Башҡортостандың дәүләт телдәрен, унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн республика Башлығы гранттарының дөйөм суммаһы 2021 йылда 80 миллион һум була. Республика етәксеһенең тейешле указы хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Хөкүмәт финанслау сығанаҡтарын билдәләргә тейеш. Контролдә тотоу Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенә йөкмәтелгән.
Быға тиклем гранттарҙың суммаһы 50 миллион һум тәшкил итте.