Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2020, 11:28

Радий Хәбиров ни өсөн Яңы йыл төнөндә ресторандарға эшләргә рөхсәт биреүен аңлатты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Халыҡ-ара бизнес аҙналығының пленар ултырышында ни өсөн Яңы йылда кафе-ресторандарға – тәүлек әйләнәһенә, ә яңы йыл каникулдарында таңғы 6-нан төнгө 2-гә тиклем эшләргә рөхсәт итеү тураһында ҡарар ҡабул ителеүен аңлатты. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ЯңыЙыл#РадийХәбиров

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Халыҡ-ара бизнес аҙналығының пленар ултырышында ни өсөн Яңы йылда кафе-ресторандарға – тәүлек әйләнәһенә, ә яңы йыл каникулдарында таңғы 6-нан төнгө 2-гә тиклем эшләргә рөхсәт итеү тураһында ҡарар ҡабул ителеүен аңлатты.
«Ресторан бизнесын ике юл менән юҡ итергә мөмкин, ә уны йылдар буйына үҫтерергә кәрәк, шуға күрә эксперттар менән кәңәшләшкәндән һуң уларға яңы йыл байрамдарында эшләргә рөхсәт итергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Пандемия ваҡытында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ былай ҙа ныҡ зыян күрҙе. Шул уҡ ваҡытта кафе-ресторандар санитар-эпидемиологик нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе, республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының тәҡдимдәрен үтәргә бурыслы», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, сикләү йәки рөхсәт биреү буйынса ҡарар ҡабул итер алдынан бөтәһен дә анализларға кәрәк.
«Сама белергә һәм индивидуаль ҡараш булырға, коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдән сығып, һәр төбәк үҙҙәренең ҡарарҙарын ҡабул итергә тейеш. Барыһы ла индивидуаль», — тине Радий Хәбиров.
Фото: Башинформ
Читайте нас: