«Тап бөгөн, донъя кимәлендәге юғары уҡыу йорто, Мәскәү дәүләт университетының попечителдәр советы майҙансығында, 2021 йылды Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан итеү тураһында әйткем килә», — тип белдерҙе президент 24 декабрҙә Мәскәү дәүләт университетының попечителдәр советы ултырышында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, декабрь башында Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин федераль ярҙам алырға тейешле ғилми-белем биреү үҙәктәрен һайлап алыу йомғаҡтары буйынса бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уларҙың береһе Өфөлә була.