Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 11:54

МИҘАЛЛЫ РИЗЫҠТАРҘЫ КЕМДӘР БЕШЕРГӘН?

Евразия белем биреү ғилми үҙәге ағзаһы булған Башҡортостан дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты «Иң яҡшы продукт-2020» конкурсының алтын һәм көмөш миҙалдары менән бүләкләнде. Конкурс V «Беҙҙең бренд» аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе сигендә ойошторолғайны. Ә күргәҙмә үҙе «Фән» милли проектының маҡсаттарына тап килде.

Алтын наградаға һәм беренсе дәрәжә дипломға «Бешерелгән-ҡаҡланған фин сервелаты» һәм «Бешерелгән итле» колбасалары лайыҡ булды. Уларҙы ит, һөт технологиялары һәм химия кафедраһы тәҡдим итте. Лактозаһыҙ йогурт менән «Ҡымыҙ+бал» ҡымыҙ продукты (БДАУ менән ӨДНТУ-ның берлектәге эшләнмәһе) һәм «Башҡорт» зефиры, икмәк таяҡсалары һәм «Студент» кетерләге (БДАУ һәм «Авена Проект» ЯСЙ-һы) шулай уҡ алтын миҙал менән билдәләнде.

«Краков Хәләл» һәм «Иглин» колбасалары (БДАУ һәм ӨДНТУ), талҡан менән һөт әсеткеһенән эшләнгән «Буҙа» эсемлеге (дөйөм туҡланыу технологиялары һәм үҫемлек сеймалын эшкәртеү кафедраһы) икенсе дәрәжә диплом менән наградланды.

«Беҙҙең бренд» аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе Башҡортостанда бишенсе тапҡыр үткәрелде. Уны Башҡортостан Хөкүмәте, БР Ауыл хужалығы министрлығы үткәрҙе.

Читайте нас: