Өфөлә Башҡортостандың милли геройы, 112-се Башҡорт (16-сы Гвардия) кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең макеттары йәмәғәтселеккә күрһәтелде. Конкурс еңеүсеһенең эше яңыртылған Совет майҙанының мәғәнәүи үҙәгенә әүерелә.
Халыҡҡа макеттарҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров күрһәтергә ҡушҡайны. Республика етәксеһе конкурс комиссияһының һәр фекерҙе иҫәпкә алырға тейешлеген билдәләне.
Экспозицияны 500-ҙән ашыу кеше: йәмәғәтселек вәкилдәре, ижади берекмә ағзалары һәм республикала йәшәүселәр килеп ҡараны. Тамашасылар һорауҙар яҙылған ҡағыҙҙы тултырҙы һәм 19 эштең һәр береһен ун баллыҡ шкала буйынса баһаланы.
Конкурс комиссияһы ағзалары хәбәр итеүенсә, йәмәғәт фекер алышыуы йомғаҡтары буйынса проекттарҙың береһе 2 000-гә яҡын балл йыйған.
Еңеүсене һайлағанда хәл иткес һүҙҙе конкурс комиссияһы әйтергә тейеш.