Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2020, 14:30

Башҡорт телендә ижад итеүсе журналистар өсөн грант конкурсы.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен, мәҙәниәтен, башҡорт халҡының тарихын һәм бөгөнгөһөн популярлаштырыусы проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс иғлан итә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#БашФонд#НацПроекты

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен, мәҙәниәтен, башҡорт халҡының тарихын һәм бөгөнгөһөн популярлаштырыусы проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс иғлан итә.

Конкурстың маҡсаты – киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһындағы контентты арттырыу, башҡорт теленә һәм халҡына ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Конкурста 18 йәше тулған һәм Рәсәй Федерацияһы гражданы булған киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, онлайн-проект авторҙары һәм блогерҙар ҡатнаша ала. Талаптар менән ентекләберәк конкурстың положениеһында танышырға мөмкин.

Читайте нас: