“Башҡорт теле көнөндә телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән сираттағы проект тураһында хәбәр итәм. Атап әйткәндә, беҙ “Китап” нәшриәтенең продукцияһын таратыу буйынса эште ҡайтанан ҡараныҡ һәм уның китаптары башҡорттар, яҡташтарыбыҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә һатылырға тейеш, тигән ҡарарға килдек.
Бер аҙна элек улар Силәбе өлкәһендәге дүрт сауҙа нөктәһенә тапшырылды (бының менән сикләнмәйәсәкбеҙ, ҙур китап сауҙа селтәрҙәре менән һөйләшеүҙәр алып барыла), шулай уҡ Свердловск, Ырымбур, һәм Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында һәм Ханты-Манси автономиялы округында, ике баш ҡалабыҙ – Мәскәүҙә һәм Петербургта үҙебеҙҙең китап продукцияһына ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүҙе күҙаллайбыҙ. “Китап” нәшриәте өсөн ошо төбәктәрҙәге партнерҙар буйынса тәҡдимдәрегеҙ булһа, комментарийҙарҙа йәки шәхсән яҙығыҙ”, – тигән ул.