«Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның легендар дикторы, радио һәм телетапшырыуҙар алып барыусы, тауышы быуындар символына әүерелгән Наилә Ғәләүетдинова Рәсәйҙең почетлы исемен алды. Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин 2020 йылдың 7 декабрендә «Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемен биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Был хаҡта социаль селтәрҙә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлихов хәбәр итте. «Ихлас ҡотлайым! Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы етәкселегенә ветерандарыбыҙҙың рухын күтәргән өсөн рәхмәт белдерәм. Һаулыҡ теләйем, ҡәҙерле Наилә апай!» — тип шатлығы менән уртаҡлашты ул.
Башҡортостандың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдинова 55 йылдан ашыу эфирҙа эшләй. Радиола һәм телевидениела мәғлүмәт һәм әҙәби-музыкаль тапшырыуҙар алып бара, радиотыңлаусылар һәр иртәне уның сәләмләү һүҙҙәренән башларға ғәҙәтләнгән. Юғары кимәлдәге профессионал булараҡ, ул ҙур сараларҙа ла ҡатнаша, Башҡортостанда «ТЭФИ-Регион» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсын асыу тантанаһында алып барыусы булды. Наилә Ғизетдин ҡыҙы йәш коллегалары өсөн аҡыллы кәңәшсе лә, ҙур ихласлыҡ менән уларҙы оҫталыҡ серҙәренә төшөндөрә.