Ғәли Соҡорой үҙ халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһына,
ирәкте (ҡара табын) башҡорттары
шәжәрәһенең бер нисә вариантын яҙып ҡалдыра. Варианттарының береһе «Тәзкирәтен әл-әхуан вә әл-әхбаб» («Туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү») тип аталған, бында шағир үҙенең 18 быуын ата-бабаларын теҙеп күрһәтә. Риүәйәт буйынса төп бабаһы
Майҡы бейҙең монголдарҙың
Сыңғыҙ ханы заманында йәшәүе тураһында бәйән итә. Шәжәрәгә ярашлы, Майҡы бейҙең өс (дүрт) улы булла —Ҡара Табын бей, Байҡы бей, Балыҡсы бей. Ҡара Табындың улы
Мейәс буйҙарында йәшәгән Әхмәтшәйех була, ул
Кама буйҙарына күсә, ә артабан ошо ерҙә Абдул улын ҡалдырып хәҙерге
Башҡортостандың төньяғына килеп төпләнә. Шулай итеп шәжәрәлә
ирәкте башҡорттарының таралып ултырыуы һүрәтләнә. Улар күршеләре
көҙәй,
таҙлар,
ҡайпан,
гәрәй,
уран,
ғәйнә башҡорттары менән мөнәсәбәткә инә. Шәжәрәлә
Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуында ҡатнашҡан
Иҫән хандың өс тапҡыр батша
Иван Грозныйға барыуы тураһында бәйән ителә.