Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2020, 10:17

«Теләктәр шыршыһы»на Урал Искәндәров ҡушылды.

«Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров та ҡатнашты. Был акция республикала йәшәүсе бәләкәстәрҙең хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#ЕлкаЖеланий

Өфөнән Анастасия Йосопова яңы йылда ҙур сәхнәлә сығыш яһарға хыялланған. Күреү һәләте насар булған ете йәшлек ҡыҙ күп тиҫтерҙәре кеүек йырсы булырға теләй. Ҡыҙға Урал Салауат улы: «Карауанһарай төркөмө концертында сығыш яһаясаҡһың тип шылтырата. Республиканың төп сәхнәһендә Анастасия әсәһе менән бергә өйрәнгән йырҙы башҡарҙы. Илештән күп бала тәрбиәләгән Степановтар ғаиләһенән 11 йәшлек Степандың да велосипед хаҡында яңы йыл теләге тормошҡа ашасаҡ.
"Коллегаларым менән бергә тотош ил буйынса ойошторолған акцияла ҡатнаштым һәм миңә ете йәшлек кенә Настя Йосопованың ҙур сәхнәлә сығыш яһау теләге яҙылған шар эләкте. «Башҡортостан» концерт залы етәкселеге кескәй ҡыҙҙың яңы йыл хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итте."
Урал Искәндәров, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры.
Читайте нас: