Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Декабрь 2020, 14:19

Башҡортостанда Шәфҡәтлелек йортонда сыҡҡан янғын 11 кешенең ғүмерен өҙгән.

Башҡортостандың Әбйәлил районында ҡот осҡос янғын сыҡҡан. Ишбулды ауылында бер ҡатлы мансардалы бина янып киткән. Ул Шәфҡәтлелек йорто булараҡ теркәлгән.Янғын һүндереүселәр ике сәғәт эсендә «ҡыҙыл әтәс»те ауыҙлыҡлаған. Дүрт кеше үҙ аллы сығып өлгөргән. Һүндергәндән һуң 11 кешенең мәйете табылған. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Фажиғә#Әбйәлил#ИшбулдыАуылы

Башҡортостандың Әбйәлил районында ҡот осҡос янғын сыҡҡан. Ишбулды ауылында бер ҡатлы мансардалы бина янып киткән. Ул Шәфҡәтлелек йорто булараҡ теркәлгән.
Янғын һүндереүселәр ике сәғәт эсендә «ҡыҙыл әтәс»те ауыҙлыҡлаған. Дүрт кеше үҙ аллы сығып өлгөргән. Һүндергәндән һуң 11 кешенең мәйете табылған. Ололар һәм инвалидтар, моғайын.
«Һәләк булғандар буйынса мәғлүмәт аныҡлана. Янғын урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов юлланған. Утты һүндереүҙә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 16 кеше һәм 6 берәмек техника йәлеп ителгән», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Тәфтишселәр эшкә тотонған. Янғында һәләк булғандарҙың туғандарына һәм иҫән ҡалғандарға психологик ярҙам күрһәтелә.
Фото: МЧС России
Читайте нас: