Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тормошо нисек үҙгәрә: республика етәксеһенең оператив кәңәшмәһенән иң мөһиме
1. Медицина ойошмалары юғары әҙерлек режимында эшләй: 1-10 ғинуарҙа ял көнө режимы буйынса. КТ, ковид-госпиталдәр - тәүлек әйләнәһенә.
2. 1 һәм 2 ғинуарҙа дарыуханалар эшләмәй, 31 декабрҙә һәм 3-8 ғинуарҙа - киске сәғәт 7-гә тиклем, 9-10 ғинуарҙа ғәҙәти режимда эшләй.
3. ковид-госпиталдәрҙәге пациенттарҙың хәле тураһында тиҙ генә яуап биреү өсөн белешмә хеҙмәте әле үк эшләй башланы. Сервис көн һайын көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем тиклем эшләй. Телефон: 8 (347) 218-19-19. Ял көндәре юҡ.
4. Балалар баҡсаларында коронавирус пандемияһы арҡаһында әйлән-бәйлән уйнау тыйыла.
5. Мәҙәниәт учреждениелары сикләүҙәр менән эшләй, залға тамашасыларҙың 30% ғына индерелә+ битлек, биналар даими елләтелә.
6. Барлыҡ дәүләт мәҙәниәт учреждениелары эшләй, балалар, уларҙың ата-әсәләре өсөн яңы йыл спектаклдәре күрһәтә, залға тамашасыларҙың 30% ғына индерелә.