Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2020, 11:23

Ҡыш бабай "Торатау"ҙа көтә.

Башҡортостанда Торатау итәгендә башҡорт Ҡыш бабайы резиденцияһы асыла. Ҡунаҡтарҙы унда 19 декабрҙән көтәләр, ләкин алдан яҙылырға кәрәк. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ГеопаркТоратау#ҠышБабай#ЯңыЙыл2021

Башҡортостанда Торатау итәгендә башҡорт Ҡыш бабайы резиденцияһы асыла. Ҡунаҡтарҙы унда 19 декабрҙән көтәләр, ләкин алдан яҙылырға кәрәк.
«Торатау» геопаркы етәкселеге һүҙҙәренсә, яңы йыл программаһынан тыш, ҡышҡы күңел асыуҙар: аттар егелгән санала йөрөү һәм башҡа саралар ҡаралған.
Шулай уҡ геопарк резиденттары «Еҙем буйлап атлы тур», «Санала Мәмбәткә», «Изге шишмәләр», «Дөйәғоштарға ҡунаҡҡа» кеүек ҡышҡы турҙар әҙерләгән.
Турҙар буйынса мәғлүмәтте «Торатау» геопаркы сайтында ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: