Өлфәт Мансур улы Мостафин 1959 йылдың 4 майында Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылында тыуған. Иҫке Бәшир урта мәктәбен, Өфө еңел сәнәғәт техникумын тамамлай. 1977 йылдың майында Совет Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Унан Өфө еңел сәнәғәт техникумында уҡыуын дауам итеп, мамыҡ иләү сәнәғәте техник-технологы һөнәре буйынса диплом ала. Ә 1992 йылда Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө торлаҡ-коммуналь хужалығында башлай. Уның етештереү тресында баш инженер, Киров район Советы башҡарма комитетында коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, баш ҡаланың торлаҡ хужалығы һәм инженер тәьминәте предприятиелары идаралығы начальнигы урынбаҫары була. 90-сы йылдарҙа "Газпром" системаһында эш башлай.
2003 йылда Өлфәт Мостафин Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә күсә, унда Финанс-хужалыҡ идаралығы етәксеһе була. 2010 – 2013 йылдарҙа Иҡтисад, техник һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Урал буйы идаралығында эшләй, аҙаҡ кире "Газпром"ға ҡайта. 2018 йылдың 29 октябрендә "Газпром газ бүлеү Өфө" предприятиеһы генераль директоры урынбаҫарынан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына күсә.
2018 йылдың 29 октябрендә Башҡортостан Республикаһының IV саҡырылыш Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаттарының 32-се ултырышында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы итеп һайлана. Өфө ҡалаһы мэры вазифаһына 28 кандидаттың иләктә ҡалған өс кандидаты дәғүә итә. 28 депутат Өлфәт Мансур улы Мостафин өсөн тауыш бирә.
Өлфәт Мостафин техник фәндәр кандидаты. Ул 2005 йылда «Комплексная система оценки остаточного ресурса трубопроводов системы газоснабжения, бывших в консервации» темаһы буйынса диссертация яҡлай.
Өлфәт Мансур улы 35 көн дауамында сир менән көрәшкәндән һуң 2020 йылдың 29 октябрендә Мәскәү ҡалаһының Склифосовский институтында ковид, пневмония һәм башҡа сирҙәрҙән өҙлөгөү һөҙөмтәһендә вафат була.