Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2020, 14:10

Ҡоролтай

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа видеобәйләнеш форматында халыҡтың ярлылыҡ кимәлен түбәнәйтеүҙә социаль контракттарҙың роле темаһына арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Сараны Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе Салауат Харасов үткәрҙе.

Фекер алышыуҙа республика парламенты депутаттары менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы вәкилдәре, республика райондары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар алдында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны. Сарала ҡатнашыусылар 2020 йылда социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙамды ғәмәлгә ашырыуҙың көн элгәре йомғаҡтары, ауылда эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген дәртләндереү механизмдары, социаль контракт сиктәрендә граждандарға үҙ эштәрен асыуҙа ярҙам итеү хаҡында фекер алышты. Шулай уҡ билдәләнгән йүнәлештәге эш буйынса Благовар һәм Бәләбәй райондарының тәжрибәһе тикшерелде.
Бынан тыш 2014 йылдан алып республикала 6 728 социаль контракт төҙөлөүе, уларҙы ғәмәлгә ашырыуға республика бюджетынан 280 млн аҡса бүленеүе билдәләнде.
Читайте нас: