Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2020, 23:37

Радий Хәбировҡа - юбилей миҙалы

Луганск халыҡ республикаһы башлығы Леонид Пасечник бөгөн үҙенең указы менән Радий Хәбировты ЛХР-ҙың “Еңеүгә 75 йыл” юбилей миҙалы менән бүләкләне.

Луганск халыҡ республикаһы башлығы Леонид Пасечник Радий Хәбировты ЛХР-ҙың “Еңеүгә 75 йыл” юбилей миҙалы менән бүләкләне.
Башҡортостан Башлығы тыныслыҡты, ЛХР менән дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға тос өлөш индергәне, ярҙам һәм булышлыҡ күрһәткәне, тарихи иҫтәлекте, мираҫты һаҡлағаны өсөн, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Луганск халыҡ республикаһының дәүләт наградаһына лайыҡ булды.
Хәтерегеҙҙәлер, былтыр 11 майҙа республика Башлығы Луганск халыҡ республикаһының Петровское ауылына, Башҡортостандың ҡаһарман улдарының береһе, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һуғышҡан һәм һәләк булған төбәккә сәфәр ҡылғайны. Ул легендар комдив һәм Башҡорт кавалерия дивизияһының 200-ҙән ашыу яугире ерләнгән туғандар ҡәберлегенә сәскә һалғайны.
#Ағиҙелжурналы #журналагидель #әҙәбиәт
Читайте нас: