Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 10:36

Байрам менән, милләттәштәр!

Мин халҡымдың сәскә күңеленәнБал ҡортондай ынйы йыямын,Йыямын да — йәнле ынйыларҙанХуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#РафаэльСафин#БашҡортТеле2020#Баштел2020#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020

Туған тел
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..
Халҡым теле минең — хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле минең — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Рәми Ғарипов
Читайте нас: