2020 йыл республикабыҙ йәмәғәтселеге, әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн бик ауыр юғалтыуҙар йылы ла булды. Донъя – бер мосафирханалыр. Инсан да (кеше лә) рухтар ғәләменән, әсә ҡарынынан, балалыҡтан, йәшлектән, ҡартлыҡтан, ҡәбер ғәләменән ахирәткә күсеп киткән бер юлсылыр...
Ғалим-тел белгесе, тəржемəсе, Башҡорт дәүләт университетының Көнсығышты өйрəнеү кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты , Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов беҙҙең аранан быйыл 31 июлдә китеп барҙы. Уға ни бары 52 йәш ине. Ошо ҡыҫҡа ғүмерендә ул әҙәбиәт һәм фән өлкәһендә бик күп эштәр, оло хеҙмәттәр башҡарып өлгөрҙө.
Ғәйнислам туҡһанынсы йылдарҙа Төркиәлә уҡып ҡайтыусы тәүге аҫыл егеттәребеҙҙең береһе булды. Һәм хәҙерге заманда төрки донъяһына башҡорт халыҡ ижадын да, әҙәбиәт, мәҙәниәтен дә киң таратыуҙа арымай-талмай хеҙмәт итте.
Төрөк теле йәмғиәте 1997 йылда «Төрки халыҡтарҙың эпостары» проекты буйынса төрки халыҡтарҙың эпостарын төрөк теленә тәржемә итеп сығара башлай. Ниәт буйынса унда 100 том сығарыу күҙаллана. Профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы менән филология фәндәре кандидаты Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов башҡорт халыҡ эпостарын барлап, проект өсөн "иң-иң"дәрен һайлап алыу эшенә тотона. Ниһайәт, «Башҡорт эпостары» дүрт томда (барлығы 80 эпос) донъя күрә һәм барлыҡ төрки донъяға тарала. Проект етәкселәре әйтеүенсә, ошо 100 том араһында һан һәм күләм буйынса башҡорт эпостары тәүге урынды биләй. Ә йөкмәткеһе, боронғолоғо тураһында айырым билдәләп, башҡорттарҙың бай тарихлы, бик боронғо халыҡ икәненә инаналар. Был үҙе үк беҙҙең халҡыбыҙ ижадында, әҙәбиәтебеҙ нигеҙендә ниндәй аҫыл мираҫ ятҡанын күрһәтә. Төрки донъяла башҡорттарҙың мәртәбәле баһа алыуында һис шикһеҙ Ғәйнислам Дәүләтбай улының хеҙмәте ҙур.
Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы «Урал батыр» (1996), «Аҡбуҙат», «Ҡуҙыйкүрпəс менəн Маянһылыу» («Башҡорт халыҡ дастандары», 2000), Салауат Юлаев (2004), Аҡмулла (2007) һәм башҡаларҙың шиғырҙарын; башҡорт фольклоры һəм башҡорт əҙəбиəте əҫəрҙəрен («Төрки əҙəбиəте антологияһы. Башҡорт əҙəбиəте», 29—30 т., 2004—2005, бөтəһе лə — Анҡара) төрөк теленə тəржемə итте. Фəнни эшмəкəрлеге төрки телдəрҙең сағыштырма грамматикаһына, төрки халыҡтарҙың фольклорына арналған. 150‑нəн ашыу фəнни хеҙмəт авторы ла ул.
Башҡорт дәүләт университтетында Көнсығышты өйрəнеү кафедраһын ойоштороу менән булды, уның ғилми һәм уҡыу эшмәкәрлегенен киңәйте. Студенттарҙың яратҡан остазы ине.
Ғәйнислам йомарт күңелле, изге ярҙамсыл кеше, башҡорт халҡын төрки донъяһында өр-яңынан танытыусы ғалим-тәржемәсе булып беҙҙең иҫтә ҡаласаҡ.