Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 13:09

Премьер-министр урынбаҫары Баҙранов Азат Шамил улының Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышындағы сығышы.

Хәйерле көн, Радий Фәрит улы! Хәйерле көн, Андрей Геннадьевич! Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар! Барығыҙҙы ла Башҡорт теле көнө менән ҡотлайым. Был байрам 2019 йылда Республика Башлығы шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөн Башҡорт теле көнө итеп билдәләү тураһындағы йәмәғәтселек инициативаһын Указ менән нығытҡандан һуң барлыҡҡа килде. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Сәйәсәт#АзатБадранов#БашҡортТеле2020#Баштел2020#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020

Хәйерле көн, Радий Фәрит улы! Хәйерле көн, Андрей Геннадьевич! Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар! Барығыҙҙы ла Башҡорт теле көнө менән ҡотлайым.
Был байрам 2019 йылда Республика Башлығы шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөн Башҡорт теле көнө итеп билдәләү тураһындағы йәмәғәтселек инициативаһын Указ менән нығытҡандан һуң барлыҡҡа килде.
Хөрмәтле коллегалар, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү – иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Һуңғы ике йыл эсендә Республика Башлығы Хакимиәте Хөкүмәт менән берлектә башҡорт телен үҫтереүҙе яңыса кимәлгә сығарыу буйынса күп эш башҡарҙы. Түбән эффектлы элекке алымдар урынына беҙ бөгөн башҡорт телен популярлаштырыу, тел мөхитен булдырыу (бигерәк тә, бәләкәй балалар өсөн) һәм башҡорт телен өйрәнеү өсөн һанлы инфраструктуралар барлыҡҡа килтереү кеүек саралар аша эш итәбеҙ.
“Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант” акцияһы киң популярлыҡ яуланы. Быйыл был акцияла 300 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, улар иҫәбендә, Рәсәй Федерацияһының 18 регионы һәм 24 сит ил вәкиле бар. Текстарҙың төрлө кимәлдә булыуы ҡатнашыусыларҙың һанын күпкә арттырҙы. Бынан тыш, беренсе тапҡыр диктант яҙыусыларға төньяҡ-көнбайыш диалектындағы текст варианты ла тәҡдим ителде.
Башҡорт телен һәм башҡа туған телдәрҙе үҫтереү буйынса грант проекттары эше лә яңыса ойошторолдо. Эштәрҙе проектлау, конкурсҡа сифатлы тәҡдимдәр әҙерләү алып барылды. Өҫтөнлөклө темалар исемлеге булдырылды. Мәҫәлән, 2018 йылда заявкаларҙың күпселеге китап нәшер итеүҙе, концерттар ойоштороуҙы күҙ уңында тотһа, 2021 йылға тәҡдим ителгән проекттарҙың күбеһе цифрлаштырыу, мобиль ҡушымталар булдырыу, башҡорт телен уҡытыу буйынса яңы методикалар әҙерләү, балаларҙың тел мөхитен формалаштырыуға ҡоролған проекттарҙы (уйынсыҡтар, смартфондар һәм башҡа проекттар) тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай.
Радий Фәрит улы, ҡыҙыҡлы һәм лайыҡлы заявкаларҙың бермә-бер күбәйеүе объектив рәүештә туған телдәрҙе һаҡлау гранттарының күләмен арттырыуҙы талап итә.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан да күп әһәмиәтле эштәр башҡарыла. Уларҙың ҡатнашлығында һәм оҙатыуында «YouTube» видеохостингы һәм социаль селтәрҙәр өсөн контент булдырылды, телерадиопроекттар тормошҡа ашырылды.
Бынан тыш 2019-2020 йылдарҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн “Сәләм”, «Bashword», «Эшлекле башҡорт теле» мобиль ҡушымталары һәм «Әлләсе», «IQbalaBash», «Инофон BASH» балалар өсөн мобиль ҡушымталар әҙерләнде.
Фондтың иң әһәмиәтле проекттарының береһе - русса-башҡортса, башҡортса - русса «Башкортсофт» онлайн-тәржемәсеһе. Унда миллиондан ашыу параллель текстарҙың тупланыуы «Яндекс» һәм «Google» системалары тәржемәселәре эшен тағы ла камиллаштырасаҡ.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ирекмәндәр хәрәкәте менән дә тығыҙ эш алып бара. Бөгөн республикала Википедияның башҡорт сегментын үҫтереү киң популярлыҡ яулай. Фонд башҡорт википедистары лидеры Рөстәм Нурыев менән берлектә онлайн вики-мәктәп ойошторҙо.
Айырым йүнәлештәрҙең береһе – башҡорт телен өйрәнеү буйынса курстар ойоштороу. Бындай курстар дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн дә уҙғарылып тора.
“Эшлекле башҡорт теле” китабын әҙерләп баҫтырыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә булды.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы башҡорт теле кабинеттарын йыһазландырыу, республикала һәм региондарҙа дәреслектәр таратыу проектын тормошҡа ашыра.
Туған тел уҡытыусылары һәм йәкшәмбе мәктәптәре педагогтары өсөн квалификация күтәреү проекттары ойошторолдо.
Министрлыҡ тарафынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡорт теле уҡытыусылары форумы уҙғарылды, Башҡорт теле йылы проекты тормошҡа ашырылды.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы законын тормошҡа ашырыу комиссияһының да эше яйға һалынды.
Башҡорт телен үҫтереү буйынса стратегик йүнәлештәрҙең береһе – полилингваль мәктәптәр асыу булды. Был инновацион уҡыу йорттарында башҡорт телен һәм сит ил телдәрен өйрәнеү – юғары ҡиммәттәргә эйә булыу һәм уникаль тәжрибә туплау, тигән һүҙ. Бөгөнгө көндә баш ҡалабыҙ Өфөлә һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында 3 мәктәп эшләй, 2024 йылға уларҙың һаны 14-кә еткереләсәк.
Республикабыҙ өсөн әһәмиәтле еңеүҙәрҙең береһе – Башҡортостан Республикаһы Башлығы юллауы буйынса Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем министрлығы тарафынан 2020 йылдың мартында Башҡорт дәүләт университетында “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары теле һәм әҙәбиәте: башҡорт теле һәм әҙәбиәте” йүнәлеше буйынса диссертация советы эшмәкәрлегенең тергеҙелеүе.
Мәҙәниәт өлкәһендәге проекттар ҙа – тел мөхитен булдырыуҙың төп инструменттары. Быйыл Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән региондарында 6 башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре асылды.
«Йәшлек шоу» эстрада йыры конкурсы, «Һылыукай» конкурсы беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй форматында уҙғарылды. Конкурстарҙа Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡазан, Һамар, Һарытау, Ырымбур ҡалалары, Ҡурған, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы һәм Ханты-Манси автономиялы округы вәкилдәре ҡатнашты. Ошондай конкурстар йәш быуында башҡорт телен өйрәнеүгә оло ҡыҙыҡһыныу уята.
Хөрмәтле Радий Фәрит улы, бөгөн беҙ башҡорт телен заманса үҫтереүҙә тәүге аҙымдарыбыҙҙы яһайбыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең эш йәмәғәтселек ихтыяжына тура килә, тип әйтә алабыҙ. Артабан да билдәләнгән үҫеш векторынан тайпылмаҫбыҙ. Рәсәй кимәлендәге сараларҙы ла даими рәүештә үткәреп торорбоҙ, тигән маҡсаттар менән йәшәйбеҙ.
Һанап үтелгән саралар башҡорт телен үҫтереү менән бер рәттән, Рәсәй Федерацияһының мәҙәни киңлектәрендә башҡорт мәҙәниәте позицияһын да нығытыр, тип, ышанабыҙ.
Рәхмәт! Һәм был көнгә арналған бер видеоклипты ҡарап сығырға тәҡдим итәм.
Читайте нас: