Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2020, 13:55

Фильм

Билдәле режиссер Булат Йосопов Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады тураһында “Рәми. Шағир көндәлеге” тигән тулы метражлы нәфис фильм төшөрә. Фильмдә ҡатнашыу өсөн 8 – 13 йәшлек малайҙарҙы кастинг үтергә саҡыралар.Беренсе тур онлайн рәүештә үтә. 10 ғинуарға тиклем ғаризалар биреп өлгөрөргә кәрәк.Түбәндәге ижади эштәрҙе тапшырырға:

Билдәле режиссер Булат Йосопов Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады тураһында “Рәми. Шағир көндәлеге” тигән тулы метражлы нәфис фильм төшөрә. Фильмдә ҡатнашыу өсөн 8 – 13 йәшлек малайҙарҙы кастинг үтергә саҡыралар.
Беренсе тур онлайн рәүештә үтә. 10 ғинуарға тиклем ғаризалар биреп өлгөрөргә кәрәк.
Түбәндәге ижади эштәрҙе тапшырырға:
  1. Башҡортса шиғыр/ проза / мәҫәлде яттан һөйләүҙе видеоға яҙҙырырға;
  2. Видеола «Исем-шәрифте, йәште, ҡала/ауылды» күрһәтергә;
  3. Һылтанма буйынсаанкета тултырырға, видеояҙма һәм фото һалырға.
  4. Актёрҙарға дөйөм талаптар:
    — 8-13 йәшлек малай;
    — башҡорт телен белеү мотлаҡ;
    — спектаклдәрҙә һәм фильм төшөрөүҙә ҡатнашыу тәжрибәһе булһа, бик яҡшы.
    Ебәрелгән эштәрҙе ҡарағас, кандидаттар Өфөгә һынап ҡарауға саҡырыла.
    Читайте нас: