Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 10:05

Риф Мифтахов

“Ағиҙел”. 2020: Йыл юғалтыуы2020 йыл республикабыҙ йәмәғәтселеге, әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн бик ауыр юғалтыуҙар йылы ла булды. Донъя – бер мосафирханалыр. Инсан да (кеше лә) рухтар ғәләменән, әсә ҡарынынан, балалыҡтан, йәшлектән, ҡартлыҡтан, ҡәбер ғәләменән ахирәткә күсеп киткән бер юлсылыр... Риф Фәйзрахман улы Мифтахов #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ЙылЮғалтыуы#РифМифтахов

“Ағиҙел”. 2020: Йыл юғалтыуы
2020 йыл республикабыҙ йәмәғәтселеге, әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн бик ауыр юғалтыуҙар йылы ла булды. Донъя – бер мосафирханалыр. Инсан да (кеше лә) рухтар ғәләменән, әсә ҡарынынан, балалыҡтан, йәшлектән, ҡартлыҡтан, ҡәбер ғәләменән ахирәткә күсеп киткән бер юлсылыр...
Риф Фәйзрахман улы Мифтахов
Тоҡ йөкмәгән аҡ һаҡаллы бабай ишек шаҡыған мәлдә ауыр юғалтыуҙарҙы иҫкә төшөрөү күңелдәге аҙмы-күпме уңала башлаған яраларҙы аҡтарыу һымағыраҡ та тойолор, бәлки. Әлбиттә, тормош булғас, юғалтыуҙарһыҙ ҙа булмай, ләкин юғалтыуҙар табыштарҙың ҡәҙерен белергә, ғөмүмән, тормошто һөйөргә өйрәтә.
Ҡояш, алсаҡ йылмайып, ер йөҙөн яғымлы нурҙары менән иркәләгән апрель айында шағир Риф ағай Мифтахов арабыҙҙан китте. Минең хәтеремдә үҙе лә йылмайыу булып йәшәгән шағирҙы тәбиғәт йылмайып оҙатты кеүек. Ләкин ошо йылмайыу артында тормош ғазаптары ятыуын шағир үҙе генә белә.
Риф Мифтаховтың тәүге китабы “Өскөл хаттар” тип атала. Заманында күренекле тәнҡитсе Ким Әхмәтйәнов, шағирҙың тәүге йыйынтығына юғары баһа биреп, былай ти: “Риф Мифтахов – өскөл хаттарҙан хәреф танырға өйрәнгән быуын вәкиле. Уның һуғыш фажиғәләренә арналған әҫәрҙәре ғүмерлек һабаҡҡа һәм антҡа әүерелә”. Шағир үҙе лә “Һуғыш тураһында бик күп яҙҙыҡ” тигән шиғырында:
Һуғыш уты ҡабат ҡабынасаҡ,
Беҙ туҡтаһаҡ уны яҙыуҙан,
– ти.
Тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған, ауырлыҡты, михнәтте үҙ елкәһендә кисергән, ҡайғы-хәсрәтте йөрәге аша үткәргән шағирҙың әйтер һүҙе лә тосораҡ, уҡыусыға еткерер фекере лә тәрәнерәк, ышандырырлыҡ тамыры ла була. Кисерештәр тәрәнлеге шиғырға күсеүсән.
Риф Мифтахов 1939 йылдың 17 сентябрендә Ишембай районының (элекке Маҡар) Кинйәбулат ауылында Фәйзрахман ағай менән Ғәрифә апай ғаиләһендә донъяға килә. Башта тыуған ауылында, унан күрше Байғужа мәктәбендә уҡый. Ишембай мәктәп-интернатында белем ала. Колхозда эшләй. Совет Армияһында хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Ишембайҙа уҡытыусылыҡ итә. Өфөгә килеп, Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә, төрлө гәзит-журнал редакцияларында, радио, телевидениела эшләй. Һуңғы ике тиҫтәнән ашыу йыл һуҙымында шағир “Һәнәк” журналының әҙәбиәт бүлеген алып барҙы.
Ике тиҫтәнән ашыу китабы донъя күргән Риф Мифтахов үҙенең ижады менән генә мауығып йәшәмәне. Фажиғәле яҙмышҡа дусар булған Рәшит Назаровтың ижади мираҫын туплап, тәртипкә килтереп, уҡыусыға еткерҙе. Риф ағай уның өс китабын, ҙур күләмдәге ике томын баҫтырып сығарыуға өлгәште. Беренсе том өсөн шағир Рәшит Назаров Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Сатира-юмор – Риф Мифтахов ижадының айырылғыһыҙ бер өлөшө. Йылмайып йәшәгән шағир тураһында бер мәрәкә менән һүҙемде ослағы килә.
Риф ағай эшкә һуңлабыраҡ килә икән.
  • Нишләп һуңлап йөрөйһөң? – ти баш мөхәррир.
  • Зато мин иртә ҡайтам! – тип яуаплай шағир.
  • Изгелек ҡылып йәшәне шағир, яҡшылыҡ өләшеп йәшәне. Риф ағайҙың һүҙҙәре менән әйткәндә:
    Мин пәйғәмбәр түгел, хаталарым
    Булғандарҙыр ғүмер кискәндә.
    Тамуҡтарҙа яныр гонаһым юҡ,
    Белеп китәм ерҙән киткәндә.
    Салауат ӘБҮЗӘРОВ.
    Читайте нас: