Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2020, 13:13

Башҡорт теле көнөндә республикала ниндәй саралар ойошторола?

14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы буйынса Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола. Байрамдың инициаторы булып, шулай уҡ 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү тәҡдиме менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#БГПУ#ФБФБГПУ#БашҡортТеле2020#Баштел2020#БашЯз2020#ДеньБашкирскогоЯзыка2020

Был көндә онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала, бынан алда уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнә.
14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы республиканың танылған шәхестәре ҡатнашлығында «Шиғри сылбыр» интернет-флешмобын ойоштора.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса гранттар конкурсы еңеүселәренең проекттары күргәҙмәһе менән таныштыра.
Башҡорт дәүләт университетында һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетында бик күп, шул иҫәптән башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышланған саралар уҙғарыла, вариҫтары уның һәйкәленә сәскәләр һала. Башҡорт мәҙәниәтенең тағы ла бер арҙаҡлы шәхесе – билдәле шағир Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығына асыҡ дәрес була.
Байрам саралары республиканың барлыҡ мәҙәниәт учреждениеларында ойошторола, башлыса онлайн форматта. Сараларҙың тулы программаһын Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы сайтында ҡарарға мөмкин.
Читайте нас в