Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2020, 09:56

Башҡорт филармонияһы һәм телевидениеһы ветераны Салауат Итбаев арабыҙҙан китте.

Өфөлә Башҡорт филармонияһы һәм телевидениеһы ветераны Салауат Мостафа улы Итбаев донъя ҡуйҙы. 18 июлдә ул үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләгәйне. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#СалауатИтбаев

Салауат Итбаев — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, танылған режиссер, сценарист, һөйләү жанры артисы.
БАССР-ҙың Ейәнсура районы Бикбау ауылында тыуған. 1973 йылда — Өфө сәнғәт институтын (Ғабдулла Ғиләжев курсы), 1992 йылда Мәскәүҙә Эстрада тамашалары режиссерҙарының квалификацияһын күтәреү институты ҡарамағындағы Юғары режиссерҙар оҫтаханаһын тамамлаған.
1973 йылдан — ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге Мәҙәниәт һарайының эшсе-йәштәр театры етәксеһе, 1977-1992 йылдарҙа – эстрада артисы, конферансье, 1999 йылда – Башҡорт филармонияһы эстрадаһының художество етәксеһе, 1992-1999 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы режиссеры.
300-ҙән ашыу театр, концерт тамашалары, юбилей программалары, байрам саралары, хөкүмәт концерттары, Татарстанда, Төркиәлә, Мәскәүҙә уҙғарылған фестивалдәрҙең сценарий авторы һәм режиссеры. Заһир Исмәғилев, Назар Нәжми тураһында видеофильмдар, «Шәжәрә» тарихи телеочерктар циклы, «Ултырайыҡ әле бөгөн кис» телешоуы һәм башҡаларҙың режиссеры.
Читайте нас: