Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2020, 17:17

“Йәшлек шоу – 2020”лә еңеүсе билдәләнде

Кисә, 26 декабрҙә “Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең суперфиналы булды. Билдәле булыуынса, быйыл был бәйгегә бөтә Рәсәй статусы бирелде, унда Башҡортостандан һәм ил төбәктәренән йәш йырсылар ҡатнашты. Быйыл эпидемиологик хәл арҡаһында финал телевизон форматта үтте.Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса еңеүселәр асыҡланды. Шулай итеп беренсе урынды тауыштарҙың 30,23 процентын йыйып: #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ЙәшлекШоу2020#ЙШПерезагрузка

Кисә, 26 декабрҙә “Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең суперфиналы булды. Билдәле булыуынса, быйыл был бәйгегә бөтә Рәсәй статусы бирелде, унда Башҡортостандан һәм ил төбәктәренән йәш йырсылар ҡатнашты. Быйыл эпидемиологик хәл арҡаһында финал телевизон форматта үтте.
Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса еңеүселәр асыҡланды. Шулай итеп беренсе урынды тауыштарҙың 30,23 процентын йыйып RAHIMOV Ришат Рәхимов (Ҡырмыҫҡалы районы) яуланы. Еңеүсе егет 300 мең һум аҡсаға сертификат һәм билдәле продюсерҙың менторлығын алды.
Икенсе урында Мәскәү ҡыҙы Алтынай Заһитова, ул тауыштарҙың 27,1 процентын йыйҙы. Ул 200 мең һумлыҡ сертификат алды. Өсөнсө урында Ырымбур ҡалаһынан Илдар Абдуллин, ул 20,5 процент тауыштар йыйҙы һәм 100 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.
4 урында – Наҙгөл Отузова, Салауат районы;
5 урын – Алиса Йомағәлиева, Өфө ҡалаһы;
6 урын “ZAKARIA” folk group, Ҡазан ҡалаһы.
Бынан тыш башҡа ҡатнашыусылар ҙа приздар һәм сертификаттар менән бүләкләнде. Улар:
Айтуған Айытҡолов, Йылайыр районы, GIRZAMUSIC студияһында йырҙы продюсерлауға сертификат;
Наҙгөл Отузова, Салауат районы, GIRZAMUSIC студияһында музыкаль альбом яҙҙырыуға сертификат;
Камила Усманова, Балтас районы, музыкаль клип төшөрөүгә сертификат.
Киләһе 2021 йылда “Йәшлек шоу”ҙа яңғыраған автор йырҙары республиканың радио һәм телеканалдары аша яңғырайасаҡ. Шулай уҡ ярым финалда һәм финалда ҡатнашҡан артистар илдәге эпидемиологик хәлгә ҡарап, февраль-март айҙарында республика һәм илдең алты төбәге буйлап ҙур гастроль туры менән сығасаҡ.
Читайте нас: