Башҡортостан мәктәптәре дөйөм хаҡы 10 миллион һумлыҡ техник ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Рус һәм башҡорт теле, әҙәбиәте кабинеттарына ноутбуктар, проекторҙар, интерактив таҡталар тапшырыла. Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Республика райондарында (Әбйәлил, Әлшәй, Бөрйән, Белорет, Йылайыр, Яңауыл һәм башҡалар) һәм ҡалаларында (Ағиҙел, Нефтекама, Салауат, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Өфө) урынлашҡан мәктәптәр техник ҡорамалдар менән тәьмин ителә. Исемлектә бөтәһе 50 мәктәп.