Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2020, 22:36

2020 йылдың ауыр хәтирәләре...

Ағымдағы йылға йомғаҡ яһаған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Башлығына Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы, Ҡуштауҙағы, “БСК”лағы хәлдәргә, Өфөләге мәсет төҙөлөшөнә бәйле ҡатмарлы һорауҙар ҙа бирелде.

Уларға Радий Хәбиров былай тип яуап бирҙе:
– Ауыр хәтирәләр. Яңы инфекция килеп кенә сыҡҡан саҡта уға ҡаршы нисек көрәшергә лә белмәй инек. Бик борсолдоҡ. Беҙ, ярар, был яҡта ҡалдыҡ, ә дауахана эсендә меңләп кеше – табиптар, пациенттар... Һығымталар яһаныҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Ҡуштауға килгәндә. Тауға бәйле барлыҡҡа килгән низағ йәмғиәтте тарҡатыуға килтерә ине. Ә минең бурыс – берҙәмлекте һаҡлау. Проблеманы ваҡытында хәл иттек. “БСК” – был мәсьәләне лә һөҙөмтәле яйға һала башланыҡ. Ҡул ҡаушырып ултырманыҡ, эш бара. Алға бармай торайыҡ, судтар дауам итә.
Ә Өфөнөң Салауат Юлаев проспектындағы төҙөлөшө туҡтап ҡалған мәсеткә ҡағылышлы:
– Уны төҙөп бөтөрөүгә күп аҡса кәрәк. Беҙгә кешеләр өсөн мөһим социаль объекттар булдырыу зарур, тимәк, ресурстарҙы тәү сиратта шуларға йүнәлтәсәкбеҙ. Ҡасан да булһа мәсет төҙөлөп бөтәсәк, тик ҡасан икәнлеген әйтә алмайым, алдағым килмәй, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: