Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 14:17

Сибай башҡорт драма театры актеры Арсен Шәйхисламов вафат.

Башҡортостанда тағы бер йәш мәҙәниәт эшмәкәре – Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры актеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Арсен Шәйхисламов ваҡытһыҙ арабыҙҙан китте. Уға 44 кенә йәш ине. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ҠайғылыХәбәр#Сибай#АрсенШәйхисламов

Сибай театрының әҙәби бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, уның үлеме коронавирус инфекцияһына бәйле түгел. Хушлашыу бөгөн, 10 декабрҙә, театрҙа, көндөҙгө сәғәт 12-лә була.
Шәйхисламов Арсен Фәйзулла улы 1976 йылдың 3 мартында Баймаҡ районы Татлыбай ауылында тыуған. 1997 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас («Драма театры һәм кино актеры», уҡытыусылар – Ғабдулла Ғиләжев, Рәфил Нәбибуллин) Сибай драма театрына эшкә ебәрелә.
Тәүге көндәрҙән үк үҙен һәләтле актер итеп таныта. Ул тыуҙырған образдар бер ҡасан да тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы. Һәр яңы роль менән үҙенең оҫталығын камиллаштырҙы, сағыу сәхнә оҫтаһына әүерелә барҙы. Ул тамашасыларҙың һөйөүен яулаған төрлө йөкмәткеле һәм характерлы тиҫтәләгән образдар тыуҙырҙы.
2001 йылда Тамара Ғәниеваның «Тамарис» спектакле «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы менән билдәләнде, төп ролде – Арыҫланды Арсен Шәйхисламов башҡарҙы.
Актер булып эшләүҙән тыш, Арсен Шәйхисламов «Ирәндек моңдары», «Голос», «Урал аръяғы-2020» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы, республиканың 100 йыллығына арналған тантана кеүек ҡала һәм республика кимәлендәге сараларҙы оҫта итеп алып барҙы.
Арсен Шәйхисламов театрҙың Художество советы ағзаһы булып торҙо. 2012 йылдан – театрҙың профсоюз комитеты рәйесе. Коллективта ҙур хөрмәт ҡаҙанды. 2019 йылда башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергән, юғары башҡарыу оҫталығы өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
«Ағиҙел» журналы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: