Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2020, 11:10

Илдар Сәйетов

“Ағиҙел”. 2020: Йыл юғалтыуы2020 йыл республикабыҙ йәмәғәтселеге, әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн бик ауыр юғалтыуҙар йылы ла булды. Донъя – бер мосафирханалыр. Инсан да (кеше лә) рухтар ғәләменән, әсә ҡарынынан, балалыҡтан, йәшлектән, ҡартлыҡтан, ҡәбер ғәләменән ахирәткә күсеп киткән бер юлсылыр... Илдар СәйетовБашҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Илдар Сәйетов республикабыҙҙың театр сәнғәтендә тәрән эҙ ҡалдырҙы.

“Ағиҙел”. 2020: Йыл юғалтыуы
2020 йыл республикабыҙ йәмәғәтселеге, әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн бик ауыр юғалтыуҙар йылы ла булды. Донъя – бер мосафирханалыр. Инсан да (кеше лә) рухтар ғәләменән, әсә ҡарынынан, балалыҡтан, йәшлектән, ҡартлыҡтан, ҡәбер ғәләменән ахирәткә күсеп киткән бер юлсылыр...
Илдар Сәйетов
Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Илдар Сәйетов республикабыҙҙың театр сәнғәтендә тәрән эҙ ҡалдырҙы.
Илдар Сәйетов 1957 йылдың 25 ғинуарында Баҡалы районы Баҡалы ауылында тыуған. 1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай, шул уҡ йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры труппаһына ҡабул ителә.
Сәхнәлә бихисап сағыу ролдәрҙә уйнаны, улар араһында: Адвокат Нагело («Илай белмәгән ҡатын» — Филиппо Э. де); Андрей («Апалы-һеңлеле өсәү» — Чехов А. П.); Буштец («Рядовойҙар» — Дударев А.); Великатов («Таланттар һәм табыныусылар» — Островский А. Н.); Вилдан («Бибинур, аһ, Бибинур!» — Ф. Бүләков); граф Федерико («Бесән өҫтөндәге эт» — Л. де Вега); капитан Казарян («Ярлыҡау» — М. Кәрим); Ҡудашев («Һуңғы патриарх» — А. Абдулин); Ҡудашев («Ун өсөнсө председатель» — А. Абдуллин); Кудимов («Өлкән улым» — А. В. Вампилов); Тимербай («Эх, Байтимер дуҫ!» — Р. Кинйәбәев); Толпар («Ҡанатланып ос һин, Толпарым!» — Ф. Бүләков); Ялсығол («Ай тотолған төндә» — М. Кәрим).
Илдар Сәйетовтың һуңғы йылдарҙағы сағыу эштәре тамашасыларҙың хәтерендә ҡалды: Салауат Әбүзәрҙең “Хыялый” лирик комедияһында – Ғиззәт, Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклендә – Вольф Карлович Лейбе, Ҡадир Даяндың “Гөлбостан” спектаклендә Көҫәпҡол һәм башҡалар.
Илдар Сәйетов — халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
Читайте нас: