Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2020, 20:09

ҠАЛДЫ ҒЫНА ТАУЫ, АЙ, ҠАЛДЫ ИНДЕ... (Мәүлит Байгилде улы Ямалетдиновтың вафатына 40 көн тулыу уңайынан)

ЭССЕҒүмер!Әллә шаңдау, әллә өн булдың,Әллә быуат, әллә ҡыҫҡа көн булдың?Шуны уйлай башлағанда таң инең,Уй осона сыҡмай ҡалдым – төн булдың! #Ағиҙел#Ағиҙелжурналы#МәүлитЯМАЛЕТДИН#ЙылЮғалтыуы#Әҙәбиәт

ЭССЕ
Ғүмер!
Әллә шаңдау, әллә өн булдың,
Әллә быуат, әллә ҡыҫҡа көн булдың?
Шуны уйлай башлағанда таң инең,
Уй осона сыҡмай ҡалдым – төн булдың!
Мәүлит ЯМАЛЕТДИН
Рәйес Түләк алдан белгән
Быйыл йәй Хәйбулла районының Әбеш ауылында йәшәүсе дуҫым Камил Илембәт миңә Мәүлит ағай Ямалетдин менән Баймаҡ еренә сәйәхәт яһарға ниәтләнеүҙәре хаҡында белдерҙе. Был ике аҫыл затты халҡыбыҙ моңона һөйөү осраштырған, дуҫлаштырған. Уларҙың береһе һирәк башҡарылған башҡорт халыҡ йырын өйрәнеп алһа, икенсеһе уны отор өсөн меңәр саҡрым үтеп, аралашып йәшәгәндәр. Әлеге сәфәргә сығыу маҡсаттары: тыуған ауылым Буранбайҙа Рәйес Түләктең ҡәберенә зыярат ҡылыу, ауылыбыҙ янындағы шағир эсеп үҫкән шишмәләрҙең һыуын тәмләп ҡарау, янындағы ер-һыу менән танышыу, Икенсе Этҡол ауылы янындағы "Урал батыр" эпосы яҙып алынған урындарҙы күреү, Талҡаҫ күлендә һыу инеү, һәр урында ла халыҡ менән аралашыу һ.б.
Төбәп барған ерҙәре Буранбай булғас, сәфәргә мине лә саҡырҙылар. Тыуған яғыма ҡайтырға булғас, мин дә туғандарыма, дуҫтарыма шылтыратып, юлдаштарымды лайыҡлы ҡаршылар өсөн әҙерлек мәшәҡәте менән булдыҡ: һуйырға һарыҡ, балыҡ, ҡымыҙ хәстәрләнек. Көнө килеп еткәс, Камил Мәүлит ағайҙың ваҡыты бик тығыҙ булыуы сәбәпле сәфәргә сыға алмауы хаҡында хәбәр итте. Һуңынан ғына белдек: тап шул көндәрҙә яҙыусы бар донъяһын онотоп “Ишмөхәмәт сәсән” романының икенсе китабын тамамлаған сағы булған икән. Вафатынан ике аҙналап алдараҡ яҙыусы яңы әҫәрен “Ағиҙел” журналы редакцияһына тәҡдим итте. Яҙыусының был романы мотлаҡ рәүештә юбилейы ваҡытында (хәҙер инде тыуыуына 75 йыл тулғанда) журналда баҫылыр, ыңғай яуабын үҙенә лә биреп өлгөрҙөк.
Камил менән телефон аша хәбәрләшкәндә “быйылдың икенсе йылы бар, насибы булыр әле, ниәт иткәс мотлаҡ барырбыҙ” тип кенә тынысландыҡ та, бөгөн килеп терһәктәрҙе тешләрҙәй булып үкенеүҙәр белдерҙек. Ни өсөн тигәндә Мәүлит ағай был сәфәрҙе ниәт иткәндә мәшһүр шағирыбыҙ Рәйес Түләктең ҡәберен зыярат ҡылыуҙы төп маҡсаты итеүе беҙгә күптән мәғлүм ине. Икәү-ара осрашып һөйләшкәндә лә был хаҡта әйткеләп, форсат сыҡмауына, форсат булғанда ваҡыт етмәүенә зарланыр ине. Уның бар ваҡытын “Ҡөрьән” сүрәләренең шиғри аңлатмаларын яҙыу алһа, өҫтәүенә уғата теүәллек һәм ҡаратырышлыҡ талап иткән тарихи романды параллель рәүештә ижад итеү – күҙ алдына ла килтереп булмаҫлыҡ ҡара тирҙе сығарырлыҡ хеҙмәт. Шул уҡ ваҡытта сүрәләрҙе үҙ йөрәгең аша үткәреп, башҡорт шиғриәте үәзененә көйләү академик белемде генә түгел, илаһи хис талап итә. Ни өсөн был эшкә тотоноуын яҙыусы шулай аңлата: “Әлеге китапты уҡып сыҡҡас, (бында Валерия Порохованың “Коран. Переводы смыслов” тигән китабы хаҡында һүҙ бара – Ә.Ғ.-Ү.) миндә Ҡөрьән сүрәләрен шиғри яҡтан ҡарағанда камил рифмаһы, ритмы булған ҡалыпҡа һалыу теләге тыуҙы. Әхиәр ағай әйтмешләй, был "биниһая ауыр һәм ҡатмарлы" эшкә тотоноуыма, бәлки, сәм дә сәбәпсе булғандыр: ә ниңә изге китаптың мәғәнәһен мең йыл Ислам култураһында йәшәгән башҡорт халҡы ла аңларға тейеш түгел?” (“Ҡуласа”. Тарихи роман. Эссе. Өфө, “Китап”, 2007)
Шуның өсөн дә Мәүлит ағайҙың Баймаҡҡа сәфәргә сыға алмауын хәҙерге көн күҙлегенән динебеҙ һәм әҙәбиәтебеҙ хаҡына башҡарылған сауаплы ғәмәл тип кенә баһалай алабыҙ. Икенсенән, Мәүлит ағай менән Рәйестең баҡыйлыҡта осрашыуының да үҙ тарихы бар. Улар яҡын дуҫтар ҙа булманылар, шул уҡ ваҡытта бер-береһенән алыҫ та йөрөмәнеләр. Рәйес Сибай яҙыусылар ойошмаһын етәкләгән саҡта Учалылағы шундай уҡ ойошмала рәйеслек иткән Мәүлит ағайҙың икәүләшеп саралар үткәреүе лә иҫтә ҡалған. Сибай әҙиптәре ойошмаһының исем туйын байрам итергә Өфөнән Рауил Бикбаев етәкселегендә егерменән ашыу яҙыусы барғайны. Байрам бик матур үтте. Аҙаҡ ҡайтырға йыйынып бөткән саҡта Учалынан Мәүлит ағай автобус яллап килеп, беҙҙе тейәп үҙенең тыуған яғына алып ҡайтты. Юлда барғанда Әбйәлил районы, Магнитогорск ҡалаһы ижадсылары ҡатнашлығында ла осрашыуҙар үтте. Ижад ҡаҙанының ҡайнап торған сағы ине ул йылдар.
Әйткәнемсә, Мәүлит ағайҙың Рәйес Түләк янына ашҡынып тороуының да үҙенә күрә сере бар ине. Сер ҙә түгел инде... Ни өсөн тигәндә Рәйес Түләктең Мәүлит Ямалетдинға арнап яҙған шиғырында фанилыҡ күҙлегенән генә аңлашылып бөтмәгән хәҡиҡәттең барлығын аңлауҙан тетрәнеү кисерәһең. Уҡыусыға аңлайышлыраҡ булһын өсөн ул шиғырҙан өҙөк килтереп үтергә кәрәктер тип уйлайым:

Мәүлит ағай, туҡта, йәйләү өсөн
Матур бит һуң бынау тирәләр.
Туғайына өйөрҙәрҙе ҡыуһаҡ,
Анау һыртҡа ҡорһаҡ тирмәләр.
Күрәһеңме, аҫта, сауҡалыҡта
Ике шишмә килеп ҡушыла.
Һыуы саф бит, барҙыр бағрыһы ла,
Таң атҡанда һайрар ҡошо ла.
Мин аттарҙы һуғарайым, ҡана,
Ә һин, ағай, табын әҙерлә.
Бер аҙ ҡурҙаҡ ҡалған, ҡымыҙ ҙа бар,
Үҙәк ялғап торһаҡ хәҙергә.
Таған ҡатып, тирмә йүнәтербеҙ...
Ошондамы? Ярай, күҙ күрер.
Был урманда болан булмай булмаҫ,
Кискә ҡәҙәр аш та өлгөрөр.
Төнгөлөккә
Үткән яуығыҙҙан
Әҙерләй тор берәй хәтирә...
Нишләп өндәшмәйһең. Йәйләү өсөн
Оҡшап етмәйме әллә был тирә?
Йәкшәмбегә йортҡа ҡайтып етһәк,
Күсенербеҙ ҡалмай йоманан...
Ошо хәлгә ике йөҙ йыл үткән,
Уйылып китерҙәй бит уйлаһаң.
Беҙ Һөйәнтүҙ яугирҙары инек,
Ауылыбыҙҙы ҡайтып тапманыҡ.
Һин – ҡарт яугир... нисек түҙгәнһеңдер
Мин иланым көлгә ҡапланып.
Табыш итеп көлдө мөрхәтһенмәй,
Зәһәрләнә ине тик елдәр.
Ҡайҙа баҡма, тик буш нигеҙ ине,
Ҡайҙа баҡма, тик буш нигеҙ ине,
Мөлдөрәмә ине күңелдәр.
Кәшәнәләр кеүек торғанлығы
Буш нигеҙҙең ауыр таштары.
Иҫеңдәме?..
Шулай ерләгәйнек
Ауылыбыҙҙы, ауылдаштарҙы...
Шиғырҙы тыныс ҡына ҡабул итеү ҙә мөмкин түгел. Унда фанилыҡ менән баҡыйлыҡ арауығын берҙәй үк тоташтырыусы яугирҙәр образы һынлана. Улар – Тәфтиләү тарафынан көлгә ҡалдырылған Һөйәнтүҙ ауылы ир-уҙамадары. Мине иң ныҡ тетрәндергәне Рәйестең үҙенең һәм яуҙашы Мәүлит ағайҙың баҡыйлыҡҡа, шиғырҙа әйткәнсә, “йортҡа” күсенеү ваҡытын алдан күрә белеүе булды:
Йәкшәмбегә йортҡа ҡайтып етһәк,
Күсенербеҙ ҡалмай йоманан,
ти ул был хаҡта. Йома менән йәкшәмбе араһы. Рәйес 2007 йылдың 31 мартында, йәғни шәмбелә, Мәүлит ағай 2020 йылдың 8 ноябрендә, йәғни йәкшәмбелә баҡыйлыҡҡа күсте. Быны осраҡлы ғына тап килеү тип әйтеп буламы икән? Әгәр ҙә була икән, осраҡлы икәнлеген дә иҫбатларға кәрәк. Тәҡдир төшөнсәһе күҙлегенән ҡарағанда, тыуыу һәм үлеү мөҙҙәттәре һис ҡасан да осраҡлы булмайҙыр, Хаҡ Тәғәлә ихтыярынан тыш япраҡ та һелкенмәй...
Мәүлит Ямалетдиновтың Рәйесте юғалтҡандан һуң яҙған шиғыры “Һаҡмар ағыр” тип атала. Унда шундай юлдар бар:
Рәйес Түләк!
Ниндәй хаҡтар түләп,
Ҡайтарайыҡ яҡты донъяға?
Хәйер, ҡайтмаҫ инең – ыласындар
Ике ҡунмай бер үк ҡаяға.
Һаҡмарға баҡ: уның ярҙарын да
Ике тапҡыр йыумай бер үк һыу.
Илле йәшеңде лә күрмәйенсә
Юғалтыуы һине яманһыу...
Һүҙгә һаран, фекергә йомарт шағир килә...
Күп яҡлы талант эйәһе Мәүлит Ямалетдинов иң беренсе нәүбәттә, әлбиттә, шағир. 1974 йылдың декабрендә Башҡортостан яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһында уның тәүге шиғырҙар ҡулъяҙмаһы тикшерелә. Ултырыш тамамланғас, Рәми Ғарипов йәш ижадсыға: ”Бәлки кәрәге тейер”, – тип йыйынтығына ҡарата яҙылған рецензия тоттора. Бер Өфөгә килгәнендә Мәүлит ағай әлеге яҙманы Рауил Бикбаевҡа бирә лә, аҙаҡ ул онотола ла. Ул саҡта Башҡортостан “Китап” нәшриәте лә йәш ижадсыларҙың яңы ҡулъяҙмалары хаҡында “эске рецензия” тип аталған баһаламаларҙы билдәле әҙиптәргә заказ менән бик күп яҙҙыра торғайны. Күрәһең, Рәми Ғариповтың да йәш шағирҙың тәүге ҡулъяҙмаһына рецензияһы шул рәүешле ҡабул ителеп, уға артыҡ иғтибар итеүсе булмағандыр.
Әммә шуныһы, Рәми Ғариповтың 1974 йылдың 22 декабрендә яҙылған был рецензияһы 25 йылдан һуң ғына, йәғни 1999 йылда “Ағиҙел” журналының 2-се һанында “Илле шиғыр хаҡында” тигән мәҡәлә рәүешендә донъя күрә. Унда шағир йәш ижадсының шиғырҙарын уҡығандан һоҡланыуын түбәндәгесә белдерә:
“Мәүлит Ямалетдиновтың “Аттар саба” китабын уҡый башлағас та, күңелде ошо сафлыҡ, яҡтылыҡ, иркенлек тойғоһо биләп ала. Әҙәбиәткә шундай үҙенсәлекле, үҙенең әйтер һүҙе һәм ҙурмы-бәләкәйме үҙ донъяһы булған яңы әҙип килеүен күреү бик тә ҡыуаныслы, әлбиттә.
Эреле-ваҡлы илле шиғырҙан торған был китапты мин бер тынала уҡып сыҡтым. Минең алда төрлө ваҡытта яҙылған төрлө шиғырҙар тупланған ғәҙәти бер йыйынтыҡ түгел, ә талантлы шағирҙың эске һиҙемләүе менән бик ентекләп һайланған, билдәле бер маҡсат ҡуйып, үҙенсә бер композицияға ҡоролған шиғырҙар китабы ята ине. Бындай эске әҙерлек үткән тәүге китаптар һирәгерәк була, әлбиттә...
Ә иң мөһиме – был хаҡта мин икеләнмәй әйтә алам – шағир килә шиғриәткә. Эйе, ысын, талантлы шағир килә! Үҙенең бөтә тәбиғәте менән, уй-фекер йөрөтөү үҙенсәлеге менән башҡорт халыҡ ижадының бай хазинаһына ереккән, донъяны танып-белеү ҡеүәһе менән зирәк аҡыллы традицияһына яҡын торған “һүҙгә һаран, фекергә йомарт” шағир килә...”
Рәми Ғарипов. 22.12.74. Баҫылған “Ағиҙел” дә “Илле шиғыр хаҡында” (Мәүлит Ямалетдиновтың “Аттар саба” тигән тәүге китабын уҡығас) 1999, 2-се һан.
Рәми Ғариповтың был мәҡәләһе шуныһы менән дә әһәмиәтле: шағир барыһынан да алдараҡ Мәүлит Ямалетдиновтың киләсәген үтәнән-үтә күрә алған, уның тәүге ҡулъяҙмаһынан сығып төп асылын билдәләгән: ул да булһа – һүҙгә һаран, фекергә йомарт шағир килеүе. Халыҡта бындай осраҡта: “Аҡыллы кеше күп һөйләмәй”, – тиҙәр. Шағирҙың артабанғы йылдарҙа сәсәнлек традициялары аша профессиональ әҙәбиәттә яңы һүҙ әйтергә ынтылыуы, ҡобайыр, робағи, дастан, эпос кеүек бик күп халыҡ ижады жанрҙарын яңыса балҡытыуға өлгәшеүе Рәми ағайҙың күҙаллауынса килеп сыға ла инде. “Профессиональ әҙәбиәт” тигәндән, иң юғары профессионаллыҡтың халыҡсанлыҡ икәнлеген дә онотмаһаҡ ине. Был берҙәй үк музыка сәнғәтенә лә, әҙәби ижадҡа ла ҡағыла. Тап ошондай үҫеш этабында, йәғни һүҙҙәрҙең ҡыҫҡара, фекер-тойғоларҙың тоса, йыйнаҡлана барыуы һөҙөмтәһендә халыҡ ижадының үлемһеҙ аҫыл өлгөләре робағиҙар, мәҡәл-әйтемдәр барлыҡҡа килгән.
Рәми Ғариповтың мәҡәләһе донъя күреүенә бәйле шатлығын Мәүлит Байгилде улы шулай белдерә: “Рәми ағайҙың ҡул арты еңел булып сыҡты. Секцияла тикшерелгәндән һуң дүрт йыл үткәс, ниһайәт, “Ирәмәл” исемле беренсе китабым баҫылып сыҡҡас, уға иҫ киткес ихлас, йылы рецензияны әлеге лә баяға Рауил Бикбаев яҙҙы. Был – ижадымдың рәсми тәнҡит тарафынан ҡабул ителеүе, үҙемдең шағир булараҡ башҡорт әҙәбиәте тигән оло донъяның буҫағаһына аяҡ баҫыуым ине...”
“Ағиҙел” журналында 1979 йылдың 6-сы һанында баҫыла Рауил Бикбаевтың “Йәйғор төҫтәре” тигән мәҡәләһе. Унда Зөбәржәт Йәнбирҙинаның, Мәүлит Ямалетдиновтың, Мәхмүт Һибәттең, Барый Ноғомановтың, Салауат Рәхмәтуллиндың йыйынтыҡтары тупланған китап хаҡында һүҙ бара. Мәүлит Ямалетдиновтың “Ирәмәл”е хаҡында автор шулай ти:
“Мәүлит Ямалетдинов хәҙерге башҡорт шиғриәтендә иң үҙенсәлекле йәш шағирҙарҙың береһе һәм уның тәүге китабы уҡ шиғриәткә яңы моңдоң өҫтәлеүен раҫлап тора. Уның байтаҡ шиғырҙарында тыштан ир-егеттәрсә сабыр, ә эстән туҡтауһыҙ хәрәкәттә торған тынғыһыҙ, янып йәшәүсән донъя асыла. Был донъя уйсан да, йәшәүҙең аҫыллығына һоҡланыусан һәм тормоштоң ҡаршылыҡтары тураһында уйланыусан да, матурлыҡты күреп кинәнеүсән һәм ваҡыттың ҡотолғоһоҙ, аяуһыҙ ағышын тойоп һыҙланыусан да булып, төрлө образдарҙа хәтерҙә ҡала. Мәүлит артыҡ яңғырауыҡлы һүҙҙәр, иҫ китмәле буяуҙар менән мауыҡмай, ябай ғына күренештәр һәм биҙәктәр аша уҡыусы күңелен арбап ала белә. Бөгөнгө тормоштағы күренештәр Мәүлиттә йыш ҡына халыҡтың художестволы аңында быуаттар буйына ижад ителә килгән традицион образдар, таныш геройҙар менән ассоциациялар уята...”
Ижадсы Мәүлит Ямалетдиновтың халыҡ ижады менән әҙәбиәтте бер бөтөн итеп уҡмаштыра алыуына тағы бер миҫал. Ул халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарын башҡарған саҡта йыр бөгөлөштәренең бер урынында үҙәкте өҙөрлөк ауаз сығарһа, шул алымды шиғырҙарында ла ҡуллана: кинәйә, образ, сағыштырыу аша йөрәкте һелкетер фекер әйтеүгә өлгәшә. Уның робағиҙар ижад итеүе ана шул сифатынан килә.
Ҡуйынына ҡурай ҡыҫтырған Мәүлит...
Яҙыусының бар тормошо халҡыбыҙ моңонан, ҡурайҙан айырылғыһыҙ, улар бер бөтөн. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова әҙип хаҡындағы мәҡәләһендә бындай берҙәмлекте түбәндәгесә тасуирлай: “Ҡасандыр, ижад таңында, ҡуйынына ҡурай ҡыҫтырған Мәүлит Ямалетдиновтың үҙенең “өс өйлө” ауыл ҡапҡаһынан сығып, өс юл сатына килеп баҫҡас, “Шиғриәт”, “Проза”, “Драматургия” тигән яҙыуҙарҙы күреп, туҡтап ҡалған сағы булғандыр. Әммә хыял толпары өсөн (“Толпарҙар”) кисеү бирмәҫ йылға, буйын бирмәҫ биләмә юҡ. Мәүлит толпарҙары хәҙер өс тарафта ла “йондоҙ утлай”, сөнки был толпарҙарҙы ҡороҡло түгел, йөрәкле батыр эйәрләгәне күренеп тора...” Таңсулпан Ғарипова “Күңел күге”. “Әҫәрҙәр” I том, Өфө. “Китап”, 2017)
1985-1987 йылдарҙа Мәскәүҙә Әҙәбиәт институты янындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡығандан һуң Мәүлит Байгилде улы тыуған яғы Учалы ҡалаһының музыка мәктәбендә һәм музыка училищеһында ҡурай буйынса дәрестәр алып бара. Тап шул йылдарҙа башланған үҙгәрештәр солғанышында ҡайнап йәшәй, халыҡ тормошо өсөн ыңғай һөҙөмтәле күп кенә башланғыстарҙың уртаһында була. “Ҡуласа” китабындағы (Өфө, “Китап”, 2007) эссеһында был йылдарҙы әҙип шулай хәтерләй: “Үҙе йөрөгәндең үлеһе терелә... Был әйтем үҙгәртеп ҡороу осоронда Учалылағы милли хәрәкәткә ҡарата әйтелгән тиерһең. Нәҡ шул йылдарҙа Әнүәр Ғибәҙәтов, Жәүәт Ғайсин, Эдгар Вилданов, Алмас Мансуров, Сәлимйән Бәҙретдинов, Таңсулпан һәм Хәйҙәр Ғариповтар, Фәрзәнә Фәтҡуллиналарҙан торған көслө төркөмдөң ойошоуынан “Ирәмәл” башҡорт халыҡ үҙәге барлыҡҡа килгәйне. Уның тәүге рәйесе Әнүәр Ғибәҙәтов булды, ә һуңынан идара ағзалары ул вазифаға мине һайлап ҡуйҙылар. Ярым үлек хәлендәге телде тергеҙеүҙә, мәрткә киткән милли рухты терелтеүҙә ул ойошманың роле ғәйәт ҙур булды. “Ирәмәл” башҡорт халыҡ үҙәгенең ҡанаты аҫтында башҡарылған эштәрҙең иң ҙурҙарын һанап сығыу ҙа шуға бер дәлил: Учалы ҡалаһы һәм районы өсөн “Яйыҡ” исемле башҡортса гәзит асыуҙы юллау; Учалы музыка училищеһында башҡорт фольклоры бүлеген асыу; Учалы яҙыусылар ойошмаһын асыу; “Өлкәр” исемле региональ альманах булдырыу; Учалы ҡалаһында башҡорт гимназияһын асыуҙы юллау. Тел һәм культура өлкәһендә быларҙан тыш башҡарылған эреле-ваҡлы эштәрҙең иһә һанап осона сығырлыҡ түгел – уларҙы шунда ҡайнап йөрөгән әлеге кешеләр һәм Аллаһ ҡына белә...”
Таңсулпан Ғарипованың “ҡуйынына ҡурай ҡыҫтырған Мәүлит” хаҡындағы бәйәнен әҙип тормошоноң һәр осорона ҡарата ла ҡулланып булыр ине. Яҙыусы ҡайҙа ғына йөрөмәһен, бер ваҡытта ла ҡурайынан һәм йырынан айырылманы. Улай ғына ла түгел, шағир халыҡ алдындағы сығышын ҡурайҙан һәм йырҙан башлап, аҙаҡ ҡына шиғырға күсә торғайны. Минең хәтергә бигерәк тә уның 2012 йылда Мәскәүҙә Бородино һуғышының 200 йыллығына арналған саралағы сығышы нығыраҡ уйылып ҡалды. Бәлки улай уҡ та булмаҫ ине, әгәр ҙә шағирҙың “Бородино” шиғырында шундай фекер әйтелмәһә:
Бородино!
Урыҫ ҡаны менән
Башҡорт ҡаны ҡушылып аҡҡан ер;
Бонапарттың хәрби генийының
Ал ҡояшы тоноп батҡан ер.
Бородино!
Уртаҡ ил күгендә
Уртаҡ еңеү таңы атҡан ер;
Шул уртаҡлыҡ онотолғас, бөгөн
Башҡорт күңелдәре ҡайтҡан ер.
Үкенескә күрә, Мәскәүгә яһалған ул сәйәхәтебеҙҙә беҙ хатта данлыҡлы “Бородино һуғышы” понарамаһында ла 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, Европа, бөтә донъя кимәлендә дан яулаған, 28 полкты тәшкил иткән атаҡлы “Төньяҡ амурҙары” хаҡында бер генә мәғлүмәт тә тапманыҡ шул.
“Ҡуйынына ҡурай ҡыҫтырған Мәүлит” һүҙбәйләнеше
Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта
Уң ҡулында булыр ҡурайы,
тип халыҡ йырында әйтелгәнсә әҙәбиәт тарихында тороп ҡалырына шигебеҙ юҡ. 1991 йылда Өфөлә уҙғарылған республика сәсәндәр бәйгеһендә ҡулына ҡурайын тотоп сығып, моңон ишеттергән, ҡобайырын әйткән Мәүлит сәсән был ярышта 1-се урынды яулаһа, 1993 йылда Алматы ҡалаһында үткәрелгән төрки шиғриәтеең II Халыҡ-ара фестивале лауреаты исеменә лайыҡ булды. Ул шулай уҡ “Салауат йыйыны” сиктәрендә уҙғарылған сәсәндәр конкурсы (2004) лауреаты, Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале дипломанты (2016), “Әхмәт әйтеше” республика сәсәндәр конкурсында Гран-при яулаусы ла (2017). Мәүлит сәсән ҡобайырын, ҡурайының моңон, уның сағыу күкрәк тауышын донъя сәхнәләре бик һағынасаҡ, юҡһынасаҡ әле.
Йөрәк тауышыңды ишеттерер...
“Талантлы кеше һәр өлкәлә лә талантлы” тигән һүҙ нәҡ Мәүлит Ямалетдинов хаҡында әйтелгәндер ул. Уның 2013 йылда З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Һайланма әҫәрҙәре”нең I томлығына ингән шиғырҙарын, поэмаларын, поэма-эпостарын, ҡобайырҙарын, робағиҙарын, тәржемәләрен, төрлө йылдарҙа ижад ителгән хикәйәләрен, повестарын, романдарын, изге китабыбыҙ “Ҡөрьән” сүрәләренә шиғри аңлатмаларын уҡығанда дөп-дөп типкән йөрәк тауышыңды ишеттерер ҡөҙрәтте, моңло ауазды тояһың, аҙан тауыштарын ишеткәндәй булаһың, ҡуҙланаһың, һыҙланаһың.
Кем белә, әгәрҙә Мәүлит Ямалетдин һәләттәренең береһе генә булмаһа, беҙ бәлки бындай уҡ моңдо ишетә лә алмаған булыр инек. Шиғриәте булмаһа – халыҡ, шиғыр булмаһа – йыр, йырсы булмаһа – моң, моң булмаһа йыр була алмаған кеүек башҡорт әҙәбиәтендәге Мәүлит Ямалетдинов феноменының асылы ла ошо берәмектәрҙе бергә туплап, йөрәге аша үткәреп балҡыта алыуынан киләлер. Был синтезды арҙаҡлы ғалимыбыҙ, аҡыл эйәһе, академик Ғайса Хөсәйенов Мәүлит Ямалетдинов йөҙөндә бик оҫта тоя:
“Хоҙай Мәүлит Ямалетдинға һәләтте һис йәлләмәгән, өймәләмә итеп биргән. Мин уны, ғәҙәттә, дүрт һөнәр эйәһе итеп күрәм. Мәүлит, беренсенән, бынамын тигән һәүәҫкәр йырсы. Тауышы үтә моңло. Икенсенән, ул музыкант кеше, ҡурайсы. Өсөнсөнән, сәсән телле һүҙ оҫтаһы. Дүртенсенән, заманса шағир һәм әҙип. Бер кешелә ошо һәләттәрҙең бер бөтөн булып берләшеүе Мәүлит Ямалетдинды күп яҡлы талантлы шәхес итеп таныта. Былар – үҙе бер феноменаль күренеш. Ул сәхнәгә шиғыр уҡырға сыҡһа, тамашасы ҡаршыһында үҙен сәсән телле шағир булараҡ ҡыуандырыр, уның артынса ҡурай уйнап ебәрһә, һәм быны үҙ репертуарында шымартҡан бер йыры менән тамамлаһа, залды тамам таң ҡалдырыр Мин быға күп тапҡырҙар шаһит булғаным бар.
Мәүлит Ямалетдин ижадының бер үҙенсәлекле хикмәтле яғы шунда: уны үрҙә миҫал итеп килтерелгән шиғри үрнәктәре буйынса ғына ла күпмелер тойорға мөмкин – уның шиғриәтендә тапҡыр мәғәнәле һүҙҙәр ритм тигеҙлеге, моң-тондар төрө менән һуғарылып, уй-хистәр симфонияһын хәтерләтеүендә. Йәғни Мәүлиттең моң-тондарын нескә тойоуына уның музыкаль һәләте, музыкаль фекерләүе, моңло йырсылығы ла килеп ҡушыла...
Шиғриәт ярҙамында илаһиәт донъяһына ла баҙнатланып инеп китә алды Мәүлитебеҙ. Байрамса мәүлит икән, ул быға бик фарыз. Мәүлит Ямалетдиндың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләре”н башҡортсаға шиғри аңлатмалары үҙҙәре лә – ни тиклем сауаплы ижади шөғөл һәм илаһи рух күрке...”
Академик Ғайса Хөсәйенов. “Танырһығыҙ мине моңдарымдан”( “Ағиҙел”, 2007 йыл, №2)
Зөһрә Ҡотлогилдина менән Нияз Мәһәҙиевтың “Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе” (әйткәндәй, китапҡа исем Мәүлит ағайҙың һүҙҙәренән алынған) тигән китабында яҙыусы “Ҡөрьән аяттарын шиғри юлдарға һалғандан һуң үҙегеҙҙә ниндәйҙер мөғжизәүи үҙгәрештәр булманымы?” тигән һорауға шулай яуаплай: “Булды. Мәҫәлән, мин Ҡөрьән аяттарының тәржемә ителгән бер өлөшөн (75 сүрә) айырым китап итеп баҫтырыу өсөн төрлө кешеләргә, ойошмаларға күп мөрәжәғәт итеп ҡараным, ләкин ул бер файҙа ла бирмәне. Ниһайәт, 2015 йылда Миңзәлә һәм Ҡадурий Фазлетдиновтар минең телефонды эҙләп табып, үҙҙәре уны нәшер итергә теләүҙәрен белдерҙеләр. Шуны мөғжизә тимәй, нимә тиһең? Шәхсән үҙемә килгәндә, күңелдә рухи бөтөнлөк урынлашыуы, уй-фекерҙәрҙең тәртипкә килеүе тойола, тормошҡа ҡараш та дөрөҫ юҫыҡта үҙгәрә бара. Образлы итеп әйткәндә, диңгеҙгә сумып, унан ҡоро сығыу мөмкин түгел...”
