Һый һәм йырҙан яралғандыр һыйыр, –
Һый булғанда һәр саҡ була йыры.
Һөттәй күбекләнгән ҡарҙар өйөп,
Еребеҙгә килә һыйыр йылы.
Аҡ болоттар тирткән елен һымаҡ,
Ер әсәбеҙ, гүйә, һыйыр һауа, –
Күңелдәргә татлы ләззәт биреп,
Һөт ағылған кеүек ҡарҙар яуа.
Яңы йылда теләк бик күп була,
Тик бер теләк таныш бала саҡтан,
Шул теләкте Һеҙгә ҡабатлайым:
“Хоҙай берүк айырмаһын аҡтан!”