Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2020, 11:30

Аслыҡ

Яҙыусы, хеҙмәттәшебеҙ Рәлис Ураҙғоловтың “Аслыҡ” тип аталған романын тетрәнеп уҡығайныҡ. Хәйер, ҡот осҡос аслыҡ осоро тураһында өлкән быуын кешеләренән үҙебеҙ ҙә ишетеп үҫтек. Үкенескә ҡаршы, был турала хәҙер онотоп барабыҙ. Аллаға шөкөр, өҫтәлебеҙҙән ризыҡ өҙөлмәй, тамағыбыҙ туҡ. Ләкин беҙгә һаман “тегенеһе” етмәй, “быныһы” етмәй... Туйып һикерә башланыҡ, шикелле.Ҡыҫҡаһы, тарихын онотҡан халыҡтың киләсәге булмай!

Яҙыусы, хеҙмәттәшебеҙ Рәлис Ураҙғоловтың “Аслыҡ” тип аталған романын тетрәнеп уҡығайныҡ. Хәйер, ҡот осҡос аслыҡ осоро тураһында өлкән быуын кешеләренән үҙебеҙ ҙә ишетеп үҫтек. Үкенескә ҡаршы, был турала хәҙер онотоп барабыҙ. Аллаға шөкөр, өҫтәлебеҙҙән ризыҡ өҙөлмәй, тамағыбыҙ туҡ. Ләкин беҙгә һаман “тегенеһе” етмәй, “быныһы” етмәй... Туйып һикерә башланыҡ, шикелле.
Ҡыҫҡаһы, тарихын онотҡан халыҡтың киләсәге булмай!
Башҡортостанда «Хәйбулла» тарихи фильм төшөрөү буйынса эш башланды. Ул Баймаҡ районында булған хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән. 1922 йылғы аслыҡтан һуң республика халҡы миллионға тиерлек кәмегән. Халыҡтың 90 проценттан ашыуы аслыҡтан интеккән, күптәре үлгән. Һәләкәт иң юғары нөктәһенә еткәс, мәйет, кеше ашау башланған.
Хәйбулла ғаиләһен аслыҡтан ҡотҡарам тип, халҡы тамағын туйҙырыу өсөн барыһына ла әҙер булған күрше ауылға юғалған атын эҙләргә бара. Төп ролде – Хәйбулланы блогер һәм сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев башҡара.
«Хәйбулла» фильмының режиссеры — Рөстәм Шәйхетдинов. Сценарист — Санкт-Петербург кино һәм телевидение институты магистры Даниил Рази. Оператор — «Ника-2020» премияһы эйәһе Айрат Йәмилев. Ҡуйыусы рәссам – Урал Мәхийәнов.
Бөгөнгә фильм төшөрөү өсөн урын табылған, актерҙар төркөмө раҫланған, ижади команда тупланған. 20-се быуаттың ҡот осҡос фажиғәһенә шаһит булғандарҙың тоҡомо һөйләүе буйынса тизер һәм «Ҙур аслыҡ» документаль фильмы әҙерләнгән.
Әле авторҙар өҫтәмә финанслау сығанаҡтарын эҙләй, һәр төрлө спонсор ярҙамын ҡабул итергә әҙер.
Читайте нас: