ЯРАЛЫ БӘХЕТ (хикәйәт). Зәйтүнә Айытбаева
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2020, 16:39

Радий Хәбиров Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы тураһында яҡшылап уйларға ҡушты.

Радий Хәбиров Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы тураһында яҡшылап уйларға ҡушты. Дүшәмбе оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Башҡортостан хөкүмәтенә ошондай бурыс йөкмәтте. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#РадийХәбиров

Радий Хәбиров Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы тураһында яҡшылап уйларға ҡушты. Дүшәмбе оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Башҡортостан хөкүмәтенә ошондай бурыс йөкмәтте.
«Аҙ ғына эш хаҡына ултырған ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» кеүек ниндәйҙер дәртләндереү сараһын уйлап табырға кәрәк, беҙҙә ундай параметрҙар бар, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Ауылда дәртле генә хеҙмәткәр – ҙур булмаған Мәҙәниәт йорто директоры булһа, тормош ҡайнап тора, олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша. Мәҙәниәт йорттары буйынса артабанғы эште әүҙем алып барырға кәрәк, улар беҙҙә төрлө хәлдә. Тағы ла күберәк төҙөү зарур, төҙөлөш блогы ярҙам итер».
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова мәҙәниәт тармағының 2020 йылдағы эшенә йомғаҡ яһаны. Пандемия осоронда тап мәҙәниәт тармағына ҡыйынға тура килде, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Күпселек мәҙәниәт учреждениеларын яптыҡ. Түҙгәнегеҙ өсөн рәхмәт, мәҙәниәт менән бәйле барлыҡ сараларҙы тәртипле үткәрәһегеҙ, шуның өсөн ҙур рәхмәт», — тине Радий Хәбиров.
Фото: Башинформ
Читайте нас в