Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2020, 14:25

ФАП

Ғафуриҙа яңы йыл алдынан яңы объекттар асыу матур йолаға әүерелде. Бер юлы өс ауылда – Ташбүкән, Ҡурғашлы һәм Рус Саскүле ауылдарында яңы ФАП-тар асылды.

Ғафуриҙа яңы йыл алдынан яңы объекттар асыу матур йолаға әүерелде. Бер юлы өс ауылда – Ташбүкән, Ҡурғашлы һәм Рус Саскүле ауылдарында яңы ФАП-тар асылды.
Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың май указдарын үтәү йөҙөнән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә атҡарылды был эштәр. Ташбүкән ауылында быға тиклем ФАП үткән быуаттың 60-70-се йылдарында төҙөлгән, утын яғып йылытылған иҫке ағас бинала урынлашҡан ине. Ауылда ФАП булдырыу өсөн урындағы халыҡтың төҙөлөш барышында ихлас ярҙам итеүе аңлашыла. Ирле-ҡатынлы Мөхәмәтйәновтар, В.Мөхәмәтшин, Л. Мәүлетова, Ғ.Котов, М. Котова, Р.Усманова, Р. Мөлөкова кеүек ауыл уңғандары төҙөлөш барышында ихлас ярҙам иткәндәр. Ауылдағы 202 кеше бынан ары яҡты, йылы, иркен, бөтә уңайлыҡтары булған фельдшер-акушерлыҡ пунктына киләсәк.
Ҡурғашлы ауылында ла ФАП бик иҫке, әллә ҡасанғы замандағы бинала урынлашҡан ине. Был ауылда социаль-мәҙәни объект сафҡа инде. Бер ҡыйыҡ аҫтында ауыл клубы, китапхана, Ташбүкән ауыл биләмәһе хакимиәте, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, почта бүлексәһе, полицияның участка инспекторы бүлмәһе һәм ФАП урынлашҡан. Бындай объекттың асылыуы ла ауыл халҡы өсөн бик шатлыҡлы күренеш.
Рус Саскүле ауылындағы ФАП урындағы башланғыс мәктәп бинаһында өйҙәш булып йәшәй ине. Был ауылда ла модулле ФАП үҙ ишектәрен асты.
- Бер модулле ФАП-ты булдырыуға, йыһазландырыуға ғына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 3 миллион 600 мең һум аҡса йүнәлтте. Шуға ла уларҙы ҡәҙерләп тотонайыҡ, оҙаҡ йылдар файҙаланырға етһен, - тине үҙ сығышында Красноусол Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Йәнешев.
ФАП асылыуға арналған тантаналарҙа район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ҡатнашып, урындағы халыҡтың шатлығын уртаҡлашты.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Читайте нас: