Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2020, 10:14

Һаҡ булайыҡ, дуҫтар!

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров республика халҡына мөрәжәғәт итте.Уның билдәләүенсә, ҡыш етеү менән янғында һәләк булғандар һаны ҡырҡа артҡан.“Быйыл декабрь айының тәүге декадаһында республикала янғында 24 кеше һәләк булған, йәғни былтырғы менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк. 8 һәм 9 декабрҙә Бишбүләк, Ғафури райондарында утта өс баланың һәләк булыуы бигерәк тә тетрәндерҙе. Уларға ни бары 4–11 йәш ине. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Хәүефһеҙлек#ФәритҒүмәров

“Быйыл декабрь айының тәүге декадаһында республикала янғында 24 кеше һәләк булған, йәғни былтырғы менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк. 8 һәм 9 декабрҙә Бишбүләк, Ғафури райондарында утта өс баланың һәләк булыуы бигерәк тә тетрәндерҙе. Уларға ни бары 4–11 йәш ине.
Ғүмерҙәрҙе ҡыйған янғындарҙың төп сәбәптәре билдәле, улар өсәү:
1) тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу;
2) электр ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу;
3) мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү.
Урамда һалҡын, һәм күптәр верандала йәки хатта өйҙә тәмәке тарта. 12 кешенең ғүмере тап шул сәбәпле өҙөлгән.
Фажиғәләргә юл ҡуймау өсөн тәмәкене һүндермәйенсә ташламағыҙ, бүлмәлә тәмәке тартмағыҙ, электр ҡорамалдарын файҙаланғанда һәм мейес яҡҡанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Үҙегеҙ яһаған һәм төҙөк булмаған электр йылытҡыстарын ҡабыҙмағыҙ!
Торлаҡты янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламалары менән йыһазландырыу – һөҙөмтәле сара. Ошондай бәләкәй сиреналар республикала 486 кешенең, шул иҫәптән 203 баланың ғүмерен ҡотҡарып ҡалды. Мәҫәлән, 10 декабрь төнөндә Дәүләкән ҡалаһында биш кеше, шул иҫәптән өс бала янғын иҫкәрткесе тауышынан уянып, ут ялмаған торлаҡтан сығып ҡотолған.
Һәм иң мөһиме – балаларығыҙ менән бергәләп янғында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ. Ошо алымдарҙы аныҡ белгән осраҡта күп кенә фажиғәләргә юл ҡуйылмаҫ ине.
Янғынды үҙаллы һүндерергә тырышмағыҙ!
Иҫерек яҡындарығыҙҙы һәм таныштарығыҙҙы ҡарауһыҙ, шулай уҡ балаларығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре әсәләрҙең һәм уларҙы үтәмәү сәбәпле ҡорбан булғандарҙың туғандарының әсе күҙ йәше менән һуғарылған. Талаптарҙы үтәгеҙ! Туғандарығыҙ һәм эргәгеҙҙәге башҡа кешеләр тарафынан уларҙы боҙоуға юл ҡуймағыҙ! Бергәләп кенә үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы янғынға бәйле фажиғәләрҙән һаҡлап ҡала алабыҙ”, – тине Фәрит Ғүмәров.
Фото: Башинформ
Читайте нас: