Китаптарҙы даими нәшер итеү күҙаллана. Был серияның геройҙары – яҙыусылар һәм шағирҙарҙан тыш, тарихи хәрбиҙәр, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре.
«Ошондай китаптар – күптән өлгөрөп еткән тема, күренекле шәхестәребеҙҙең юбилей даталары уңайынан уларҙың художество әҫәрҙәренән тыш, биографияларын да баҫтырып сығарырға тырышырбыҙ», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов социаль селтәрҙә.
Һәр шәхес хаҡында уларҙың тормош юлын, ижадын, ҡаҙаныштарын өйрәнгән тикшеренеү эштәренең булмауы төп проблема булып тора.
«Ғилми биография яҙыу – күп көс талап иткән, шул уҡ ваҡытта кәрәкле һәм изге эш», — тип билдәләне вице-премьер.