Халыҡ ижадынан айырылғыһыҙ булған, эпостарҙан, ҡобайырҙарҙан һутланған, ҡурай моңона көйләнгән Мәүлит Ямалетдинов шиғырҙары, ҡобайыр-робағиҙары, поэмалары, эпостары, проза әҫәрҙәре, тәржемәләре, “Ҡөрьән” сүрәләренең шиғри аңлатмалары етди өйрәнеүҙе, тулы кимәлдә баһалауҙы, бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ ғалимын көтә. Был баһа авторҙың үҙе өсөн түгел, әҙәбиәт, йәш яҙыусылар өсөн кәрәк. Халыҡ ижадына, уның меңәр йыллыҡ традиция-йолаларына таянғанда нимәгә өлгәшеп булғанын аңлатыр өсөн. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә халҡыбыҙҙың йөрәк тауышын ишеттерер өсөн кәрәк. Был йәһәттән Мәүлит Ямалетдинов ижады йәш ижадсылар өсөн үҙе бер ижад мәктәбе булырлыҡ. Туған телебеҙҙе йүнләп белмәгән, урыҫса уйлап, шунан һуң ғына уйлағанын күңелендә башҡортсаға ауҙарып ижад иткән йәштәр арта барған бер ваҡытта был мәктәптең зарурлығы хаҡында әйтеп торорға ла түгел.

Ҡуңыр буға юлы буйлап...
Мәүлит Байгилде улы ғүмеренең һуңғы йылдарында үҙенең төп ижади эштәренән тыш Урал аръяғы ижадсыларының “Ҡуңыр буға” әҙәби берекмәһен етәкләй. 2013 йылдың 30 майында Белорет ҡалаһының Я.Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында Әбйәлилдән Хәҙис Ниғмәтуллин, Белореттан Мәүлит Кәримов, Учалынан Мәүлит Ямалетдинов башланғысында барлыҡҡа килә был ижади ойошма. Мәүлит Байгилде улы ойошманы дүрт йыл етәкләгәндән һуң “Ҡуңыр буға” теҙгенен йәшерәк быуын вәкиле Мәүлит Кәримовҡа тоттора. Ете йыл эсендә ижади берекмә бик күп эштәр башҡара. Өс йыл рәттән Учалы, Белорет, Әбйәлил райондары бала һәм үҫмер йәштәге башлап яҙыусыларҙың ижад емештәрен тикшереп, әҙерләп “Минең тәүге китабым” тигән циклда китапсыҡтар баҫтырып сығаралар. Мәктәп уҡыусыһы өсөн ошонан да ҙурыраҡ бүләктең булыуы мөмкинме икән? “Ҡуңыр буға” ижади берекмәһе ойошторған сарала тәүге сирҡаныс алған Әбйәлил районының Рауил ауылынан Лилиә Солтанова менән Динара Динара Ғәлләмова, Буранғол ауылынан Нәркәс Ҡәйепҡолова артабан Өфөләге юғары уҡыу йорттарына инеп, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ойошторған Әҙәбиәт мәктәбендә ҡулъяҙмалары менән ҡатнашып, яҡшы баһа алдылар.
Быларҙан тыш “Ҡуңыр буға” ижад берекмәһе 2017 йылда Учалыла, 2018 йылда Белоретта “Илһам” балалар ижады конференцияһы ойоштора, 2014 йылдан Белорет районының Сосновка ауылында “Ҡарағайлы көҙҙәре” фестивале үткәрелә башлай. Быйыл да фестиваль көнө 20 октябргә билдәләнә, әммә Мәүлит Байгилде улының ауырып дауаханаға инеп китеүе сәбәпле үткәрелмәй ҡала. 2016 йылда асылған “Өлкәр” һәләтле балаларҙы күтәреү хәйриә фонды ла етәксеһеҙ тороп ҡала.
Мәүлит Байгилде улының яҡшы башланғыстарының ҡайһыһын ғына алһаң да, һәр осраҡта ла "ҡалды инде” тип әйтергә мәжбүрбеҙ. Ул үҙе үҙәкте өҙҙөрөп башҡарған башҡорт халыҡ йыры “Ҡалды” ның тексында әйтелгән һымаҡ:
Ҡалды ғына тауы, ай, ҡалд(ы) инде,
Һар(ы) баш, һар(ы) баш үлән алды инде...
Әммә Мәүлит Ямалетдиновтың яҡын дуҫтары ла, үҙен остазы тип һанаған ижади вариҫтары ла был донъяла тороп ҡалды. Беҙ ҡалдыҡ. Уның исемен мәңгеләштереү вазифаһы ла беҙгә ҡалды. Әлбиттә, уның исеме Учалы ҡалаһының, тыуған ауылының урамына бирелер. Шулай уҡ сәсәнлек традицияларына тоғро ҡалған әҙип исемендәге район, республика, төбәк-ара сәсәндәр бәйгеһе үткәреү ҙә йолаға әүерелһен, уның исеме үҙе уҡытҡан музыка мәктәбенә бирелһен. Ул нигеҙ һалған “Ҡуңыр буға” әҙәби берекмәһе уның башланғыстарын дауам итер, ижад усағын һүндермәҫ тигән өмөттәмен.
Амин!
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.
Мәүлит Ямалетдин робағиҙары
Ҡыҙыл эңер ҡанат йәйә урамда,
Моңһоу уйҙар өйөрөлә эргәмдә.
Милләтемә тоҫҡап атҡан гильзалай
Буш шешәләр аунап ята сирәмдә.
хх
Беҙ шағирҙар йылдың-йылы артабыҙ,
Дау килгәндә алда түгел, арттабыҙ.
Көллөбөҙҙө бергә ҡушһаҡ, Бабичтан
Әллә ауыр, әллә еңел тартабыҙ.
хх
“Мин–башҡорт!”– тип ҡысҡырыуҙан мәғәнә юҡ,
Ҡуҡыр затта башҡортлоҡтоң эҙе лә юҡ.
Ысынлап та башҡорт булһаҡ, шып-шым ғына
Бөйөк эштәр атҡарырға өйрәнәйек.
хх
Берәү әйтә: “Башҡорт халҡы миллион ярым”.
Берәү әйтә: “Илле миллион башҡорттарым”.
Ә мин әйтәм: “Татыу йәшәп өйрәнмәһәк,
Файҙа булмаҫ, ҡаплаһаҡ та беҙ ер шарын”.
хх
Бәхет – ҡаҙаҡ яһаған сәй төҫлө генә:
Етмәй хатта ул кәсәңдең йөҙлөгөнә.
Аҙнаһына бер тамсылап эскәндә лә,
Еткереүе ҡыйын ғүмер төшлөгөнә.
хх
Иҫтә, бер саҡ Ер шарынан һорай ҡуйҙым:
“Ер булыуы бик ауырҙыр?–шулай тойҙом”.
Яуап килде:”Өҫтөмдәге бурыс еңел,
Һеҙҙең ҡылған гонаһтарҙан ауырайҙым”.
хх
Әллә ниңә һис яратмай аҡса мине –
Тормай, ташлап ҡаса хатта һуҡыр тине.
Ә мин уға инәлмәйем!– кемдер бер саҡ:
“Һөймәгәнгә һөйкәлмәйҙәр, улым”, – тине.
хх
Килде заман: йәмғиәттең эсе йомаҡ.
Ә тышы һуң? – юлда тоҙаҡ, телдә йоҙаҡ.
Һынаған бар: бина бикле торһа оҙаҡ,
Унда һәр саҡ рәхәтләнеп үрсей ҡомаҡ.
хх
Белгең килһә, ҡайҙа ысын, ҡайҙа батып,
Тәүбә итеп, ураҙа тот, ғибәҙәт ҡыл.
Әгәр ошо ғәмәлдәрҙе ҡыйын тиһәң,
Ата-бабаң, ысынлап та, булған маймыл.

хх
Донъя менән беҙҙе нимә бәйләй? Тамаҡ!
Ихтыяждар ҡалаҡ булһа, нәфсе – табаҡ.
Табаҡ тулыр, нәфсе туймаҫ. Бер көн килеп,
Тормош һиңә әйтер: “Талаҡ, талаҡ, талаҡ!”
хх
Күп фотоға төшөү – Иблис һөнәре,
Үҙ-үҙеңә һоҡланыуҙың бер төрө.
Аҡмулланың һүрәте юҡ, ә үҙе
Миллиондарҙың күңелендә теп-тере.
хх
Ахмаҡлыҡ та – үҙенә күрә Алланың бер бүләге.
Тимәк, тәҡдир яҙыусының шулай булған теләге.
Ысынлап та, ер йөҙөндә алйоттар ҙа булмаһа,
Аҡыл тигән төшөнсәнең ҡалмаҫ ине кәрәге.
хх
Ҡайҙаһың һин, ғүмер таңын туйлаған саҡ,
Дәрт һәм шатлыҡ даръяларын буйлаған саҡ:
Күңелгә аҡ хыялдарҙан ҡанат ҡуйып,
Ғүмерҙәрҙе мәңгелек тип уйлаған саҡ.
хх
Яҙ ҙа үтә.
Һаман ҡайтмай көҙ киткән ҡоштарыбыҙ.
Ҡайҙа аҙаштылар икән ҡанатлы дуҫтарыбыҙ?
Юҡҡа түгелдер ҡоштарҙың биҙеүе илебеҙҙән –
Беҙҙе мәңгелеккә ташлап ҡасалыр ҡоттарыбыҙ.
хх
Яҙ. Ер өҫтөн ҡаплап алды йәм-йәшеллек.
Бына тағы осоп килде һантый кәкүк.
Ул һарһылып саҡырғанға түҙә алмай,
Йәш ғүмерҙәр әйләнер ҙә ҡайтыр кеүек.
хх
Ҡол итергә тырышмағыҙ, батшалар!
Беҙ элекке түгел хәҙер – башҡалар.
Һеҙҙең ҡылған яуызлыҡҡа ҡарғыштар
Һис тә туҙҙа яҙылмаған – ташталар.

хх
Әпәкәйҙең ысын тәме асыҡҡанда беленер,
Ял итеүҙең рәхәтлеге талсыҡҡанда беленер.
Былар яҡшы аңлашыла.
Ә быны аңлау ҡыйын:
Ғүмеркәйҙәрҙең ҡәҙере йән сыҡҡанда беленер.
Читайте нас: