Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2020, 10:30

Рәсих Ханнанов

“Ағиҙел”. 2020: Йыл юғалтыуы2020 йыл республикабыҙ йәмәғәтселеге, әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн бик ауыр юғалтыуҙар йылы ла булды. Донъя – бер мосафирханалыр. Инсан да (кеше лә) рухтар ғәләменән, әсә ҡарынынан, балалыҡтан, йәшлектән, ҡартлыҡтан, ҡәбер ғәләменән ахирәткә күсеп киткән бер юлсылыр... #Ағиҙел#Ағиҙелжурналы#РәсихХаннанов#ЙылЮғалтыуы#Әҙәбиәт

Рәсих Нурғәле улы Ханнанов
Рәсих Нурғәле улы Ханнанов 1931 йылда Ҡырмыҫҡалы районында тыуып үҫкән, Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһын тамамлаған.
60-сы йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы район гәзитендә эшләй, унан һуң “Ҡыҙыл таң”ға күсә. Мәскәү юғары партия мәктәбендәге журанлистика факультетында белем ала. “Ҡыҙыл таң” гәзитенең баш мөхәррире була. Әҙәбиәткә 50-се йылдарҙа килә. Проза, шиғриәт һәм публицистика өлкәһендә эшләй.
Уның тәүге “Йәшлек ҡанаты” тигән китабына хеҙмәт кешеләре, яҡташтары хаҡында очерктары ингән. Шулай уҡ Рәсих Ханнанов – легендар комдив, генерал Миңлеғәле Шайморатов хаҡында документаль материалдар туплаған автор.
Рәсих Нурғәле улы бик иртә, мәктәптә уҡыған саҡта уҡ яҙыша башлай. Тәүге шиғырҙарын мәктәп стена гәзитендә сығара, район гәзитендә баҫтыра, яҡташы, ул саҡта уҡ танылған яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың кәңәше менән хикәйәләр яҙа башлай. Илленсе, алтмышынсы йылдар башында уның әҫәрҙәре мабуғатта йыш күренә.
Рәсих Ханнанов ваҡытлы матбуғаттағы эшмәкәрлеге менән бер рәттән, повестар, хикәйәләр, нәҫерҙәр, пьесалар, йыр өсөн шиғырҙар, робағиҙар ижад итә. Уның «Йәшлек ҡанаттары», «Диңгеҙ ҡарлуғасы», «Ҡыр ҡыҙҙары киткәндә», «Юл буйынса күк сәскә», «Күңел нуры», «Көтөгөҙ мине, тирәктәрем!», «Әйтем юҡҡа әйтелмәй», «Ҡатынға бүләк» кеүек йыйынтыҡтары донъя күрә.
Ул – алты пьеса, ике музыкаль комедия, очерктар, мәҡәләләр, рецензиялар, фельетондар авторы.
Рәсих Ханнанов ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Х. Әхмәтов, Р. Хәсәнов, Т. Шәрипов, А. Ҡобағошов, С. Низаметдинов, А. Ғабдрахманов, М. Имашев, Ә. Дауытов кеүек композиторҙар менән берлектә ике йөҙҙән ашыу йыр ижад итте. Уларҙың байтағы халыҡҡа киң билдәле, хатта халыҡтыҡы булып киткәндәре лә бар. «Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә», «Минең әсәй гөл ярата ине» йырҙары Татарстанда «Йылдың иң яҡшы йыры» тигән исем алды. «Минең Өфөм — Уралдың саф гөлө», баш ҡалабыҙҙың 425 йыллығына арналған конкурста еңеп, Өфөнөң байрам гимнына әйләнде.
Рәсих Ханнанов – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Әнғәм Атнабаев исемендәге премиялар лауреаты, “Мәслихәт” башҡорт- татар дуҫлығы ойошмаһын ойоштороусыларҙың береһе.
Видео: https://bash.news/bst/avtograf/85247-avtograf-poet-zhurnalist-obshestvennyj-deyatel-laureat-premii-im-sh-hudajberdina-rasih-hannanov-34920
Читайте нас: