2020 йыл республикабыҙ йәмәғәтселеге, әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн бик ауыр юғалтыуҙар йылы ла булды. Донъя – бер мосафирханалыр. Инсан да (кеше лә) рухтар ғәләменән, әсә ҡарынынан, балалыҡтан, йәшлектән, ҡартлыҡтан, ҡәбер ғәләменән ахирәткә күсеп киткән бер юлсылыр...
Дамир Молҡаман улы Шәрәфетдинов
Февраль бурандары арабыҙҙан дуҫыбыҙ, ҡәләмдәшебеҙ, талантлы шағир, прозаик һәм тәржемәсе Дамир Шәрәфетдиновты алып китте.
Башҡорт телендә уның бер сифатын аңлатҡан һүҙ, төшөнсә юҡтыр ул. Урыҫса уны “жертвенное благодушие” тип кенә атап булалыр. Дамир үҙ-үҙен ҡорбан итеп, үҙ мәнфәғәтенә зыян килтереп булһа ла, башҡаларға яҡшы булһын, тип тырышып йәшәне. Уның оло йөрәгенә бар донъя һыйҙы.
Өҫтәүенә, ҡәләмдәшебеҙ үтә лә тура һүҙле булды. Тураһын әйткән хатта туғанына ла ярамай шул. Дамирҙың был сифатына тормошонда күп кенә уңайһыҙлыҡтар яһаны яһауға, әммә дуҫыбыҙ был ғәҙәтенән бер иле лә сигенмәне.
Беҙҙең өсөн ул “онлайн-энциклопедия” ла булды. Тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә шылтыратып, һәр өлкәгә, бигерәк тә ҡоштар, үләндәр, йәнлектәр, хайуандар донъяһына ҡараған теге йәки был һүҙҙең, төшөнсәнең башҡортсаһы йә урыҫсаһы нисек була, тип һорауың бурыс – шундуҡ яуабын да ала торғайныҡ.
Йәмле йүгерек Инйәр буйында бейек тауҙар, ҡаялар, әҙәм аяғы баҫмаған шырлыҡ урмандар менән уратып алынған уның ауылы. Тап шул тәбиғәт һылап-һыйпап ҡылыҡһырлаған да инде Дамирҙың холоҡ-фиғелен, шиғри асылын. Бындай урындарҙа тыуып үҫеүселәрҙең холҡондағы ябайлыҡҡа яҡын ҡырыҫлыҡ та, көтөлмәгән ярһыулыҡ та бар.
Ижади шәхес булараҡ Дамир беҙгә фәҡәт тыуған ауылы Көнбәлә нығыраҡ асылды. Уларҙың өйө ултырған урындан бер-ике саҡрым ситкә китһәң, шырлыҡтарҙа мәңгелеккә аҙашырға, бүрегә, һеләүһенгә йә айыуға тап булып, ҡазаланып ҡалырға мөмкинһең. Бында далалағы кеүек ирәүәнләнеп йөрөй ҙә алмайһың, һәр ваҡыт өҫтөңә ябырылыр затты көтөп йәшәйһең. Бер үк ваҡытта ундағы илаһи матурлыҡты ла күреп, һоҡланыуыңдан телдән яҙырлыҡһың. Ҡапыл килгән әжәлдең Дамирҙы беҙҙән тартып алыуын да уның тыуған ауылы янындағы көтөлмәгән хозурлыҡ тип кенә атарға булалыр. Сөнки дуҫыбыҙ ысын донъяға, Аллаһы Тәғәлә хозурына күсте.
...Бейек тауҙар, мәғрүр ҡаялар уратыуындағы Көнбә ауылы янындағы зыяратта йоҡлай дуҫыбыҙ. Оло йөрәкле дуҫыбыҙ...