һеҙ дөрөҫ һорау бирҙегеҙ: журналистарҙың эш хаҡы бик түбән – бының менән ризамын. Мине нимә ҡурҡыта, беләһегеҙме? Оҙаҡламай беҙ муниципаль кимәлдәге, шулай уҡ бәләкәй баҫмаларҙың журналистарын юғалтыуыбыҙ ихтимал, сөнки улар бигерәк бәләкәй хеҙмәт хаҡы ала, – тине Радий Фәрит улы. – Баҫма матбуғат быуаты китә, барыһы ла интернетҡа күсә. Тик, минеңсә, ниндәйҙер ваҡыт гәзиттәрҙе һаҡларға кәрәк, сөнки өлкән йәштәге кешеләр бар, уларға был кәрәк. Беҙ эш хаҡын этаплап күтәреү тураһында уйлана башлағайныҡ. 2021 йылғы ауыр иҡтисади хәл сәбәпле эшләй алмаҫбыҙ тип уйлайым, шулай ҙа 2022 йылда быны башҡарырбыҙ.
Фото: "Башинформ".