Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2020, 13:30

Ремонт

2021 йылда Башҡортостанда 4,2 миллиард һумға 905 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт эшләү, 458 лифтты алмаштырыу күҙаллана. Быйыл 11 ай йомғаҡтары буйынса халыҡтан капремонт өсөн аҡса йыйыу кимәле 93,6 процент тәшкил иткән.

2014 йылда башланған һәм 30 йылға иҫәпләнгән Күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау республика программаһына 17 023 бина индерелгән, шуларҙың 5 050-һе Өфөлә урынлашҡан. Һуңғы алты йылда республикала 6,5 мең йортта (программаға индерелгәндәрҙең дөйөм һанынан 39 процент) эштәр башҡарылған. Быйыл 800 күп фатирлы йортта 4 миллиард һумлыҡ капиталь ремонт эшләнгән.
Читайте нас: