2020 йыл республикабыҙ йәмәғәтселеге, әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн бик ауыр юғалтыуҙар йылы ла булды. Донъя - бер мосафирханалыр. Инсан да (кеше лә) рухтар ғәләменән, әсә ҡарынынан, балалыҡтан, йәшлектән, ҡартлыҡтан, ҡәбер ғәләменән ахирәткә күсеп киткән бер юлсылыр...
Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов
Рәйес Түләктең Мәүлит Ямалетдиновҡа арнаған бер шиғырында шундай юлдар бар:
Йәкшәмбегә йортҡа ҡайтып етһәк,
Күсенербеҙ ҡалмай йоманан...
Йома менән йәкшәмбе араһы.
Рәйес 2007 йылдың 31 мартында, йәғни шәмбелә, Мәүлит ағай 2020 йылдың 8 ноябрендә, йәғни йәкшәмбелә баҡыйлыҡҡа күсте. Быны осраҡлы ғына тап килеү тип әйтеп буламы икән? Әгәр ҙә була икән, осраҡлы икәнлеген дә иҫбатларға кәрәк. Тәҡдир төшөнсәһе күҙлегенән ҡарағанда, тыуыу һәм үлеү мөҙҙәттәре һис ҡасан да осраҡлы булмайҙыр, Хаҡ Тәғәлә ихтыярынан тыш япраҡ та һелкенмәй... Рәми Ғарипов “Ағиҙел” журналында (1999 йыл, 2-се һан) баҫылған “Илле шиғыр хаҡында” тигән мәҡәләһендә ул саҡтағы йәш ижадсының шиғырҙарына һоҡланыуын түбәндәгесә белдерә: “Ә иң мөһиме – был хаҡта мин икеләнмәй әйтә алам – шағир килә шиғриәткә. Эйе, ысын, талантлы шағир килә! Үҙенең бөтә тәбиғәте менән, уй-фекер йөрөтөү үҙенсәлеге менән башҡорт халыҡ ижадының бай хазинаһына ереккән, донъяны танып-белеү ҡеүәһе менән зирәк аҡыллы традицияһына яҡын торған “һүҙгә һаран, фекергә йомарт” шағир килә...”
Уның 2013 йылда З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Һайланма әҫәрҙәре”нең I томлығына ингән шиғырҙарын, поэмаларын, поэма-эпостарын, ҡобайырҙарын, робағиҙарын, тәржемәләрен, төрлө йылдарҙа ижад ителгән хикәйәләрен, повестарын, романдарын, изге китабыбыҙ “Ҡөрьән” сүрәләренә шиғри аңлатмаларын уҡығанда дөп-дөп типкән йөрәк тауышыңды ишеттерер ҡөҙрәтте, моңло ауазды тояһың, аҙан тауыштарын ишеткәндәй булаһың, ҡуҙланаһың, һыҙланаһың. Кем белә, әгәр ҙә Мәүлит Ямалетдин һәләттәренең (йырсы, ҡурайсы, шағир, прозаик, тәржемәсе) береһе генә булмаһа, беҙ, бәлки, бындай уҡ моңдо ишетә лә алмаған булыр инек.
Мәүлит Ямалетдинов феноменының асылы ла ошо берәмектәрҙе бергә туплап, йөрәге аша үткәреп балҡыта алыуынан киләлер. Халыҡ ижадынан айырылғыһыҙ булған, эпостарҙан, ҡобайырҙарҙан һутланған, ҡурай моңона көйләнгән Мәүлит Ямалетдинов шиғырҙары, ҡобайыр-робағиҙары, поэмалары, эпостары, проза әҫәрҙәре, тәржемәләре, “Ҡөрьән” сүрәләренең шиғри аңлатмалары етди өйрәнеүҙе, тулы кимәлдә баһалауҙы, бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ ғалимын көтә. Был баһа авторҙың үҙе өсөн түгел, әҙәбиәт, йәш яҙыусылар өсөн кәрәк. Халыҡ ижадына, уның меңәр йыллыҡ традиция-йолаларына таянғанда нимәгә өлгәшеп булғанын аңлатыр өсөн. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә халҡыбыҙҙың йөрәк тауышын ишеттерер өсөн кәрәк. Был йәһәттән Мәүлит Ямалетдинов ижады йәш ижадсылар өсөн үҙе бер ижад мәктәбе булырлыҡ. Туған телебеҙҙе йүнләп белмәгән, урыҫса уйлап, шунан һуң ғына уйлағанын күңелендә башҡортсаға ауҙарып ижад иткән йәштәр арта барған бер ваҡытта был мәктәптең зарурлығы хаҡында әйтеп торорға ла түгел.
Мәүлит Ямалетдин робағиҙары
Беҙ шағирҙар йылдың-йылы артабыҙ,
Дау килгәндә алда түгел, арттабыҙ.
Көллөбөҙҙө бергә ҡушһаҡ, Бабичтан
Әллә ауыр, әллә еңел тартабыҙ.
“Мин–башҡорт!” – тип ҡысҡырыуҙан мәғәнә юҡ,
Ҡуҡыр затта башҡортлоҡтоң эҙе лә юҡ.
Ысынлап та, башҡорт булһаҡ, шып-шым ғына
Бөйөк эштәр атҡарырға өйрәнәйек.
Берәү әйтә: “Башҡорт халҡы миллион ярым”.
Берәү әйтә: “Илле миллион башҡорттарым”.
Ә мин әйтәм: “Татыу йәшәп өйрәнмәһәк,
Файҙа булмаҫ, ҡаплаһаҡ та беҙ ер шарын”.
Бәхет – ҡаҙаҡ яһаған сәй төҫлө генә:
Етмәй хатта ул кәсәңдең йөҙлөгөнә.
Аҙнаһына бер тамсылап эскәндә лә,
Еткереүе ҡыйын ғүмер төшлөгөнә.
Иҫтә, бер саҡ Ер шарынан һорай ҡуйҙым:
“Ер булыуы бик ауырҙыр? – шулай тойҙом”.
Яуап килде: "Өҫтөмдәге бурыс еңел,
Һеҙҙең ҡылған гонаһтарҙан ауырайҙым”.
Белгең килһә, ҡайҙа ысын, ҡайҙа батып,
Тәүбә итеп, ураҙа тот, ғибәҙәт ҡыл.
Әгәр ошо ғәмәлдәрҙе ҡыйын тиһәң,
Ата-бабаң, ысынлап та, булған маймыл.
Күп фотоға төшөү – Иблис һөнәре,
Үҙ-үҙеңә һоҡланыуҙың бер төрө.
Аҡмулланың һүрәте юҡ, ә үҙе
Миллиондарҙың күңелендә теп-тере.
Ҡайҙаһың һин, ғүмер таңын туйлаған саҡ,
Дәрт һәм шатлыҡ даръяларын буйлаған саҡ:
Күңелгә аҡ хыялдарҙан ҡанат ҡуйып,
Ғүмерҙәрҙе мәңгелек тип уйлаған саҡ.
Яҙ ҙа үтә. Һаман ҡайтмай көҙ киткән ҡоштарыбыҙ.
Ҡайҙа аҙаштылар икән ҡанатлы дуҫтарыбыҙ?
Юҡҡа түгелдер ҡоштарҙың биҙеүе илебеҙҙән –
Беҙҙе мәңгелеккә ташлап ҡасалыр ҡоттарыбыҙ.
Әпәкәйҙең ысын тәме асыҡҡанда беленер,
Ял итеүҙең рәхәтлеге талсыҡҡанда беленер.
Былар яҡшы аңлашыла. Ә быны аңлау ҡыйын:
Ғүмеркәйҙәрҙең ҡәҙере йән сыҡҡанда беленер.