Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2020, 12:42

Иғтибар! Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исемендәге поэмалар конкурсы

Ҡәҙерле дуҫтар, ҡәләм әһелдәре, әҙәбиәт һөйөүселәр! “Ағиҙел” журналында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исемендәге поэмалар конкурсы менән 2021 йылдың ҡапҡаһын асып ебәрергә булдыҡ.

Ҡәҙерле дуҫтар, ҡәләм әһелдәре, әҙәбиәт һөйөүселәр! “Ағиҙел” журналында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исемендәге поэмалар конкурсы менән 2021 йылдың ҡапҡаһын асып ебәрергә булдыҡ.
Әлбиттә, поэма – әҙәбиәттә иң ҡатмарлы жанрҙарҙың береһе һәм илһамиәт донъяһының был “Пегасын” эйәрләүгә һәр кем маһир түгел. Бәлки, шуғалыр, һуңғы осорҙа хәтерҙә ҡалырҙай, күңелдәрҙе ялмап алырҙай поэмаларҙың донъя күргәне юҡ тиерлек. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, заманында Баязит Бикбайҙың “Ер”, Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар”, Рәми Ғариповтың “Табыныу”, Назар Нәжмиҙең “Урал”, Рауил Бикбаевтың “Баҙар балтаһы”, “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!”, “Халҡыма хат”, Рәйес Түләктең “Ҡашмау”, “Яныу” һәм башҡа әҙиптәребеҙҙең поэмалары кешеләр йөрәгенә нисек тәьҫир итте!..
Эйе, башҡорт поэмаһының усағына ут өҫтәр ижадсылар әле лә бар арабыҙҙа. Нимә генә тиһәк тә, халҡыбыҙҙың моң даръяһы икһеҙ-сикһеҙ! Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше, әҫәрҙәрҙең темаһы һәм күләме сикләнмәй.
2021 йылдың аҙағында абруйлы жюри ағзалары тарафынан уға йомғаҡ яһаласаҡ. Ҡәҙерле дуҫтар, ҡәләмдәрегеҙҙе ослағыҙ!
Еңеүселәрҙе аҡсалата премия һәм шәп бүләк... ХАЛЫҠ ШАҒИРЫ РАУИЛ БИКБАЕВТЫҢ ЗАТЛЫ ҠУЛ СӘҒӘТЕ көтә!
Читайте нас: